Telegram Group & Telegram Channel
Рәшит Шәкүр ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Яраланған бер ҡарт бүре һымаҡ,
Мин өңөмә ҡайтып йығылдым,
Бысрағына батып, бысрағына
Сәйәсмәндәр ҡорған уйындың.

Яраларҙы ялап ятҡан булам,
Аңлай алмай донъя айышын.
Ошо көнгә төштөм, мин халҡымдың
Ҡурсалайым, тиеп, яҙмышын.

Эй, ҡарт бүре... Күҙ алдыма килә
Ҡамауҙағы бүре өйөрө.
Мин дә, имеш, ана шул өйөрҙә
Ҡамалыуҙа ҡалған бер бүре.

Ҡамалыуҙа ҡалған бүреләрҙең
Тирә-яғы уның ҡарауыл.
Әмер килгән юғарынан, әмер –
Бүреләргә шулай таман ул!

Тейеш икән улар, теҙелешеп,
Бер мөйөшкә барып боҫорға,
Ҡушҡан саҡта шып-шым ултырырға,
Ҡушҡан саҡта тороп баҫырға.

Ә бүреләр – ирек һөйөүселәр,
Түгел улар ауыл көтөүе,
Ирек һөйөүсене, ирекһеҙләп,
Мөмкинме һуң мәжбүр итеүе?

О, был беҙҙең изге бер ҡатлылыҡ!
Мәңге һүнмәҫ өмөт, ышаныс!
Әммә бүре һынлы бүренең дә
Булмышы бит, ай-һай, аяныс.

Ахыры, хәҙер онотолоп бара
Бүрелеге бәғзе бүренең.
Ҡайһы берҙә ҡуян йөрәклеләр
Кейеп ала төлкө бүреген.

Әммә, нисек кенә итһәгеҙ ҙә,
Һеҙ бүреләр инде, бүреләр.
Туңҡайышып ятһағыҙ ҙа, һеҙҙе
Барыбер ҙә бүре тиерҙәр.

Ҡамалыуҙа тороп ҡалһалар ҙа,
Бүреләрҙә түгел мәсьәлә.
Ниңә тормош әйләнә лә китә
Ҡурсаҡ театрындағы сәхнәгә?

Ояһында эт тә көслө, тиҙәр,
Икеләтә көслө бүреләр.
Башҡортостан тигән был изге ил
Хоҙайҙан бит беҙгә бирелгән.

Юҡ, егеттәр, беҙ хоҡуҡлы ерҙә
Үҙ юлыбыҙ менән барырға,
Үҙебеҙсә хатта тын алырға,
Үҙ-үҙебеҙ булып ҡалырға!



group-telegram.com/ilnursuiundukof/106
Create:
Last Update:

Рәшит Шәкүр ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Яраланған бер ҡарт бүре һымаҡ,
Мин өңөмә ҡайтып йығылдым,
Бысрағына батып, бысрағына
Сәйәсмәндәр ҡорған уйындың.

Яраларҙы ялап ятҡан булам,
Аңлай алмай донъя айышын.
Ошо көнгә төштөм, мин халҡымдың
Ҡурсалайым, тиеп, яҙмышын.

Эй, ҡарт бүре... Күҙ алдыма килә
Ҡамауҙағы бүре өйөрө.
Мин дә, имеш, ана шул өйөрҙә
Ҡамалыуҙа ҡалған бер бүре.

Ҡамалыуҙа ҡалған бүреләрҙең
Тирә-яғы уның ҡарауыл.
Әмер килгән юғарынан, әмер –
Бүреләргә шулай таман ул!

Тейеш икән улар, теҙелешеп,
Бер мөйөшкә барып боҫорға,
Ҡушҡан саҡта шып-шым ултырырға,
Ҡушҡан саҡта тороп баҫырға.

Ә бүреләр – ирек һөйөүселәр,
Түгел улар ауыл көтөүе,
Ирек һөйөүсене, ирекһеҙләп,
Мөмкинме һуң мәжбүр итеүе?

О, был беҙҙең изге бер ҡатлылыҡ!
Мәңге һүнмәҫ өмөт, ышаныс!
Әммә бүре һынлы бүренең дә
Булмышы бит, ай-һай, аяныс.

Ахыры, хәҙер онотолоп бара
Бүрелеге бәғзе бүренең.
Ҡайһы берҙә ҡуян йөрәклеләр
Кейеп ала төлкө бүреген.

Әммә, нисек кенә итһәгеҙ ҙә,
Һеҙ бүреләр инде, бүреләр.
Туңҡайышып ятһағыҙ ҙа, һеҙҙе
Барыбер ҙә бүре тиерҙәр.

Ҡамалыуҙа тороп ҡалһалар ҙа,
Бүреләрҙә түгел мәсьәлә.
Ниңә тормош әйләнә лә китә
Ҡурсаҡ театрындағы сәхнәгә?

Ояһында эт тә көслө, тиҙәр,
Икеләтә көслө бүреләр.
Башҡортостан тигән был изге ил
Хоҙайҙан бит беҙгә бирелгән.

Юҡ, егеттәр, беҙ хоҡуҡлы ерҙә
Үҙ юлыбыҙ менән барырға,
Үҙебеҙсә хатта тын алырға,
Үҙ-үҙебеҙ булып ҡалырға!

BY Адвокат И.В. Суюндуков


Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260

Share with your friend now:
group-telegram.com/ilnursuiundukof/106

View MORE
Open in Telegram


Telegram | DID YOU KNOW?

Date: |

In a message on his Telegram channel recently recounting the episode, Durov wrote: "I lost my company and my home, but would do it again – without hesitation." There was another possible development: Reuters also reported that Ukraine said that Belarus could soon join the invasion of Ukraine. However, the AFP, citing a Pentagon official, said the U.S. hasn’t yet seen evidence that Belarusian troops are in Ukraine. In addition, Telegram now supports the use of third-party streaming tools like OBS Studio and XSplit to broadcast live video, allowing users to add overlays and multi-screen layouts for a more professional look. So, uh, whenever I hear about Telegram, it’s always in relation to something bad. What gives? Oleksandra Matviichuk, a Kyiv-based lawyer and head of the Center for Civil Liberties, called Durov’s position "very weak," and urged concrete improvements.
from ar


Telegram Адвокат И.В. Суюндуков
FROM American