Telegram Group Search
Урал менән Шүлгән. Башҡорт халҡының мәшһүр "Урал батыр" эпосына иллюстрация. Рәссам Р.К. Иманғоловтың һүрәте.
"Достық" қазақ-башқұрт мәдениет клубы. "Дуҫлыҡ" ҡаҙаҡ-башҡорт мәҙәниәт клубы.
🔊❗️Иғтибар, ҡәҙерле дуҫтар! Иҫегеҙгә төшөрәм: бөгөн сәғәт 19:00 (Өфө һәм Астана ваҡыты, бер ваҡыт бүлкәте), зум аша башҡорт теле онлайн дәрестәре башлана. Оҙайлылығы 40 минут. Конференция коды: 994-331-59-67. Код 133-898. 🔊❗️Назар аударыңыз, қадірлі достар!…
🔊‼️‼️‼️💻Хөрмәтле дуҫтар, иҫегеҙгә төшөрөп үтәйем әле! Бөгөн 19:00 сәғәттә башҡорт теле буйынса онлайн дәрестәр башлана! Онотмағыҙ!

‼️‼️‼️Құрметті достар, естеріңізге сала кетейін! Бүгін 19:00 башқұрт тілінен онлайн сабақтар басталады! Ұмытпаңыз!

‼️‼️‼️Уважаемые друзья, напоминаю! Сегодня в 19:00 начинаются онлайн занятия башкирского языка! Не забудьте!
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌐 🌿 Ҡурай

Күп быуаттар буйы ҡурай – халҡыбыҙҙың мәҙәниәте лә, тарихы ла, яҙмышы ла. Ҡурайсылар элек-электән ҙур абруй менән файҙаланған. Улар быуындан быуынға үҙҙәренең оҫталығын, тәжрибәһен тапшырып, беҙгә боронғо халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе килтереп еткергән...

Ҡурай – ысын мәғәнәһендә башҡорт өсөн тыуған ер, тәбиғәт бүләге, Урал тауҙарын йәнтөйәк иткән ата-бабаларыбыҙҙың рухи мираҫы. Ҡурай үләненең тик ошо ерҙе генә үҙ итеүе – үҙе бер мөғжизә. Ә көҙгө һалҡындарҙан һулыған үләндәр араһында ҡояштай сатыры менән ғорур баҫып торған һабаҡ үҙе – мәңгелек символы. Шул ҡыу ҡабаҡты ҡырҡып алып, көпшәһе аша тын өрөп, тәбиғәттең үҙе кеүек мәңгелек моң яралтыу – икенсе мөғжизә. Өсөнсө мөғжизә – сал тарихыбыҙ дауамында бер ниндәй ҙә ваҡыт һәм ара һынауҙарының башҡортомдан айыра алмауы.

Был тәбиғи үҫемлектең тажында саталары күпме булһа, шунса асылмаған серҙәрен, мөмкинселектәрен һаҡлай ҡурайыбыҙ.
Дорогие друзья!

❤️Башкирский язык — это не просто слова и грамматика, это голос наших предков, звучащий сквозь века. Это колыбельные наших бабушек, мудрость сказаний и тепло родной земли. Он ждёт нашей любви, нашего внимания, нашей заботы.

Когда мы изучаем башкирский, мы не просто учим язык — мы оживляем его в наших сердцах, передаём его дальше, дарим ему будущее. Давайте будем теми, кто сбережёт и передаст этот дар!

Ждём вас на занятиях в нашем клубе:
📌 Вторник и четверг — онлайн в Zoom (19:00)
📌Суббота — оффлайн в 12:00
📌 Дополнительно, в субботу 1 час урока башкирской литературы, где мы погрузимся в мир творчества великого башкирского поэта Рами Гарипова.

Давайте вместе говорить, чувствовать и любить башкирский язык! 💙💚🤍

📲Если у вас есть вопросы или хотите узнать больше, пишите в личку – всегда рады помочь!
Как прошли оффлайн-курсы башкирского языка?

Наше очередное занятие прошло на позитивной волне!
📚 Мы изучали числа, сезоны года и цвета, местоимения на башкирском языке – важные и полезные темы для общения.

📌Особенно запомнилась профессиональная и информативная подача материала от нашего преподавателя. Он не только объяснял грамматику, но и погружал нас в живой язык через примеры и практику.

📖 Кроме того, мы окунулись в богатый мир творчества Рами Гарипова – великого башкирского поэта, чьи строки вдохновляют и пробуждают интерес к родному языку.

Спасибо всем за активное участие! Ждём вас на следующих занятиях, где будем продолжать открывать для себя красоту и глубину Башкирского языка!
🎬 Вечер башкирского кино в нашем казахо-башкирском культурном клубе! Приглашаем всех! 🎬

Друзья! Мы снова собираемся в тёплой атмосфере нашего клуба, чтобы вместе погрузиться в мир башкирской культуры. На этот раз нас ждёт особенный вечер – мы будем смотреть автобиографический фильм о Великом башкирском поэте Рами Гарипове!

📽 Рами Гарипов – это не просто имя. Это голос народа, сила слова, дух свободы и искренности. Его стихи трогают душу, его судьба вдохновляет, его творчество живёт в каждом, кто чувствует красоту родного языка.

💙🤍💚 Что вас ждёт?

Уютная атмосфера в кругу единомышленников
Интересные обсуждения после фильма
Чай, угощения и душевное общение

Этот вечер – прекрасная возможность не только насладиться кино, но и почувствовать глубокую связь с башкирской культурой, узнать больше о творчестве Рами Гарипова и просто приятно провести время!

📅 16.02.25
📍 "Достық" қазақ-башқұрт мәдениет клубы.
🕖 16:00

Приходите сами, зовите друзей – будем рады каждому! ❤️
Дружба, скреплённая веками!🤝

Сегодня в нашем казахско-башкирском культурном клубе состоялась тёплая и вдохновляющая встреча! Нас посетили известные блогеры, журналисты и общественные деятели Айвар Азаматов и Олжас Капанов – люди, искренне интересующиеся историей, культурой и братскими узами наших народов.

Мы говорили о многом: о глубоких исторических связях между казахами и башкирами, о богатстве нашей культуры, о схожести языков и традиций. Это было не просто обсуждение – это было осознание того, насколько сильно переплетены наши судьбы, насколько ценна эта дружба, передающаяся из поколения в поколение.

Наш клуб открыт для друзей, и такие встречи станут доброй традицией.

Присоединяйтесь друзья, будьте частью нашего клуба!

💙🤍💚

Рәхим итегеҙ, дуҫтар! 🤝
Башҡорт халҡының Бөйөк улдары Шәйехзада Бабич (һулда) һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов (унда).
"Достық" қазақ-башқұрт мәдениет клубы. "Дуҫлыҡ" ҡаҙаҡ-башҡорт мәҙәниәт клубы.
Дорогие друзья! ❤️Башкирский язык — это не просто слова и грамматика, это голос наших предков, звучащий сквозь века. Это колыбельные наших бабушек, мудрость сказаний и тепло родной земли. Он ждёт нашей любви, нашего внимания, нашей заботы. Когда мы изучаем…
Напоминаю, что сегодня в 19:00 у нас онлайн-занятие по башкирскому языку!

🖍Каждый новый урок — это ещё один шаг к свободному владению башкирским языком. Изучение башкирского языка даёт не только возможность глубже понимать культуру и историю своего народа, но и развивает мышление, память и логику.


Дуҫтар! Бөгөн 19:00-да Zoom аша башҡорт теле дәресе!

📌Башҡорт телен өйрәнеү – ул үткән быуындарҙың аманатын ҡабул итеү, үҙ тамырҙарыңды тәрәнерәк аңлау һәм милләттең киләсәгенә үҙ өлөшөңдө индереү. Тел – ул халыҡтың рухи көсө, уның тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләнгән асҡыс.

💙🤍💚
БАШҠОРТОСТАН! 💙🤍💚

Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.

Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.

Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.

Рәсимә Ураҡсина.
Башҡорт теле - киләсәк теле💙🤍💚

Халыҡ- ара Туған тҽл көнөнә.

Һәр халыҡтың үҙ тҽлҽ,
Тҽлҽ, ғөрөф - ғәҙәтҽ!
Тҽлҽм матур, илҽм матур,
Һәр тыуған яҡты көндәрҽм
Башҡортостаным матур!
Тҽлһҽҙ халыҡ, илһҽҙ халыҡ-
Үҙ тҽлҽн юғалтҡан халыҡ,
Милләтҽн дә юғалтыр!
Башҡорт! - тигән баш халыҡ
Башҡортлоғон юғалтыр!
Әлмисаҡтан күндҽрҽлгән
Әсә тҽлҽн юғалтмайыҡ,
Тҽлһҽҙ халыҡ, илһҽҙ халыҡ-
Аҫабалы Башҡорт халҡы,
Ата- бабаларҙан ҡалған
Үҙ ҽрлҽгҽн Уралтауын,
Аманатын юғалтыр.
Ҡомартҡыһыҙ, ҡол хәлҽндә
Хоҡуғын да юғалтыр!
Уян башҡорт, уян башҡорт,
Рәнйҽр бит, Урал батыр,
Рәнйҽр Салауат батыр!...

Ахмадиҽва Гүзәл- Өмөтбикә.
Японияла беренсе мәсет асҡан, беренсе Ҡөрьән баҫтырып сығарған, беренсе мәҙрәсә асҡан, мосолмандар йәмғиәтенең беренсе етәксеһе, арҙаҡлы башҡорт эшмәкәре Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев (1-се рәттә һулдан беренсе тора). Токио, Япония.
ҠАРА ЮРҒА🐎

Башҡорт Халыҡ Йыры💙🤍💚

Ҡара оҙон ялдарыңды
Һис тә үрмәм юрғам,
Йомро йомшаҡ билкәйеңде
Ҡамсыламам, юрғам.
Өҫтөңдәге киленсәкте
Алып ҡайтма, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!

Аҡ ҡаҙыҡтар теҙеп ҡуйып,
Арҡанламам, юрғам
Йомро йомшаҡ билкәйеңә
Эйәр һалмам, юрғам.
Өҫтөңдәге киленсәкте
Алып ҡайтма, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!

Һай, йомро матур тояғыңды,
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡырас матур ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге киленсәкте
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!

Таштан ҡаты тояғыңды
Дағаларбыҙ, юрғам.
Ҡара ҡырпыу үңлегеңде
Нағышларбыҙ, юрғам
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!

Ҡырас ҡара ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Ҡабырсаҡтай ҡолағыңа
Суҡ тағырбыҙ, юрғам,
Өҫтөңдәге киленсәкте
Төшөрсәле, юрғам!
Һайт, Ҡара юрғам!
Тайт, Ҡара юрғам!

https://youtu.be/PXyIpuJmF3o?si=8yJxj4-Kzxv3Ac-e
Друзья, изучать родной язык — это путь к свободе, самоуважению и силе!

Сегодня прошло уже шесть онлайн-занятий по башкирскому языку! Для тех, кто не смог участвовать, отправляю запись пятого урока.

Приглашаю всех, кто хочет выучить башкирский язык, но не может посещать оффлайн-занятия. Онлайн-формат удобен: вы учитесь в комфортной обстановке, не тратите время на дорогу и можете заниматься из любой точки мира.

Почему важно изучать родной язык?
💙Свободное владение языком открывает перед вами новые возможности в общении.
💚Башкирский — это связь с предками, культурой и историей. Понимая язык, вы глубже чувствуете свою идентичность.
🤍Чем больше людей говорит на башкирском языке, тем сильнее он развивается! Не позволяйте языку исчезнуть — говорите, пишите, читайте!

Каждый урок — это шаг вперёд к свободному владению башкирским! Развивайтесь вместе с нами, ощутите гордость за себя и свои корни!

Кто с нами? Присоединяйтесь к нашему клубу!
Нимә ул туған тел - тигән һорауға бер тапҡыр яуап биргәйнем. Ҡабатлауҙың зыяны булмаҫ.

Бөтөн башҡа милли телдәр кеүек, башҡорт теле лә ике төргә бүленә: башҡорт әҙәби тел һәм башҡорт туған тел.

Әҙәби башҡорт теле төрлө ырыуҙарҙан, мин башҡорт тип, Уралда төйәкләнгән, "Геродотлыҡ аңҡыған" (Л. Толстой) боронғо башҡортҡа һыйынған, уның бар булмышын ҡабул иткән башҡа халыҡтарҙы берләштереү өсөн булдырылған уртаҡ тел.

Туған башҡорт теле - һин тыумаҫ элек үк йәнеңә йылылыҡ биргән, ҡолағыңды наҙлаған, хәтерләүҙәр, иҫтәлектәр, йолалар менән бергә заңыңа һеңгән, ят ерҙәрҙә бер генә ауазы ла моң кеүек һиҫкәндереп ебәргән күңел теле ул. Ошо тел ул быуындарҙы- быуындарға ялғап халыҡты һаҡлай килә. Шуның өсөн тәбиғәт кешегә иҫ китмәле һәләт бүләк иткән: ул - кеше мейеһенең телдәр белеү һәләте.

Нисә тел өйрәнһәң дә өйрән, нисә телдә һөйләшһәң дә һөйләш, тик ТУҒАН ТЕЛЕҢ ИҪӘБЕНӘ булмаһын, тигән фекер һалынған баһалап бөткөһөҙ был бүләккә.

Күңелен яланғасландырма, туған теленән яҙҙырма балаңды, тигәндәр боронғолар.

Мәрйәм Бураҡаева
Башҡорт халҡының бөйөк улдары, Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусылар Әхмәтзәки Вәлиди, Абдулҡадир Инан, Ғәлимйән Таған. Будапешт ҡалаһы, Венгрия. 1925 йылдың 15 майы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🫖☕️Тары сәйе лә була икән! 🧐

🔴Ҡаҙаҡтарҙың был тары сәйе бик ныҡ тәмле һәм файҙалы, тиҙәр.

🔴Тары сәйе организмдан токсиндарҙы сығара, ашҡаҙан-эсәк юлына ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты яҡшырта.

📍 Тары сәйен әҙерләү өсөн:

тары - 1 каса;

һөт - 2 каса;

сәй - 1 аш ҡалағы;

шәкәр йә бал - самалап;

ҡайнар һыу кәрәк.

📍 Тары сәйен әҙерләү ысулын видеонан ҡарағыҙ.

🥰Сәйҙәрегеҙ тәмле һәм шифалы булһын!

📲Комментарийҙарға яҙығыҙ, Тара сәйен эсеп ҡарарға теләйһегеҙме?

💙🤍💚
2025/02/28 15:39:56
Back to Top
HTML Embed Code: