Беренсе сиратта тотош Рәсәйҙәге именлекте ҡаҡшатыу маҡсатын ҡуйған көстәр ҡармағына эләкмәйек тигәнде йәмәғәтселеккә, тәү нәүбәттә үҙебеҙҙең халыҡҡа, урында теркәлгән ҡатмарлы сыуалыштар миҫалында аңлатырға тырышыусылар бар. Рәсми рәүештә тыйылған ойошмаларҙың йоғонтоһона бирелмәҫкә саҡырыуҙы, болғаныштар артында экстремистик ҡарашлы кешеләр тороуын аңлатыуҙы, үкенескә күрә, йәмәғәтселек ҡабул итергә һаман да әҙер түгел.
Әлеге лә баяғы бер балыҡ башы булһа ла Баймаҡ ваҡиғаларына йәнә туҡталғанда. Төп аргумент - беҙҙең арала ниндәй экстремистар булһын, беҙ бары тик үҙ еребеҙҙе яҡлап сыҡтыҡ!
Ә бит уҙған йылдың ғинуарында Баймаҡта ябай халыҡты урамға алып сығыуҙы ойоштороусылар экологик проблемалар артына йәшеренеп үҙҙәренең бысраҡ эшен атҡарырҙы. Беҙҙең маҡсат власҡа ҡаршы сығыу, республикала болғаныш ойоштороу тип асыҡтан-асыҡ һөрән һалһалар һәр кем уйланыр ине. Ә улар беҙҙең халыҡтың бер ҡатлы булыуын файҙаланды, республикаға исем биргән, аҫаба милләт вәкилдәре менән "уйнау" әлеге шарттарҙа үтә лә ҡулай ине - уларға илде эстән ҡаҡшатыу, Башҡортостан кеүек һәр йәһәттән терәк төбәктәрҙәге тотороҡлолоҡто емереү мөһим.
Бөрйән районында Рәсәй империяһы флагы менән бәйле ваҡиғалар, ошо флагты башҡорт районында демонстратив рәүештә яндырыу тарихи ла быға асыҡ миҫал. Әләмде яндырыусылар Бөрйәнгә һис ҡыҫылышы булмаған, бары тик аҡсаға алданған Өфө студенттары. Ә интернетта был ваҡиға - Бөрйәндәр (йәғни башҡорттар! ) Рәсәйгә ҡаршы тигән баш аҫтында таратыла.
Тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ аҫтына алайыҡ - беҙҙең халыҡты ҡулланыу Рәсәйгә ҡаршы алып барылған ҙур кампанияның бер өлөшө.
Был постан алдағы видеоны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Унда әлеге лә баяғы бер ҡатылығы, аҡты ҡаранан айыра алмауы һөҙөмтәһендә Украинаның махсус хеҙмәттәренә ялланып беҙгә зыян килтерерлек заданиелар үтәгән үҫмер егеттең һөйләгәндәре.
Ни өсөн мосолман ҡыҙының хиджабына бәйле эш ҡушыла уға? Күп милләтле, төрлө конфессия вәкилдәре йәшәгән төбәктә ыҙғыш тыуҙырыу өсөн! Эре предприятиелар, мөһим объекттарҙың фото, видеолары ни өсөн кәрәклеге бөгөн аңлатып тороуҙы талап итмәй. Ошо эштәрҙе башҡарған, йәғни мәҫәлән, айырым көстәргә террор ғәмәлен ойошторорға ярҙам иткән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Үкенескә ҡаршы, тормошо саҡ башланып торған был егетте лә ҡаты хөкөм ҡарары көтөүе көн кеүек асыҡ.
Бәлки ошо миҫалдан һуң "беҙ экстремист, террорсы түгел, беҙ бары тик власть өсөн уңайһыҙ кешеләр" тип үҙҙәрен, йә яҡындарының яңылышлыҡтарын аҡларға тырышыусылар уйланыр. Эйе, әле СИЗОла ултырған
Урал аръяғы ир-егеттәре лә, ошо үҫмер бала ла, Бөрйәнгә барып флаг яндырып йөрөүсе малайҙар ҙа төрлө тыйылған ойошма вәкилдәре түгел, ә уларҙың ҡорбаны. Әммә ғәмәлдәрҙе аңлап ҡына түгел, аңы-төңөнә төшөнмәй атҡарған өсөн дә, үкенескә ҡаршы, яуап тоторға кәрәк - закон алдында барыһы ла тиң.
Я.Ө. (яҙылғанға өҫтәп) Иң ҡурҡынысы - яуыз көстәрҙең беҙҙең балалар яҙмышына ҡул һоноуы. Көнө-төнө интернетта ултырған, инстаграм*, тик-токта ялтырауыҡлы тормош күҙәтеп, еңел тормош, еңел аҡсаға ҡыҙыҡҡан балалар - улар өсөн иң еңел ҡорбан. Әсе ысынбарлыҡты аңлап, уйланып, ошо юҫыҡта асыҡтан-асыҡ аңлатыу эше алып барырға ваҡыт еткәндер, йәмәғәт.
*Рәсәйҙә тыйылған

Рөстәм Абдразаҡовтың мәҡәләһенә яуап - Беҙ битарафлыҡ утрауында йәшәүсе Робинзондар түгелбеҙ!
"Киске Өфө" гәзите Рөстәм Абдразаҡовтың мәҡәләһен баҫтырған, дөрөҫөрәге, әле былтыр көҙ авторҙың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә донъя күргән посын тәҡдим иткән.
Һүҙ М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, унда тамашасылар йөрөмәүе хаҡында бара. Беҙ, йәғни Өфөлә йәшәүсе башҡорт тамашасылары, тәнҡит утында тотола быҙ. Хатта, әгәр ҙә хәл артабан да ошолай дауам итһә, мәҙәниәт усағы ябылмаҫмы тигәнерәк һорау ҡуйыла.
Ябылмаҫ. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикала тап мәҙәниәт тармағында 10-cы йылдарҙа күҙәтелгән оптимизация процессы туҡтатылды. Ауылдарҙа яңы быуын китапханалар, бәләкәй ҡалалар һәм район үҙәктәрендә ыҡсым ғына кинотеатрҙар асыла, иҫке клубтар мәсьәләһен хәл итеү өсөн тиҙ ҡоролоусы модулле ауыл клубы проекты эшләнгән. Тәүгеһе Дүртөйлө районында асылған. Ул проект менән бөгөн күрше төбәктәр ҡыҙыҡһына тиҙәр. Башҡортостанда мәҙәниәт торғонлоҡ осорон кисермәй.
Өфөлә йәшәүсе башҡорт тамашасыһының театр сәнғәтенә битараф түгеллеген күрһәткән асыҡ миҫал – Башҡорт дәүләт академия драма театры. Ике-өс аҙна алдан хәстәрләмәһәң, ҡайһы бер спектаклдәргә көнө етәрәк билет алырмын тимә. Ҡапыл иҫкә төшкәндәрҙән генә -сәхнәлә ун йылдан ашыу барған «Бәхет хаҡы» (аҙна һайын тулы аншлаг менән үтә), яңыса ҡуйылыштағы «Ҡыҙ урлау»,«Ҡоҙаса» комедиялары, «Килен», “Һинһеҙ килгән яҙҙар” кеүек мелодрамалар, Айгиз Баймәхәмәтов повесы буйынса сәхнәләштерелгән, хатта шул килеш кенә башҡа милли республикаларҙа ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» постановкаһы, йылына бер тапҡыр тәҡдим ителгән, шуға ла көтөп алынған «Фераль. Буран...», өп-өр яңы жанрҙағы “Ете быуын” вербатимы һәм башҡалар – кем был спектаклдәргә тамашасы йөрөмәй тип әйтер.
Ә хәҙер Милли йәштәр театрында ҡуйылған спектаклдәр исемен ҡапыл иҫкә төшөрөп ҡарайыҡ.
Тәүге яуап - «Бер ғүмер етмәй икән». Шулаймы? Шулай! Бына бына ғына спектакль тамашасыларға мәҙәни ваҡиға итеп тәҡдим ителде, премьераға билдәле шәхестәр күпләп килде. Сарафан радиоһы – социаль селтәрҙәрҙәге постар халыҡсан реклама эшләне. Бөгөн бик күптәр был спектаклдең ҡасан ҡуйыласағын белешә тип уйлайым. Күрәҙәсе түгелбеҙ, шулай ҙа 15 мартта премьераның йәнә аншлаг менән үтәсәгенә шигебеҙ юҡ.
Шуға Милли йәштәр театрын ерләп, урынына өс бөртөк ҡәнәфер сәскәһе һалырға ашыҡмай торайыҡ. Исмаһам, меҫкенлек хисен мәҙәниәтебеҙ менән бәйләмәйек.
Шул уҡ ваҡытта, Милли йәштәр театрының ҡайһы бер спектаклдәренә тамашасылар йөрөмәү мәсьәләһе булыуын инҡар итмәйбеҙ. Һәр театрҙа «Бәхет хаҡы» кеүек касса тамашаһы, финанс мәсьәләне ҡаплатыусы паровоз спектаклдәр булған кеүек, бары тик юғары әҙерлекле тамашасы өсөн тәҡдим ителгән, шуға ла үтә «үтемле булмаған” спектаклдәргә лә урын бар. Баллансты һаҡлау, репертуар сәйәсәтен аҡыллы итеп алып барыу директор, баш режиссер, худсовет, шулай уҡ пиар өсөн яуаплы менеджерҙарҙың эше. Бында тамашасының ҡыҫылышы ла, ғәйебе лә юҡ.

Бузыкаевтың ысын йөҙө
Кем ул рәссам Бузыкаев? Ул ҡайҙан килеп сыҡты? Яңылышмаһаҡ, Фейсбуктан*. Үҙҙәрен «Уфимский фейсбук” ағзалары тип йөрөткән бер төркөм әшнәләр, йәнәһе лә йәмәғәт фекерен белдереүселәрләр рәтенән. Улар аҡыл, анализ менән түгел, беренсе сиртта, эмоция менән эш иткән, аңра һарыҡ ише алдарына алған бер идея менән аҡ-ҡара күрмәй алға барғандар ишенән. Ысынында уларҙың күбеһе өс тинлек ЛОМдар икәнен ваҡыт үҙе күрһәтте. “Уфимский фейсбук” ағзалары “көн тәртибенән” һыпырылып төшөп ҡалып бөттө. Уларҙы «йондоҙ” итеп балҡытҡан полит- әллә медиатехнологтың үҙе кеүек "тарих сүплегендә" ҡалды.
Ә бына Бузыкаев шул ике арала йондоҙ ауырыуын йоҡтороп ҡалған ахыры. Иллегә етеп килгәндә ҡапыл килгән дан да, яһалма популярлыҡ артындағы гонорарҙар ҙа (һәр хәлдә минең эштәрҙе шәхси коллекцияларына һатып алалар тип шапырынған интервьюлары бар инде) башын әйләндергән, күрәһең.
2017-се йылдарға тиклем Бузыкаев исемле рәссам билдәле инеме? Юҡ! Ана шул фейсбукка* һалған арлы бирле карикатураларына иғтибар итеп, уның (быға тиклем эткә лә билдәһеҙ) ижадын махсус рәүештә сәйәси сатираны үҫтереү проекты итеп күтәреп алғас, үҙенә ныҡ ышанып киткән, күрәһең.
Махсус проект тигәнде яҡлап, тәүҙәрәк уның ижады жанрға тура килеүен һыҙыҡ аҫтына алайыҡ - етешһеҙлектәрҙән көлә, объектив тәнҡитләй, көн ҡаҙағындағы темаларҙы яҡтырта, йәмғиәт һәм власть араһындағы аңлашмаусанлыҡтарҙы төп тема итеп һайлай ине. Әммә һуңғы ҡайһы бер "шедеврҙары” –" "халыҡсан” ижадсы битлеге артында шантажсы меркантиль рәссам тороуын дәлилләй.
Шулай тигәс тә, власть вәкилдәрен мотлаҡ яратырға кәрәк, йә түрәләргә һүҙ тейҙермәгеҙ тип әйтергә теләмәйбеҙ. Шулай уҡ цех буйынса коллегалар араһында конкуренция, хатта көнсөллөк булыуын инҡар итмәйбеҙ. Әммә етешһеҙлек бар икән, уны объектив, егеттәрсә яҡтыртыу шарт. Үпкәсел художник-депутат (әйткәндәй, һәр бер депутат үҙенең һәм тотош парламенттың абруйына тап төшөргәне өсөн дә яуаплылыҡ тоторға тейеш) бысраҡ, әшәке алымдар ҡулланыуға күсә башланы. Һуңғы эше Бузыкаевтың ысын йөҙөн асты. Әгәр ҙә карикатураның мәғлүмәти, социаль, ижади, сатирик әһәмиәте юҡ икән, уны төшөрөүсе рәссамдың да баһаһы һуҡыр бер тин.
Берәү үҙ теләге менән хәрби операцияға киткәндә, икенсенең үҙ йортонда гранттар иҫәбенә тамаҡ туйҙырып ятыуын иҫәпкә алғанда, был карикатураны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының исемен таплау тип тә баһаларға булалыр.
* Рәсәйҙә тыйылған

Forwarded from Радий Хабиров
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
У меня многонациональная семья. Я башкир, моя жена – армянка. Мы выросли в уважении и любви ко всем народам, языкам, религиям нашей страны.
Я очень благодарен Карине за то, что она поддерживает меня во всем и везде, где бы я ни работал, в Москве ли, в Красногорске, в Башкортостане, и с любовью относится к культуре и обычаям башкирского народа.
Я знаю, что ей это непросто далось, но для меня это самый большой подарок.
Спасибо, Карина.
И пусть в Башкортостане всегда будет мир и согласие. Это наша главная сила и главное богатство.

Башҡортостанда уйлап сығарылған «Һомай» вирусы бөтә төрки халыҡтарға йоҡто
Музыка өлкәһендәге ҙур белгес булмаһаҡ та, беҙ ҙә “Ай йола” проекты хаҡында үҙ фекеребеҙ менән уртаҡлашырға булдыҡ.
Башҡорт этномәҙәниәтенең тиңдәр араһында тиң була алыу потенциалын күрһәткән заманса композиция киң йәмәғәтселеккә 14 мартта тәҡдим ителгәйне. Аҙна-ун көн эсендә ул иң популяр трекка әйләнде, ошо арала төрлө платформаларҙа «Һомай»ҙы 100 миллиондан ашыу кеше ҡараған.
Ҡайһы бер милләттәштәребеҙ башҡарыусы башҡортса дөрөҫ йырламай тип аҡыл һатҡансы, ҡәрҙәш ҡаҙаҡ халҡы уны элеп алды, үҙ итте. Хиттың эстәлеген беренсе булып улар аңлатып сыҡты. Һомай шулай уҡ үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, әзербажандар, төрөктәрҙең ҡан хәтерен уятты.
Был проект авторҙары кем тигәндән, киң йәмәғәтселек күберәк этномәҙәниәтебеҙҙе яңыса яңғырашта алға һөргән Ринат Рамазановты таный. «Арғымаҡ» фолк-этно төркөмө лә үҙ ваҡытында яңылыҡ булып килеп инәйне. Тулыһынса «Урал батыр» эпосы мотивы буйынса ҡоролған “Ай йола” проекты ла сәпкә тейҙе. Белгестәр әйтеүенсә, ул бер аҙнала былтыр супер-популяр булған «Быяла» композицияһын үтеп тә китте. Афарин!
Бөгөнгө эстрада фонограмма, аранжировка, яҡтылыҡ һәм башҡа шоу элементтары иҫәбенә үҫешкән заманда был проект ана шул бертөрлөлөккә альтернатива барлығын, иң мөһиме ошондай ижадҡа ҡыҙыҡһыныу ҙур икәнен күрһәтте. Этник үҙенсәлекте юҡҡа сығарған ялтырауыҡтарҙан кешеләрҙең ялыҡҡанына ишара яһаны. Икенсенән, кока-кола эсеп үҫкән йәштәрҙә лә ҡан хәтере бар икәнен дәлилләне.
Был композицияның көсө нимәлә? Йәш быуында туған телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу (хата һөйләшәм, акцент бар тип тартыныуҙың урынһыҙ икәнен дәлилләп), мәҙәниәтебеҙ өсөн ғорурлыҡ хисе уятыуҙа.
Иң мөһиме, был проекттың кем иҫәбенә тормошҡа ашырылыуы, уның бюджеты тураһында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ. Һәр хәлдә дәүләт тарафынан бүленгән грант, субсидиялар тураһанда һүҙ бармауы көн кеүек асыҡ. Берәүҙәр бер көнлөк ижады өсөн премия ала алмауҙарынан шартлай яҙғанда, эскерһеҙ, ихлас таланттарҙың хеҙмәте мотлаҡ баһалана, беренсе сиратта, халыҡ тарафынан тип әйтке килә. Ә был ысын ижадсы өсөн иң ҙур баһа. Минеңсә, ҡыҫҡа ғына ошо видео-клип бер аҙна эсендә финанс яҡтан үҙ-үҙен күптән аҡланы, ижади төркөмдөң перспективаһын да билдәләне. Иң мөһиме - музыканың, ысын ижадтың тарҡатыу түгел, берләштереү көсөнә эйә икәнен күрһәтте.

Мәскәүҙә, артабан тотош ил буйынса ковид сәбәпле 65+ йәштәгеләр өсөн карантин иғлан ителеүгә бөгөн теп-теүәл 5 йыл. Артабан сикләүҙәр киңәйтелде. Уҡыу, эш дистанцион форматҡа күсерелде.
Иҫләйһегеҙме, ҙур ҡалалар бушап ҡалды. Урамға бары тик сүп ырғытырға, эттәрҙе йөрөтөргә сығырға, айырым ойошма эшселәренә махсус пропуск буйынса эшкә барырға рөхсәт ителде. Битлек һәм бирсәткә хәүефһеҙлек сараларына әүерелде. 2020 йылдың 11 апрелендә Республика клиник дауаханаһында вафат булған тәүге пациент тарихы беҙҙең кешеләргә ни тиклем йоғонто яһағанын аңлауы ауыр ине. Башта хәл уйлап сығарылған уйҙырмаға оҡшаш булды. Әммә хәл көҙгә табан киҫкенләште. Бер бер артлы билдәле шәхестәр "китә" башланы.
Халыҡҡа сирҙең ни тиклем ҡурҡыныс, ә табиптарҙың ниндәй ҡатмарлы шарттарҙа эшләүен күрһәтеү, кешеләрҙе хәүефһеҙлек сараларын нығыраҡ һаҡларға саҡырыу маҡсатында "ҡыҙыл зонаға" тәүге булып инеп, ысын хәлде эстән күрһәтеүселәрҙең береһе Башҡортостан Башлығы булды.
Бәхеткә, хәҙер медицина көслө. Тиҙ арала Рәсәйҙә вакциналар уйлап табылды, ил буйлап, шул иҫәптән Башҡортостанда ла махсус дауаханалар асылды. Ковид ауыҙлыҡланды, хәҙер ул ОРВИ йә грипп ише миҙгелле киҫкен вирус-респиратор сирҙәр исемлегендә генә.
Ковид беҙҙең йәмғиәтте берҙәмлеккә һынаған саҡырыу булды. Өлкәндәргә, мохтаждарға аҙыҡ-түлек ташыусы эшҡыуар, волонтерҙар, аҙналап инфекция дауаханаларында эшләгән табиптарға ризыҡ ташыған меценаттар... Былар барыһы ла хәҙер тарих...
Әммә был һабаҡ алып булмай торған тарих. Сөнки ул вазифаһы, йәше, ҡайҙа йәшәүе, бай йә ярлы булыуына, блаты булыу-булмауына ҡарамаҫтан бер кемде аямаған тарих...

"Салауат Юлаев" командаһы бөгөн йәнә өмөт бүләк итте!
Алда хәл иткес, көсөргәнешле, ҡыҙыу, ауыр, эмоциональ уйын көтөлә! Беҙҙекеләргә уңыштар теләйбеҙ!

"Ябай халыҡтан көлөү тип ҡабул итәм*". Был Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың райондашы - юмор оҫтаһы Вәлит Илембәтовтың "Айыҡ ауыл" конкурсын хурлап яҙған шиғырына яуап һүҙе.
Көн һайын халыҡ араһында йөрөп, халыҡ менән эшләгән етәксенең әсенеү менән әйткән һүҙҙәре тип ҡабул итәбеҙ уны. Халыҡты күтәреп, ҡеүәтләп йөрөгән район башлыҡтары дәртен дә, ауылдарҙа донъя көткән, унда тормош утын һүндермәй, киреһенсә ана шул усаҡты дөрләтеү өсөн үҙ өлөшөн индергән ябай кешеләрҙең рухын да төшөрмәй ҡалдырмай бындай сығыштар. Матур башланғыстарҙы хуплайһы урынға, беҙ һәр ваҡыттағыса тырнаҡ аҫтынан сүп эҙләп маташабыҙ.
Әгәр ҙә был конкурсты ҙур етәкселәр уйлап сығарған популизм тип әйтергә теләһәгеҙ, иптәш Ҡыҙыҡ Ҡотлоәхмәтович, хаталанаһығыҙ. Айыҡ ауылдар темаһы бер нисә тиҫтә йыл элек Әбйәлил районында тап ябай халыҡ башланғысы менән барлыҡҡа килде. Айырым кешеләрҙе генә түгел, тотош ауылдарҙы эскелек һаҙлығынан йолоп алыу маҡсатында Әбйәлилдең алдынғы ҡарашлы ҡатындары уйлап сығарҙы ошо идеяны. Айырым ауылдарҙы тап улар беренсе булып "айыҡ биләмә" тип иғлан итте. Ошо башланғыс артабан республика кимәлендә ҡеүәтләп алынды. Халыҡ дәррәү хуплаған осраҡта ауылдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйырға рөхсәт биргән республика законы ла ҡабул ителде.
Был проект һуңғы йылдарҙа айырыуса популярлыҡ яуланы, сөнки ул республика Башлығы кимәлендә яҡлау тапты. Башҡортостан Республикаһы етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы "Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүселәренә бер-нисә миллион һум күләмендә аҡса бүленә. Улар тулыһынса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелә.
Конкурстың асылы ялтырауыҡлы сығыш ҡына тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ.
Бәйге айырым комиссия ағзаларының райондарға сәфәренә, урындағы бренд-ваҡиғаларҙы күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалмай, йәмәғәт. Финалда төрлө ведомство вәкилдәре аныҡ статистика мәғлүмәттәренә таянып эш итә. Конкурста ҡатнашҡан ауылда суицид йә суррогат эсемлектән ағыуланып үлеү осраҡтары теркәлгәнме, юҡмы, балаларҙы законлы ата-әсәләрен тартып алыу булғанмы, юҡмы, енәйәт кимәле ниндәй - комиссия барыһын да күҙ уңында тота.
Икенсенән, "Айыҡ ауыл" конкурсы - ул
эскеселәр менән көрәшеү сараһы түгел (инә һөтө менән инмәгәндең, тана һөтө менән инмәҫе барыбыҙға ла мәғлүм), ә айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау. Уның тәрбиәүи әһәмиәте йәш быуын өсөн мөһим. Шуға күп көс һалынған тырышлыҡты ергә һалып тапарға бер ҙә юл ҡуйғы килмәй.
Хөрмәтле Вәлит Илембәтов, халыҡҡа яҡын булырға теләһәгеҙ, Ейәнсура районы етәксеһе Дәмин Юлановтың саҡырыуын ҡабул итеп, тыуған яҡтарығыҙға ҡайтып килегеҙ. "Айыҡ ауыл" конкурсында еңгән ауылдар халҡы менән аралашып алығыҙ. Ә инде ябай халыҡҡа өҫтән аҫҡа ҡарау принцибын үҙ итәһегеҙ икән, сәхнәгә иҫерек кеше йә эске ролендә сығыуығыҙҙы һеҙ ҙә туҡтатығыҙ. Әртис оҫталығы менән һеҙ кешеләрҙе шулай көлдөрәһегеҙ, шул уҡ ваҡытта бала- сағала эскән кеше мәҙәк була тигән фекер ҙә формалаштыраһығыҙ.
Әйткәндәй, 2025 йылғы конкурс тамам. Еңеүсе ауылдар исемлеге әлегә киң йәмәғәтселеккә иғлан ителмәгән. Ойоштороусылар йомғаҡлау сараһына Вәлит Илембәтовты ла саҡырырһалар ине - ауыл халҡының берҙәмлек рухын тойоп, был конкурстың берләштереү көсөн күреп ҡайтһын өсөн😉

Быйылға хоккей тамам. Спортта еңелеүҙең лайыҡлыһы була. Был тап шундай осраҡ💚
Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров Указы менән Мәрйәм Бураҡаеваға Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы тигән юғары исем бирелде.
Бар ғүмерен башҡорт телен һаҡлау, пропагандалауға, халыҡ педагогикаһын мәғариф системаһына индереү йүнәлешендә эшләгән шәхесте иҫән сағында шулай ҙурлау – маҡтауға лайыҡ.
М.Бураҡаеваның «Тормош һабаҡтары», «Йәйләү», «Урал батыр мәктәбе» һәм башҡа проектары һәр башҡорт теле уҡытыусыһына яҡшы таныш. Педагогтың үҫеп килгән быуынға әхлаҡи, рухи тәрбиә бирергә, илһөйәрлек тойғоһо уятыуға арналған хеҙмәттәре бихисап. Улар беҙҙең милли мәғариф системаһында ныҡлы урын алып тора.
М. Бураҡаева туған телде – милләт ҡотон һаҡлаусы ҡуҙ тип атай. Үҙе иһә бик күп уҡытыусыларҙың күңеленә рух ҡуҙы һалып, шәхси миҫалында үҙе ише көслө, абруйлы педагогтар тәрбиәләй алған халыҡ уҡытыусыһы.
Тағы ла бер яңылыҡ! Башҡортостанда йыл һайын июнь айында «Урал батыр көнө» үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Хәбиров шулай уҡ бөгөн Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 2-се Бөтә Рәсәй съезында иғлан иткән.

Әбйәлил республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе. Халҡы уңған, шуға тормоштары етеш һәм мул, тип уларҙы маҡтарға ла яратабыҙ.
Салауат ятҡылығында геология разведка эштәре башланыуға бәйле ваҡиғаларҙы ситтән бер аҙ күҙәткәндән һуң, әбйәлилдәрҙең егәрлелегенә, етеш тормошона һәм әлеге ваҡиғаларға ҡарата анализ эшләп ҡарарға нийәт иттек.
«Беҙ шул Магнит иҫәбенә йәшәйбеҙ инде». Әбйәлилдәр йыш ҡына шулай ти. Сөнки район ир-егеттәренең күбеһе Әбйәлилдән 30-40 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан ГОРОДта, атап әйткәндә, Рәсәйҙәге һәм БДБ илдәре араһындағы иң ҡеүәтле предприятие - Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Хеҙмәт шарттары ябай түгел - ҡатмарлы, предприятиенан экологик зарар ҙа юҡ түгел – бар. Әммә Магнит халҡы кеүек әбйәлилдәр ҙә был һорауҙарға күҙ йома, сөнки – эш урындары бар - хеҙмәт хаҡы юғары! Ир-егеттәр сәләмәтлек өсөн зарарлы тип һис кенә лә ошо эштәренән баш тартырға ашыҡмай – уның ҡарауы донъялары бөтөн, төҙөк, ғаиләләре ҡәнәғәт. Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙарының да күбеһе тап ошо комбинат иҫәбенә табыш-килем ала – улар ҡаланың төрлө ойошма, үҙәктәрендә эшләйҙәр.
Ә бит бөгөн ярты миллион халҡы булған ҡала буш урында барлыҡҡа килмәгән. Тап 1930 йылда Магнит тауы итәгендә комбинат төҙөлөү арҡаһында ғына Әбйәлилдәрҙең үҙ ГОРОДы бар һәм был ҡала тап ошо комбинат иҫәбенә генә Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәҙәни-эшлекле үҙәктәрҙең береһе булып иҫәпләнә. (Ошо урында БСК, Шахтау, Стәрлетамаҡ ҡалаһы кеүек үк тип сағыштырғы килә). Баймаҡ, Бөрйән халҡынан айырмалы Әбйәлил ауылдарында йәшәүселәрҙең ит, һөт, май, йомортҡаһын алып барып һатыр урын да булып тора ГОРОД. Шулай итеп, йәшәйеш үҙе дәлилләй – хеҙмәт урындары, кешеләргә эшләр өсөн предприятиелар булған урындарҙа тормош йәнле.
Әммә иғтибарҙы тағы бер мөһим әйбергә йүнәлтәйек - Әбйәлилдәрҙең күбеһе төп налог - килем һалымын күрше төбәктә түләй. Булған аҡсаларын да ана шул ГОРОДҡа барып бөтөрөп ҡайта. Ә бына социаль мәсьәләләрҙең сиселешен – урындағы власть вәкилдәренән һәм Башҡортостан етәкселегенән таптыра. Балаларға йәсле- баҡсалар, йәштәргә бөтә инфраструктураһы булған ерҙәр кәрәк. Бөгөн ауыл клубтарын йүнәтеү проблемаһын, юлдар һәм күперҙәр ремонтлау, күп ҡатлы йорттарҙың инженер селтәрҙәрен алыштырыу, урындағы ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу һәм башҡа бик күп һорауҙар күтәрә.
Тап халыҡты хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу маҡсатында республикала инвестиция проекттарына һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бүленә. Республика буйынса төрлө йүнәлештәге предприятиелар күпләп асыла.
Проекттар, мәғлүм, заман талаптарына ярашлы әҙерләнә. Шул уҡ 20-се быуат башындағынан айырмалы бөгөн экологик талаптар беренсе урында тора.
Салауат ятҡылығында геологоразведка эштәре алып барыу өсөн бирелгән лицензия – айырым кешеләр өсөн сираттағы сәйәси уйын икәнен инҡар итмәйек. (Ошо урында республика етәкселегенә йәнә ташланмаҫ элек, разведка эштәренә лицензияның республика тарафынан түгел, ә федераль үҙәктән бирелеүен айырым һыҙыҡ аҫтына алам).
Әбйәлил халҡына, ығы-зығыны туҡтатып, яңы предприятие етәкселегенә мөһим социаль бурыстар йөкмәтеү урынлы булмаҫмы икән? Мәҫәлән, урындағы халыҡты барыбер эшкә алмаясаҡтар тигән имеш-мимешкә ышанғансы, шул ойошма иҫәбенә сығарылыш уҡыусыларына илдең алдынғы вуздарында, махсус колледждарҙа йүнәлтмәле уҡытыу ойоштороу темаһын күтәреү, әле белем алып йөрөгән Әбйәлил студенттарынан кадрҙар резервын раҫлатыу. Бик тә бик булмаһа, Магнит менән Әбйәлил районы араһына иҫкергәндән һүтеп алынған стеланы булһа ла ҡуйҙыртыр инегеҙ. Уйлап ҡараһаң, әле райондың шул стеланы яңыртырлыҡ та аҡсаһы юҡ түгелме?
Себер нимәһе менән ымһындыра – оло сәнәғәт предприятиелары һәм унда юғрары хеҙмәт хаҡы тәҡдим ителгән эш урындары булыуы менән. Тап шуға ла Урал аръяғы ир-егеттәренең күбеһе ғаиләләрен ташлап ситтә ғүмер уҙҙыра, балалар атай тәрбиәһе күрмәй үҫә. Ә һөрән һалырға яратыусылар – республикала эш урындары юҡ – шуға ирҙәр вахтаға китергә мәжбүр тип тип яр һала. Һәр яңылыҡты кире күренеш итеп ҡабул итеүселәр иһә үҙебеҙҙә яңы предприятиелар асылылыу темаһын бысраҡ сәйәсәткә әйләндерә һала.

Рәсәй бөгөн Совет осоронда булдырылған предприятиелар иҫәбенә көслө, тормошобоҙ шул ваҡытта тупланған ҡеүәт инерцияһы буйынса алға тәгәрәй. Яңынан элекке мөмкинлектәргә ҡайтып, сәнәғәт, технология суверинитетын нығытыу, донъя өсөн сыймал сығанағы ғына булыуҙан туҡтап, етештереү тармағын үҫтереү кәрәклеге тураһында һүҙ барғанда – уйланаһы урын бар.
Һомай йыры менән AY YOLA проекты Европа плюс радиоһы хит-парадында 1-се урынға сыҡты 👍
Иң ҡыҙыға шунда. Һомай Юлдаш радиоһы хит-парадында ла ҡатнашты, әммә еңеү яулай алманы. Урыҫтар әйтмешләй, нет пророка с своём Отечестве.

Forwarded from AY YOLA
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Спасибо всем, кто голосовал за Homay в чарте ЕвроХит Топ 40 на Европе Плюс!
Каждое ваше нажатие, каждый голос — это шаг, который мы сделали вместе.
Мы чувствуем вашу поддержку — и она делает нас сильнее!

Бөгөн Өфөлә сираттағы "Китап - байрам" фестивале асылды. Был аныҡ маҡсат һәм мәғәнәһе булған мәҙәни-мәғрифәти опен-эйрҙарҙың береһе. Интернет селтәрендә ҡайһы бер ижадсылар "башҡорт теле яңғырамаған сара" тип, айырым шәхестәргә ҡарата үҙ мөнәсәбәтен ошо ваҡиға аша, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләй-эҙләй белдереүселәр булыуға ҡарамаҫтан, был байрам, беренсе сиратта, башҡорт әҙәбиәтен пропагандалауға йүнәлтелгәнен һыҙыҡ аҫтына алабыҙ. Ул һәр береһе үҙ ҡаҙанында ҡайнаған башҡорт яҙыусылары өсөн киң йәмәғәтселек менән аралашыу, башҡорт әҙәбиәте тураһында Рәсәй кимәлендә һөйләү сараһына әүерелде. Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында үткән китап форумынан бер нәмәһе менән дә айырылмай.
Бөгөнгө фестиваль башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы "Урал батыр" эпосы менән асылды.
Бөгөн "Китап-байрам" фестивале сиктәрендә реконструкциянан һуң Башҡортостан яҙыусылар союзы йорто һәм уның эргәһендәге "Өфө йүкәләре" скверы асылды.
Бөгөн яҙыусы Гөлнур Яҡуповаға "Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы" тигән юғары исем бирелде.
"Китап-байрамдың" да идея авторы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. Уның башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, рухиәтен үҫтереү өсөн индергән башланғыстары - башҡорт теле, башҡорт ҡурайы, башҡорт бейеүе, милли кейем, хәҙер килеп "Урал батыр" эпосы көндәре беҙҙең тормошта ныҡлы урын алды һәм аласаҡ. Улар киң йәмәғәтселек тарафынан ихлас хупланыуын күҙ уңында тотҡанда, артабан да йәшәйәсәк.

Как и обещали, в рамках Международной книжной ярмарки «Китап-Байрам» открыли после ремонта Дом Союза писателей Башкортостана. Он располагается в особняке купца Поликарпова на ул. Коммунистической – объекте культурного значения и одном из памятников нашей Уфы.
Это дань благодарности тем людям, чье творчество является достоянием нашей большой республики. Выразителям мудрости, достоинства нашего народа, которые хранят традиции и в непростое время объединяют людей.
Отдельное спасибо и низкий поклон нашим писателям за проект «СВОих не бросаем». За время, пока идет спецоперация, многие из них не раз побывали на передовой. Уже опубликован целый ряд произведений, правдивых, пронзительных, очень важных для всех нас.
Рядом с обновленным Домом Союза писателей мы разбили сквер, который назвали «Уфимские липы». Теперь наша задача – наполнить это место энергией. Чтобы сюда приходили молодые, начинающие писатели, чтобы здесь проходили дискуссии. Чтобы здесь кипела жизнь.

Диҡҡәт Бураҡаев: «Тимер тапҡан –тилмермәҫ”
Ваҡытында М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын тамамлаған, ғүмеренең аҙағынаса СССР фәндәр академияһының Башҡортостандағы геология институтында эшләгән билдәле башҡорт ғалимы Диҡҡәт Бураҡаев үҙ ваҡытында иң абруйлы белгестәрҙән һанала. Ул күптәр өсөн ят булған геология фәнен пропагандалау, ошо йүнәлештең асылын, мөһимлеген аңлатыу йәһәтенән публицист булараҡ та күп эш атҡарған зыялы милләттәштәребеҙҙең береһе була.
Киң йәмәғәтселеккә Урал тауҙарының үҙенсәлеген, уларҙың геологик күҙлектән барлыҡҡа килеү тарихын аңлата. Үҙенең яҙмаларында Көньяҡ Уралдағы билдәле ер-һыу атамаларына бәйле риүәйәттәргә лә туҡтала. Илһөйәр, телһөйәр асылына тоғро ҡалып шул уҡ «Урал батыр» эпосын да телгә ала. Әммә ысын ғалим булараҡ һис бер эмоцияларға бирелмәй.
1983 йылда (шәхестең вафатынан һуң) Башҡортостан китап нәшриәтендә Д. Бураҡаевтың “Мөғжизәләр иленә сәйәхәт” тип исемләнгән фәнни-популяр очерктар йыйынтығы донъя күрә.
«...Урал дейеүҙе ергә һеңдерә һуҡҡас, бөркөлөп-бөркөлөп төтөн күтәрелеп сыҡҡан, ә төтөн артынан ялҡын сыға башлаған. Был тау ошо яныуынан туҡтамаҫ булды, ти. Шул көндән алып уны Янғантау тип атап йөрөтә башлағандар, ти...»
Д.Бураҡаев үҙенең очеркында эпосты – бары легенда, тимәк уйҙырма, йәки әкиәт тип атай. Төплө ғалим «Урал батыр»ҙы күренекле, уникаль ауыҙ-тел ижады булараҡ таныһа ла, уны һис кенә лә изге яҙма, ҡөрьән кимәленә күтәрмәй.
«Был легендаларҙың әһәмиәте ниҙә?” тигән һорауына яуап итеп, ул “Эпостың авторы Көньяҡ Уралдың географияһын яҡшы белгән, икенсенән, улар тауҙарҙың нисек барлыҡҡа килеү тарихы тураһында уйланған”, тип белдерә.
Беҙҙең төбәктең ер аҫты хазиналарына туҡталып Д.Бураҡаев, «Урал борон-борондан ҡиммәтле таштары менән данланған. Уның ҡуйынында ғәжәп күп һәм төрлө минераль байлыҡтар һаҡлана», тип яҙа. Уралды таштарҙың гигант музейы тип атай.
Үҙенең очеркында әле ул заманда Уралда геологтар тарафынан 13 меңдән ашыу ятҡылыҡ асылыуын телгә алып – тимер, баҡыр, хром, никель, марганец, алюмин, алтын, күмер, төҙөлөш һәм биҙәү таштары һәм башҡа ятҡылыҡтар тураһында бәйән итә.
Артабан «Илебеҙҙә Совет власы урынлашҡандан һуң, ҡаҙылма байлыҡтарға ҡараш ҡырҡа үҙгәрҙе. Бөйөк юлбашсыбыҙ В.Ленин бөлгөнлөккә төшкән илде аяҡҡа баҫтырыу планын төҙөй. Планда промышленносты ныҡлап үҫтереү эше ҡарала. Бик күп ерҙәрҙә, шул иҫәптән Урал тауҙарында ла, эҙләнеү-разведка эштәре башлана. Был эштәр ифрат уңышлы үтә» тип билдәләй.
Автор үҙенең һүҙҙәрен башҡорт халҡының “Тимер тапҡан - тилмермәҫ” тигән мәҡәле менән нығытып, был металдан башҡа хәҙерге тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай, ти ул.
Уралда тимер рудаларын эҙләү эше өс йөҙ йылдан ашыу элек башлана. Күберәк тарихта урыҫ сәнәғәтселәре тураһында яҙмалар теркәлгән, әммә кустар ысул менән уны башҡорттар ҙа етештерә. Дөрөҫ, ул замандарҙа мәғдәнселек өлкәһендә белгестәр бөтөнләй тиерлек булмай. Шул осорҙа, ошо мәсьәләне күтәреп, Рәсәйҙә мәғдәнселеккә нигеҙ һалыусы кеше шулай уҡ башҡорт – Исмәғил Тасимов була һәм был беҙҙең оло ғорурлығыбыҙ. Диҡҡәт Бураҡаев та И.Тасимовты Петербургта Тау академияһын астырыусы милләттәшебеҙ тип данлай.
Баҡырға килгәндә, абруйлы геолог билдәләүенсә уны кешеләр тимерҙән дә алдараҡ белгән. Хәҙерге ваҡытта баҡыр электр промышленносы өсөн файҙалы, ғөмүмән, уны бик кәрәкле металл, тип атай.
«Урал тауҙарында геологтар бик күп байлыҡтар асты. Ошо байлыҡтар арҡаһында Урал СССР тау промышленносының күренекле урынына әүерелде һәм бөтә донъяға танылды. Урал тауҙарында әле асылмаған байлыҡтар һанһыҙ күп. Шуға күрә яңы хазиналарҙы эҙләргә кәрәк... Хәҙерге быуын геологтары был эште башлай ғына. Киләсәктә уны йәш геологтар дауам итәсәк.» Башҡортостанда геология фәне үҫешенә ҙур өлөш индергән Диҡҡәт Бураҡаевтың Урал тауы хазиналарына арналған фәнни очергы ошондай өмөттәр менән тамамлана.

Эште дауам итәләр, әммә Диҡҡәт Бураҡаев заманынан айырмалы рәүештә, бөгөн белем-ғилемгә таяныуға ҡарағанда, эмоция менән эш итеүселәр, илдең иҡтисади именлеген хәстәрләүгә ҡарағанда, яңы миф, легендалар уйлап сығарып, Хоҙай тарафнан йәшәйеште алға әйҙәүсе хазина итеп бирелгән урындарҙы изгеләштереп булһа ла, халыҡ араһында болғаҡ ойошторусылар күберәк шул.
Башҡорттар борондан мәғдәнселәр, геологтар менән данлы булған. И.Тасимовтан башҡа Тасим Тимеров, Исмәғил Тупалов, Алдар Туҡтамышев. Рәмиев, Байбурин, Хәбибуллиндар тап Уралда тау сәнәғәте менән шөғөлләнгән шәхестәр. Үҙебеҙҙең заманға әйләнеп ҡайтҡанда Хәйбулла районында тыуып үҫкән, Мәскәүҙә институт, аспирантура тамамлап, Башҡортостанда үҙ фәненә башкөллө бирелеп эшләгән профессор Минниәхмәт Моталовты телгә алырға кәрәк. Әйткәндә, Санкт-Петербургта Тау академияһында И.Тасимовҡа таҡтаташ асыу инициативаһы тап уныҡы була.
Бөтә ғүмерен Башҡортостандағы ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын өйрәнеү, яңы ятҡылыҡтар асыуға бағышлаған Ейәнсура районы вәкиле Басир Мәһәҙиевты ла бик күптәр белә. Ул Мәскәүҙә Калинин исемендәге төҫлө металл һәм алтын академияһын тамамлай. Әйткәндәй, алтмышынсы йылдарҙа Әбйәлил районында баш геолог булып эшләй. Артабан Башкиргеологияла баш геолог, директор урынбаҫары була, 90-сы йылдарҙа Башҡортостандың геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитетын етәкләй. Ә унан алдараҡ, Башҡортостанда яңы ер аҫты байлыҡтары ятҡылыҡтарын асыуға индергән өлөшө өсөн СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була.
Минниәхмәт Моталов та, Басир Мәһәҙиев та, шул уҡ Диҡҡәт Бураҡаев кеүек үк төп эшәтренән тыш геология фәне, уның мөһимлеге, Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары, уларҙың стратегик әһәмиәте тураһында саф башҡортса бер туҡтауһыҙ киң мәғлүмәт саралары аша аңлатыу эше алып барҙы. Фәнни эштәренән тыш, публицистик, хатта балалар өсөн ябай ғына китап-йыйынтыҡтар сығарып килде. Улар киткәс, ошо теманы алып барырлыҡ ғалимдар ҡалмаған икән...
Әбйәлил районында бөгөн килеп тыуған аңлашмаусанлыҡ, әлеге лә баяғы мәғлүмәти бушлыҡ сәбәбе түгелме? Бөгөн килеп, радио-телевидение, гәзит-интернет аша Әбйәлил райоындағы ятҡылыҡ тураһында мәғлүмәтте алҡымдан аштырып бирәбеҙ ҙә, тик сылбыр өҙөлгән. Донъялағы иң романтик һөнәр эйәләренең эше, үҙебеҙҙең төбәктең геологик мөмкинлектәре, уның әһәмиәте тураһында яратып, яраттырырлыҡ итеп һөйләгән, кәрәк икән ошо йүнәлештәге сетерекле һорауҙар буйынса абруйлы эксперт фекерен еткерерлек үҙебеҙҙең белгестәр юҡ та баһа. Һөҙөмтәлә, блогерҙар, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыусылар, тағы ла болғаҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға теләүселәр күп белдеклегә әйләнеп ана шул «абруйлы белгестәр» рәтен тулыландыра. Бының өсөн ни мөһим? Үҙебеҙҙең белгес-егеттәрҙе, геологтарҙы үҫтереү шарт. Мәктәптәрҙә география фәненең абруйын арттыуыу кәрәк. Бөтә башҡорт геологтары илебеҙ баш ҡалаһы вуздарын тамамлаған. Дәүләт кимәлендә махсус йүнәлтмә менән белгестәр уҡытыу һорауы ла бөгөн актуалдер, моғайын. Һәр хәлдә, ошо тәңгәлдә лә уйланаһы урын бар.
Яҙылғандарға өҫтәп. «Урал батыр»ға килгәндә, был эпос –беҙҙең материаль булмаған мәҙәни мираҫ. Ерҙә кешелек барлыҡҡа килгән замандарҙы тасурилап, башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен бәйән иткән уникаль ауыҙ-тел ижады. Ул бөйөк ҡомартҡы, әммә изге яҙма түгел. Табына торған түгел, ғорурлана торған табышыбыҙ. Уға дәүләт кимәлендә иғтибар бүленеүе һөйөндөрә.