group-telegram.com/Qazaq_Bashqort/105
Last Update:
Минең телем
Туған телем һис ҡасан да ҡыйланмаһын!
Милләттәштәрем урыҫ булып ҡыланмаһын!
Үҙ телдәрен онотһалар, башҡорт булып,
Ғүмерлеккә ҡалыр улар маңҡорт булып.
Минең телем ҡылыс кеүек
Үткер ҙә ул,
Уйламайса әйттең иһә, утҡа һала.
Йомшаҡлығы, наҙлылығы менән телем
Йән аҙығы булып сирҙән йолоп ала.
Сабый саҡтан үҙ телемдең тойҙом тәмен,
Телем аша күреп белдем тормош йәмен.
Туған телем! Мәңге бөтмәҫ хазина һин,
Ғүмер буйы һиңә генә табынам мин!
Башҡортостан
Башҡортостан-ғәзиз ергенәм,
Тыуып ҡына үҫкән ил генәм!
Исемеңдән дәрттәр аламын,
Һине генә күңелем үҙһенә!
Башҡортостан - күҙем ҡараһы,
Моңло йөрәгемдең дауаһы,
Һинең менән мин бит ҡөҙрәтле,
Һиндә бит мин батыр йөрәкле!
Башҡортостан! Һине һөйгәнгә,
Күңелемдән йырҙар ағыла.
Иңләй-буйлай Урал тауҙарын
Илһам ҡошом ҡанат ҡағына!
("Урал" газетаһынан алынған, Сәйетғәлина Рәсимәнең шиғырҙары)
Яҙылыусынан.
BY "Достық" қазақ-башқұрт мәдениет клубы. "Дуҫлыҡ" ҡаҙаҡ-башҡорт мәҙәниәт клубы.

Share with your friend now:
group-telegram.com/Qazaq_Bashqort/105