Forwarded from Радий Хабиров
Промышленные предприятия башкирского ТЭК подверглись атаке трёх вражеских беспилотников.
В рамках антитеррористической комиссии и оперативного штаба мы сформировали комбинированную систему обороны от возможных подобных нападений, включающую в себя инструменты пассивной защиты, наблюдения и уничтожения.
Первый БПЛА упал на территории одного из предприятий и причинил минимальный ущерб в виде выбитых стекол в операторской. Два других упали в промзоне.
Жертв и разрушений нет. Предприятия функционируют в штатном режиме. На месте работают следственная группа, подразделения МЧС, оперативные службы. Ситуация под контролем.

Тағы ла көтмәгәндә, уйламағанда ҡыш килде❄️ Өфөнөң әлеге мэры ла тәүге ҡар матурлығына ҡарап һоҡлана алмай тоже йоҡлай ҙа ҡала шикелле. Өфө лимонарийында помпельмус бешкән тигәс тә , урамда ноябрь икәнен дә оноторға ярамай😂.
Forwarded from Ханзаман 🖋
Ней ите, ней һөтө. Тағы ла эт тиһәң йөнө, әҙәм тиһәң йүне юҡ тиҙәрме әле? Үҙен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип иҫәпләгән Ирек Ағишев тураһында шулай тип яҙһаҡ, ныҡ ҡаты булырмы икән. Но... шулай тимәһәң дә булмай.
1 ноябрҙә Салауат Юлаев һәйкәле янынына халыҡ йыйып маташҡан ул. Маҡсаты - һәйкәлде ҡайҙалыр алып китмәй, урында ғына реставрациялауҙы талап итеү. Шулай итеп, милли активистар һәйәлде реставрациялауҙың мөһимлеген инҡар итмәй. Әммә власть яғына таш атыу өсөн сәбәп кенә эҙләп йөрөгәстен, буш ерҙә яңы шау ҡуптарыу өсөн изем генә кәрәк бит. Шулай итеп айырым төркөмдәр “ә ни өсөн һәйкәл ниндәйҙер цехта ремонтланырға тейеш, юҡ, беҙ быға юл ҡуймайбыҙ, урында ғына эшләһендәр” тип хәл итә. Шулай итеп, Ирек Ағишевтың мөрәжәғәт әҙерләү өсөн нийәтләнгән «халыҡ йыйынына» саҡырыуҙы ҡабул итеп, халыҡтың үҙе әйтмешләй һин дә мин, ибн Әмин килә.
Нийәте тормошҡа ашмағас, үҙен бөйөк йәмәғәт эшмәкәре, милли хәрәкәт лидеры тип иҫәпләгән Ирек Ағишев чаттарҙа баймаҡтарға ташлана. Йәнәһе лә һеҙ Салауат Юлаев һәйкәлен яҡлап сыҡманығыҙ ҙа, саҡырыуҙы ҡабул итеп Өфөгә килмәнегеҙ.
Бер кем тарафынан танылмаған хөрмәтле үә ғиззәтле әүҙемсе, әйтер һүҙебеҙ һеҙгә. Баймаҡтар, власть вәкилдәрен ҡурҡытыусы бапаҡ түгел. Үҙегеҙҙе аҡыллыға ҡуйып, баймаҡтарға ҡулланыусы мөнәсәбәт менән ҡарарға һеҙ генә етмәгәйнегеҙ. Улар һеҙҙең кеүек үк фекерләгән, дөрөҫ, күпкә йәшерәк һәм ялҡынлыраҡ активистың һүҙен бер тыңлап сходҡа йыйылды инде. Һөҙөмтә барыбыҙға ла мәғлүм.
Милләтебеҙ киләсәге, милли символдар тураһында хәстәрләйһегеҙ икән, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарай башларға ваҡыт. Ну или үҙегеҙгә айнығырға...

Forwarded from Өфө йүкәләре🍃
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Афарин, патриот балалар!
Баймаҡтан «Саптар» өлгөлөлө бейеү ансамбле Санкт-Петербургҡа конкурсҡа барған саҡта Белореттан әрмегә юлланған егеттәр менән бер вагонға эләккән.
Илһөйәр балалар һалдаттар менән бергә республикабыҙ гимнын башҡарған.
Афарин! Киләсәгегеҙ яҡты, бәхетле булһын, балалар!

Кисә-бөгөн ТГ-каналдар, айырым аналитиктарҙың, бигерәк тә сит илдән аҡыл һатҡандарҙың яҙғандарын ҡарап сыҡтым да Мортаза Рәхимов булһа, халыҡсан ғына итеп ауыҙҙарын яптырыр ине тип уйлап ҡуйҙым. Юҡ-бар һөйләп баш ҡатырғандарға уның һүҙе ҡыҫҡа һәм хап-халыҡсан була торғайны «БУҠ СӘЙНӘМӘГЕҘ!»
Ваҡытында Рәхимов тураһында ла нимә генә һөйләмәнеләр. Хатта ялда булыпмы, әллә сирләү сәбәплеме, аҙна самаһы киң мәғлүмәт сараларында эшмәкәрлеге яҡтыртылмай торғанда «Рәхимов үлгән икән» тип хәбәр сығарҙылар). Интернет, социаль селтәрҙәр булмағас – имеш-мимештәр ул саҡта «боҙоҡ телефон» аша таралды.
Рәсми мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән «Комсомольская правда» гәзитенең Башҡортостандағы редакцияһы (ә етәксеһе ул ваҡытта Рәүфә Рәхимова ине), әлбиттә, тынлыҡ һаҡланы. Тикшерелмәгән, раҫланмаған мәғлүмәтте, йәғни фейк таратмау – ысын журналистар өсөн ул ваҡытта ла алтын ҡағиҙә ине.
Кем өсөндөр нимәлер үҙгәреүе ошо миҫалда ап-асыҡ күренеп тора. Рәсми мәғлүмәт саралары элекке көн республика етәксеһен награда алыуы менән ҡотланы ла, кисә ҡәҙимгесә үҙ эштәрен дауам итте. Шул иҫәптән, Башҡортостан Башлығы эшмәкәрлеген яҡтыртты. Ә айырым мәғлүмәт сығанаҡтары Хәбировты үҙҙәренең хыялдарындағы отставкаға ебәреү йырын йырланы.
Хөрмәтле йәмәғәт, үҙҙәрен иң ғәҙел һәм яңылыҡтарҙы иң оператив еткереүсе мәғлүмәт сараһы тип танытыусыларҙың бөтәһенә лә ышанып, улар яҙғанды чаттан-чатҡа һелтәп йонсомағыҙ.
Радий Хәбировты вазифаһынан бушатыу өсөн бер сәбәп тә юҡ. Эш уға барһа, ил Президенты Өфөгә килеп, килһә – республика етәксеһе менән айырым осрашыу үткәреп тормаҫ ине. Икенсенән, Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә барып отставка буйынса ғариза яҙып ҡайтҡанында түшенә миҙал-орден ҡаҙап торманылар. Ул үҙе лә ҡайтты ла, шул уҡ сәғәтендә отставкаға китеүе тураһында хәбәр итте. Һорау Мәскәүҙә хәл ителһә, бында ваҡыт һуҙыуҙан бер фәтеүә юҡ!
Рәхимовтың коронный фразаһын ҡабатлап тормайбыҙ, бөтәгеҙгә лә матур ялдар теләйбеҙ😉!

Бөгөн Урал аръяғы райондарында. Сәбәпһеҙгә төнгө юлға, оҙон юлға сығыуҙан тотҡарланып тороу хәйерле.
Forwarded from Максим Zабелин
Сегодня для меня особенный день — я завершаю свою работу на посту руководителя Администрации Главы республики и перехожу на новую должность, с новыми сложными и интересными задачами.
Шесть лет, проведённые в Башкортостане, стали важной и насыщенной частью моей жизни. За это время я не только обзавёлся новыми друзьями, но и приобрёл бесценный опыт. Я искренне полюбил красоты башкирского края, его уникальную культуру и богатую историю.
Сердечно благодарю Главу республики Радия Фаритовича Хабирова за доверие и возможность служить на благо и процветание жителей нашей замечательной республики. Это важный опыт для меня, который безусловно, пригодится в будущем.
Особую признательность хочу выразить Премьер-министру Правительства Андрею Геннадьевичу Назарову и всем коллегам, которые поддерживали меня, делились мудрыми советами и помогали в работе. В Башкортостане живут удивительные, добрые люди, и я горжусь тем, что имел возможность быть частью этой дружной команды.
Башкортостан занял особое место в моём сердце, и я уношу с собой только самые тёплые и светлые воспоминания.
Спасибо вам за всё!
#РеспубликаБашкортостан #Спасибо

Forwarded from Ильяс Батыргариев | Журналист из Уфы
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Каково же реальное состояние памятника Салавату Юлаеву?
17 ноября 1967 году Уфа обрела самый главный символ республики. Он встречает нас, когда мы заезжаем в город по Бельскому или ЖД мосту. Для нас это символ, образ героя, предмет гордости.
Реставрация необходима уже вчера, об этом рассказал в своем сюжете.

1967 йылдың тап 17 ноябрендә Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Ул шунда уҡ башҡалабыҙ символына әүерелә. Ағиҙелдең бейек ярында урынлашҡан милли батырыбыҙ һәйкәле шулай уҡ тотош Башҡортостандың визит картаһы булып тора.
Был монументаль һынды башҡорт халҡы өсөн генә мөһим тип иҫәпләү хата. Салауат Юлаев шәхесе, тәү сиратта, халыҡтар берҙәмлеге өлгөһө. Был һүҙҙәргә тағы ла бер миҫал. Совет режиссёры Яков Протазановтың "Салауат Юлаев" фильмы 1941 йылда төшөрөлә. Был кино ул осорҙа оло ваҡиға тип баһалана. Кино сәнғәтенең көсө иҫ китмәле юғары ваҡытта тап Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрөүгә дәүләт заказы булыуы күп нәмә тураһында һөйләй. 1941 йылда Салауат Юлаев кинотаҫмаһы ауылда йәшәгән башҡорт халҡына нисек күрһәтелгәндер, ғөмүмән, күрһәтелгәнме, әйтеүе ауыр. Ә бына Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары уның тәүге тамашасылары була. Фильм бөтә ҙур госпиталдәрҙе урап сыға. Ул милләтенә ҡарамай һәр һалдатты еңеүгә рухландырыусы мәҙәни көс булып тора. Бына шуға ла Генерал Шайморатов башҡорт һыбайлыларын "Салауат вариҫтары сигенә белмәй!" тигән саҡырыу менән алға әйҙәй.
Башҡорт халҡының милли батыры исемен Рәсәй, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән һыҙып ташлап булмаған кеүек, һәйкәлде лә Ағиҙелдең текә ярынан алып ташлап булмаясаҡ. Шуға реставрация мәсьәләһенә бәйле ығы-зығыға ҡушылыу йүләрлек. Был осраҡта ла берҙәмлекте һаҡлап, йәмғиәттә, бигерәк тә йәш быуында ҡиммәттәр буталған осорҙа милли батырыбыҙға дәүләт иғтибары булыуын лайыҡлы баһаларға кәрәктер. Һәйкәлдең яңырып үҙ урынына ҡайтыуы ла оло ваҡиға буласаҡ. Йылдар дауамында онотола, онотторола килгән Генерал Шайморатовҡа асылған һәйкәл асыҡ миҫал. Бөгөн Башҡортостанда "кем ул Миңлеғәле Шайморатов?" тигән һорауға яуап бирә алмағандар һирәктер.
Европалағы өс терәүҙә торған иң ҙур монументаль һәйкәл, йә хоккей командаһы тигән тар ҡарашты киңәйтеү өсөн дә бик урынлы булыр был реставрация.
Салауат Юлаев һәйкәле асылған көн менән!

Пруфы электрон баҫмаһының ТГ-каналын ни өсөн БСТлағы хәлдәр борсой? Ошо теманы улар ике аҙнаға бер тапҡыр мотлаҡ ҡалҡытып тора. Һуңғы материалға туҡталғанда, Рәүфә Рәхимова ысынлап та Рита Өмөтбаеваның хеҙмәт хаҡын ҡайғыртамы, әллә ғиллә икенселәме?
Пруфының редакция сәйәсәте ап-асыҡ сағылып ята. Уларҙың төп маҡсаты – башҡорттарҙы ҡыҫалар тигән яр һалыу. Өмөтбаеваның хеҙмәт хаҡы улар өсөн барыбер. Был осраҡта иң мөһиме башҡорт ижади интеллегенцияһы тупланған коллективта сыр-бор ойоштороу. Тап шуның өсөн дә ҡапма-ҡаршы ҡуйыу алымы ҡулланыла. Бер яҡтан башҡорт телевидениеһында милли рухлы проекттар ойоштороусы, (тағы ла эмоцияларға тиҙ бирешеүсән, Башҡорт домохозяйкаһы менән тарихты иҫләйһегеҙҙер)) Рита Өмөтбаева – икенсе яҡтан Радий Хәбировтың элекке уң ҡулы - Елена Прочаковская. Йәнәһе лә һеҙ өндәшмәй генә халыҡ өсөн, милләт өсөн баш баҫып әллә күпме эштәр эшләйһегеҙ, ә ул ҡайырып аҡса ала.
Утһыҙ төтөн булмай тиҙәр. Хеҙмәт хаҡы, эш шарттары, компания етәксеһенең коллективын бүлеп ҡарауы - көсө еткәндәрҙе баҫып (әммә ул исемлеккә точно Рита Өмөтбаева инмәйҙер), урынын һаҡлау өсөн ҡайһы берәүҙәргә яраҡлашып эшләүсе гендиректор хаҡында һүҙ компаниянан ситкә лә сыҡмай тормайҙыр. Әммә былар барыһы ла туранан-тура Рөстәм Зәрәфетдиновтың проблемалары. Төп телеканалда төп хужа вазифаһын биләргә татар милләтенән булыуы һис ҡаршылыҡ түгел. Ә бына коллективта эште ойоштора, өҫтөнлөктәрҙе тиң һәм дөрөҫ билдәләй алмауы, төп белеме буйынса иҡтисадсы булһа ла, көрсөк шарттарында мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын билдәләүҙә тәжрибә - белеме етмәүен һәм башҡаларҙы инҡар итмәйек. Шуға ла, әгәр БСТла проблемалар бар тип белдерелә икән, дәғүәләрҙе туранан-тура уның етәксеһенә еткереү урынлы түгелме? Пруфылар иһә был осраҡта ла башҡорттарҙы сәйәси ҡорал итеп ҡулланырға тырыша, йәнә республика етәксеһе репутацияһына ҡара яғыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуя.
Һәм при чем бында Азамат Әлмөхәмәтов (ғәфү итегеҙ, Йәнбирҙин)? Уның БСТ-нан киткәненә хан заман. Әгәр ҙә был компанияға генераль директор вазифаһында ҡайтарыу кәрәк тип табылһа – Пруфыһыҙ ҙа эшләй алаларҙыр. Юҡһа логика аңлашылмай. Ул Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы вазифаһында эшкә ашмаған, ә бына БСТға генераль директор булараҡ ҡайтырырға мөмкин. Генераль директор иңендәге яуаплылыҡ күпкә киңерәк һәм ҙурыраҡ түгелме икән. Шуға, алло, ҡайҙа логика тип һорағы килә?
Беҙҙеңсә был БСТ-лағы 2012 йылдағы ваҡиғалар тураһында кинәйәләп кенә иҫкәртмә. Гүзәл Ибраһимоваға ҡаршы Азамат Әлмөхәмәтовтар менән бергәләп баш күтәргәндә Хәмитов бөгөлдө. Һеҙҙе республика халҡы яҡланы. Йәнәһе лә бөгөн тауышланырға нимә ҡамасаулай?
Беҙҙең интеллигенцияны ул тиклем дә аңра хәленә төшөргә юл ҡуймайыҡ. Рита Өмөтбаеваның Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда, мәсьәләләр бар икән, эске сәйәсәт, мәғлүмәти тармаҡ өсөн яуап биреүсе етәксегә туранан-тура мөрәжәғәт итергә лә мөмкинлеге барҙыр, моғайын...

ТУҠҺАНЫНСЫЛАР ИСЕМЕНӘН ҘУР РӘХМӘТ!
Радик Юльяҡшинға "Халыҡ артисы" исеме бирелгәндән һуң тыуған шау-шыуға яуап итеп пост яҙғайныҡ. Тар күңелле милләттәштәребеҙгә миҫал итеп Дим Мәннәнде килтерҙек. Ул 90-сы йылдарҙың иң сағыу йондоҙо булды. Башҡорт эстрадаһында рок йүнәлешен барлыҡҡа килтереүселәрҙең береһе. Бөгөн булһа уға ла исем-дәрәжәләр бирелер ине, йырсы-сәсән арабыҙҙа ғына юҡ, тип яҙғайныҡ.
Бөгөн башҡорт эстрадаһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған Дим Ҡоләхмәтовкә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән (үлгәндән һуң) "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән юғары исем бирелде. 90-сылар исеменән 90-сылар өсөн ҙур рәхмәт!
Дәрүиш, Рух, Ант, Карауанһарай, Сая, Ҡышҡы йәйғор, Аҡйондоҙ - улар барыһы ла сағыу, үҙенсәлекле төркөмдәр. Тап улар ижадында бер нисә быуын тәрбиәләнде. Уларҙың йырҙары башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Урыҫ телле роктан айырмалы, беҙҙекеләрҙең ижады үҙебеҙҙең ерлеккә, милли рухҡа, башҡортлоҡҡа бәйле ине. Тап шуға ла милли рок, Дәрүиш рухы һаман да йәшәй! Лайыҡлы мөнәсәбәт булғас, артабан да йәшәйәсәк!

Ниһайәт, Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә башҡорт алып барыусыһы ҡатнашты
Төбәк етәкселәре йыл һайын халыҡ менән тура бәйләнешкә сыға. Был проект Хәмитов осоронда барлыҡҡа килде. Рөстәм Зәки улы менән тура линияның алыштырғыһыҙ алып барыусылары башта Эльвира Айытҡолова менән Азамат Әлмөхәмәтов ине. Бер яҡтан ҡарағанда икеһе лә башҡорт милләте вәкилдәре. Әммә республика етәксеһе менән тура эфирҙа аралашыу барышында башҡортса телмәр "хәйерле кис" тип иҫәнләшеү кимәленән барыбер артманы.
Артабан был проект өсөн яуаплылыҡ республиканың төп телеканалы етәксеһе булараҡ Рөстәм Зарафутдинов ҡулына күсте. Эфир алып барыусылары уның вкусына ҡарап һайланды, күрәһең. Кемдәр икәне хәтерҙә ҡалмаған, һәр хәлдә араһында башҡорт теллеләр булманы, точно иҫләр инем.
Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы булып республикаға ҡайтҡандан алып та, тура бәйләнеш йыл һайын тиерлек үткәрелә. Һәм кисәге эфирға тиклем элекке тенденция дауам итте. Аңлатма тағы ла бар - был сәйәси проект өсөн үҙен алыштырғыһыҙ пиарщик, алып барыусы тип иҫәпләгән һәм башҡаларҙы ла шуға нисектер инандыра алған Е. Прочаковская яуап бирә башланы. Ә ярҙамсы ролендә әлеге лә баяғы Р. Зарафутдинов. Һөҙөмтәлә, башҡорт теле йәнә "һаумы-һау бул" кимәлендә генә яңғыраны (Радий Хәбировтың башҡорт телен һаҡлау, яҡлау, пропагандалауға мөнәсәбәте асыҡ билдәле булғас, ярай әле Зарафутдинов саф башҡортса иҫәнләшеүҙе өйрәнеп алды). Ысынында башҡорт теле, мәҙәниәте, бөгөнгөһө, тарихына, милли сәйәсәткә бәйле һорауҙар күтәрелһә лә, тап алып барыусыларҙың ҡарашы өҫтөн- мөҫтөн булды. Берәйһе башҡорт телендә һорау яңғыраттымы- еткән! Галочка өсөн булды бит. Улар хатта республика етәксеһенең милли, эске сәйәсәткә бәйле һорауҙарға ҡарата биргән төплө яуабын шунда уҡ кемдеңдер подъезында һүнгән лампочка, ҡала етәкселеге яуап тоторға тейешле көрәлмәгән ҡар хәстәренә күмеп просто юҡҡа сығара ала ине.
Радий Хәбиров менән быйылғы тура бәйләнеш нимәһе менән айырылды, ыңғай үҙгәреш нимәлә тиһәгеҙ - төп яуап ошо булыр.
Икенсенән, алып барыусылар шул уҡ Прочаковская кеүек "күп белдек", Зарафутдинов ише нарцисс булып ҡыланманы, эфирҙың төп хужаһына ярарға тырышып мәж килмәне - шуның менән Хәбировтың да, тамашасыларҙың да йәненә тейеп йөҙәтмәне.
Эфирҙың дөйөм эстәлегенә килгәндә, Башлыҡтың үҙен иркен тотоуы, диалогҡа асыҡ булыуы ҙур ышаныс утты, яуаптары ла тәбиғи булды - аҡты - аҡ, ҡараны - ҡара тип атаны.
Тап тура эфир барышында ғына 4000-дән ашыу!!!! һорау ҡабул ителгән (эфирға тиклем аҙна - ун көн эсендә шулай уҡ 4000 һорау килде тинеләр). Бер һүҙ менән әйткәндә, тура бәйләнеш эфир оҙонлоғо буйынса ғына түгел, дүрт сәғәт эсендә ҡабул ителгән һорауҙар һаны буйынса ла рекорд ҡуйҙы. Сөнки Башлыҡ үҙе тура бәйләнеште өҫтән төшөрөлгән күрһәтмә тип исем өсөн ҡабул итмәй, студия, республика халҡы менән бер тулҡында - асыҡтан-асыҡ диалогта булды.

Forwarded from ЮЛДАШ радиоһы
Салауат Юлаев һәйкәле өсөн тауыш бирәйек!
Рәсәй Банкы яңы мең һумлыҡ купюраға символ һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Тәҡдим ителгәндәр араһында – Салауат Юлаев һәйкәле лә бар. Үкенескә күрә, әле икенселәбеҙ, беренсе урында - Метеор теплоходы.
Салауат Юлаев һәйкәле өсөн 12 декабргә тиклем ваҡыт бар. Өлгөрөп ҡалайыҡ! Уның өсөн киләһе һылтанма аша тауыш биреп була:➡️ https://www.cbr.ru/cash_circulation/simvoly-dlya-banknot/1000/
Рәсәй Банкы яңы мең һумлыҡ купюраға символ һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Тәҡдим ителгәндәр араһында – Салауат Юлаев һәйкәле лә бар. Үкенескә күрә, әле икенселәбеҙ, беренсе урында - Метеор теплоходы.
Салауат Юлаев һәйкәле өсөн 12 декабргә тиклем ваҡыт бар. Өлгөрөп ҡалайыҡ! Уның өсөн киләһе һылтанма аша тауыш биреп була:
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнаның ғына түгел, артта ҡалған һәм алдағы биш йыллыҡтың мөһим ваҡиғаһы 13 декабргә билдәләнгән. Башҡортостан, Өфө VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршы ала.
Үткәндәргә байҡау яһағанда, 2010 йылғы Ҡоролтай башҡорттар өсөн һынылыш осоро булып иҫтә ҡалды. Әйткәндәй, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Азамат Ғалин әҙерлегендә үтте. Һөҙөмтәлә, ҙур ҡор тамамланыуға теүәл бер ай тигәндә республика етәксеһе алышынды. Йәнә бер-нисә айҙан башҡарма комитет ағзалары ышанысһыҙлыҡ белдереү сәбәпле Азамат Ғалин да был вазифанан китте. Унан һуң Башҡарма комитет рәйесе итеп һайланған Ильгиз Солтанморатов, Әмир Ишемғоловтың эшмәкәрлеге һүҙ һөйләүҙән артыҡ китмәне. Данир Ғәйнуллин үҙен идеологтан да бигерәк, хужасыл, тынғыһыҙ етәксе итеп күрһәтте. Яңғылышмаһаҡ, тап шул осорҙа Ҡоролтай йортло булып ҡалды.
Ә былай, Р. Хәмитов республика етәксеһе булараҡ, донъя буйлап сәселгән башҡорттарҙы ҡорға йыйыуҙы кәрәк тип тапманы ла шикелле тиһәк, һүҙебеҙ хаҡ булһын өсөн билдәләйек, 2015 тә ҡоролтай үткән икән. Уныһы иҫтә лә ҡалмаған. Ә бына республика етәксеһенең башҡорт йәмәғәтселегенә булған мөнәсәбәтенән бер нисә әйбер иҫтә ҡалған. Ул да булһа, башҡорттар күпләп йәшәгән сит илдәрҙә, Мәскәү, Питерҙа башҡорт һабантуйҙарын үткәреүҙе тыйыуы. Башҡорт телен һаҡлау йә үҫтереү өсөн бер тин дә бүлмәүе. Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғоловтың Ағиҙел буйында Урал батырға һәйкәл ҡуйыу хыялы ла хыял булып ҡына ҡалды. Тап 2010-сы йылдаҙа башҡорт халҡының Минеғәле Шайморатовҡа герой исемен юллау инициативаһы менән ҙур акциялар ойоштороуы ла ул ваҡыттағы республика етәксеһе тарафынан бөтөнләй хупланманы.
Сираттағы Ҡоролтай Р.Хәбиров Башҡортостанға ҡайтҡас, 9 йыл ваҡыт үткәс, 2019-ҙың июнь айында үткәрелде һәм шул йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тулыһынса «перезагрузка» кисерҙе тиһәк тә була. Башҡарма комитет яңырҙы, Президиум рәйесе итеп Эльвира Айытҡолова һайланды, был Ҡоролтайҙың абруйын ныҡ күтәрҙе. Президиум – юғары ҡор һәм унан айырым башҡарма комитет һайланыуы ла дөрөҫ юл булды. Ниһайәт, республикалағы төп милли йәмәғәт ойошмаһы эше заманса ойошторолдо. Уларҙың бик күп башланғыстары республика етәксеһе тарафынан хуплау тапты. Һөҙөмтәлә, Башҡорт теле көнө барлыҡҡа килде. 2020 йыл Ҡоролтай тарафынан Башҡорт теле йылы, 2021 - Башҡорт тарихы, 2022 – Башҡорт мәҙәниәте йылы тип иғлан ителде. Әгәр Башҡортостанда башҡорт телен пропагандалау буйынса заманса мөмкинлектәр барлыҡҡа килһә, совет осоронда диалект үҙенсәлеге иҫәпкә алынмай, башҡорт әҙәби тел нормаларына бер ни тиклем тура килмәгәнгә берәүҙәр артыҡ иғтибар итмәгәнгә, икенселәр шунан файҙаланып аныҡ эштәр алып барыу һөҙөмтәһендә тарихы асылдары онотола, онотторола барған төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына иғтибар бүленә башланы. Ҡасандыр Ҡоролтай тарафынан барлыҡҡа килгән «Айыҡ ауыл» конкурсы дәүләт тарафынан хупланып, республика әһәмиәтендәге ҙур сараға әүерелде. Ҡоролтайҙың Башҡорт аты көнөн булдырырға тигән тәҡдиме халыҡ-ара әһәмиәттәге ҙур фестивалгә әүерелде. Башҡорт теленең милли корпусы барлыҡҡа килеүе туған телебеҙҙе һанлаштырыу йәһәтенән ҙур аҙым булды. Сит илдәрҙә башҡорт һабантуйҙары терҙеҙелде. Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ менән Республика Башлығы Радий Хәбров үҙе осрашты. Башҡорт теленән тоталь диктант халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде. Артта ҡалған биш йылда атҡарылған эштәрҙе барлай китһәң, осона тиҙ генә сығырмын тимә.

Быйыл тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбиров 2024-се йылғы ҡоролтай бик мөһим әһәмиәткә эйә тип белдерҙе. Шунан сығып, артабан VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ҡайһы бер уйҙар менән уртаҡлашҡанда:
1. Ысынлап та, ябай булмаған шарттарҙа йәшәйбеҙ. Беҙҙең халыҡты сәйәси уйынсыҡ урынына файҙалыныусылар булғанда, власть менән йәмәғәтселек араһында бәйләнеште нығытыу, араны яҡынайтыу, ойошманың эшен яңы кимәлгә күтәреү маҡсатында, Президиум рәйесен, күршеләрҙән күрмәксе, вице-премьер дәрәжәһенә күтәргәндә нисек булыр ине икән?
2. Баймаҡ ваҡиғалары мәлендә халыҡты уйланырға, туҡтатырға саҡырыусы, мәлендә шунда барып етеп сараһын күрергә тырышҡан абруйлы милләттәштәребеҙ булманы. Һөҙөмтәлә, нимә ашап, нимә эскәнен күрһәтеп ябай халыҡ араһында танылыу алған өс тинлек блогерҙар һүҙе өҫтөн булып сыҡты. Был хәл Башҡарма комитетҡа ингән ныҡ абруйлы, исем-дәрәжәле апай-ағайҙар ябай халыҡтан йыраҡ икәнен күрһәтте. Туй генералдары тиһәк – артыҡ түбәнһетеү булыр, сөнки һәр кемдең хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған үҙ тарихы бар. Әммә бөгөн артында һүҙен ҡеүәтләр фекерҙәштәре торған, йәмәғәт фекеренә йоғонто яһай алырҙай, сетерекле мәлдәрҙә аҡыл һатмай, ябай халыҡ менән тиң һөйләшә белгән кешеләр кәрәкле заман. Шуға ла биш йыл тигәндә, бөгөнгө талаптарға ярашлы исполкомдың ярайһы яңырыуы мөһим әһәмиәткә эйә. Башҡарма комитет рәйесе кем булыр – уныһы ла мөһим һорау.
3. Тағы ла бер теләк - йәштәргә юл биреү мотлаҡ. Башҡарма комитет эргәһендә Аҡһаҡалдар ҡорон нығытыу иҫәбенә, алдынғы, киң ҡарашлы йәштәргә ышаныс белдереү, исполкомға уларҙы күберәк индереү дөрөҫ юл булыр. Бөгөнгө шарттарҙа «һин көтөп тор, ҡоролтайға инергә йәшһең әле” тип ҡарау, Президиум, исполком эшмәкәрлеген бары тик абруй, дәрәжә, исемдәре булған иң-иңдәр менән бәйләү ҙур хата.
Хуплаһағыҙ, йә фекерҙәрегеҙ булһа – яҙығыҙ.

Ҡоролтайға ҡотлау
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ!
М. Кәрим, 1995 йыл, июнь

2019 йыл. Бишенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Радий Хәбировтың саҡ Башҡортостанға ҡайтҡан, ең һыҙғанып эшкә тотонған осоро. Дәрт, дарманы ташып тора. Беҙҙеңсә, ул ваҡытта Хәбиров был сараны тәү сиратта ниндәйҙер ҙур байрам кеүек тә ҡабул иткәндер. Өҫтәүенә уның республикаға ҡайтҡан көнөн Өфө башҡорттары Салауат Юлаев һәйкәле янында йырлап-бейеп ҡаршы алды. Үҙ башҡорттарының терәген тойоу уға көс тә, ышаныс та бирә, күңеленә дәрт өҫтәй кеүек ине.
Әммә шул уҡ бишенсе Ҡоролтайҙа уға тәүге сирҡанысты ла үтергә тура килде. Донъя башҡорттарын туплаған ҡорҙо йәмһеҙләп, шуның менән республиканың яңы етәксеһен милли темала шантаж ҡолона әйләндерергә теләүселәр үҙҙәре менән беренсегә таныштырҙы. Әммә уларҙың ниәттәре килеп сыҡманы. Милләте өсөн заманса үҫеш, тотороҡлоҡто һайлаған башҡорттар Радий Хәбиров менән үҙ юлын дауам итте. Уларҙың берҙәм эшмәкәрлеге уңдырышлы ҡара ергә тос орлоҡ сәсеүгә тиң булды. Биш йыл эсендә тел, тарих, мәҙәниәт, рухиәт өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙылар. Ә тегеләр, ә тегеләр тарих арбаһынан төшөп ҡалды.
Шулай итеп, биш йыл элеккеге Ҡоролтайҙағы Хәбиров менән бөгөнгө Хәбиров араһында айырма бармы? Бар. Ҙур. Йәшәгән дәүеребеҙ ябай түгел. Тулыһынса һынауҙар заманы. Ҙур төбәк етәксеһе булараҡ төрлө саҡырыуҙар аша тормош тәжрибәһен туплай-туплай әлеге мәлгә күпкә аҡыллыраҡ, сабырыраҡ, уйлыраҡ булып килеп етте ул. Бөгөн Радий Хәбиров "ҡәҙерле башҡорттарым, әлеге ауыр заманда миңә терәк булғанығыҙ өсөн рәхмәт" тине. Ысын күңел, асыҡ йөрәктән. Был һүҙҙәр Башҡортостанға ҡайтыуын бейеп ҡаршы алғандарға булған рәхмәтенән бик-бик күпкә мәғәнәлерәк, тәрәнерәк, ихласыраҡ булды.
Башҡорт теле көнө менән!

Баш ҡалаға йәнә юғары етәкселәр килде. Был юлы ил президентының федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре Башлыҡтары Өфөгә Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән кәңәшмәгә йыйылды.
Йәкшәмбе ил президенты
В. Путин (ВКС форматында) М-12 трассаһының Башҡортостан аша үткән өлөшөн асыуҙа ҡатнашты, көн аша республикаға Именлек хеҙмәте Рәйесе урынбаҫары (Рәсәйҙең экс-президенты)
Д. Медведев килеп китте.
Р. Хәбировты ана вазифаһынан бушаталар, бына бушаталар тип фараз ҡылған айырым мәғлүмәт сараларына аптырағас был яңылыҡтарҙы бары факт булараҡ ҡабул итергә генә ҡалды.

Башҡарылған эштәрҙе күрер өсөн туҡтап уйлап, тирә-яҡты байҡап, кисәгене, бөгөнгөнө барлап алырға кәрәк шул. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр яңы балалар поликлиникаһы өсөн рәхмәт белдерә, унда бөгөн яңы медицина учреждениеһы асылған икән.
Бәйләнештә социаль селтәрендә С. Ғәзизованың сәхифәһенән
"Ейәнем йүткерә башлағас, бөгөн балалар баҡсаһына бармай, педиатрға күренергә Кузнецов Затонында Испытателей 21 адресы буйынса яңы асылған балалар поликлиникаһына йүнәлдек. Баҡтиһәң, ошо поликлиниканың эшен бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарап-тикшереп йөрөй икән! Беҙ табибта саҡта килеп керҙе. Башҡортса һаулашҡас, ул да бик матур итеп башҡортса һөйләште минең менән! Уның шундай ябай, халыҡсан икәнен яҡындан күрҙем. Затонда балалар поликлиникаһы асылғас хәҙер балаларҙы табипҡа күрһәтеүе бик еңел икәнен әйттем, сиратта сәғәт буйы торорға түгел, иркен бүлмәләр яҡты, оборудование яңы, табибтар иғтибарлы. Башлыҡтың күҙенә ҡарап оло рәхмәтемде еткерҙем.
Беҙ кейенеп, сығышлай ҙа тап килгәс, Радий Фаритович менән фотоға ла төштөк.
Балалар иҫән-һау булып, донъялар имен булһын!"
Бәйләнештә социаль селтәрендә билдәле күсемһеҙ милек агенты С. Насырова сәхифәһенән
Ихатабыҙҙа балалар поликлиникаһы асылды! Яңы фатирыбыҙға ла яҡын. Эргәбеҙҙә яңы мәктәп төҙөлә. 2200 балаға иҫәпләнгән Башҡортостандағы иң ҙур белем йорто буласаҡ! "Йәшел сауҡалыҡ" микрорайонына иркен юл һалынды, Пугачёв урамын киңәйтеп, "Дуҫлыҡ" монументына тағы юл төҙөлә. Беҙҙең йорттоң беренсе ҡатында дәүләт балалар баҡсаһы асыу планлаштырыла. Бай инфраструктуралы микрорайон!
Поликлиника асыу тантанаһына Республика башлығы Р. Ф. Хәбиров килде. БСТ каналына интервью бирҙем, бөгөн "Яңылыҡтар"ҙа ҡарағыҙ.
https://vk.com/wall485215984_2725
https://vk.com/wall56794643_61389

VK
Савия Газизова-Басырова. Пост со стены.
Ейәнем йүткерә башлағас, бөгөн балалар баҡсаһына бармай, педиатрға күренергә Кузнецов Затонында Испы... Смотрите полностью ВКонтакте.