This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥 Юлдаш, Ашҡаҙар Һомайҙа ❤️
Тиҙҙән был радиоларҙы Һомай аша тыңлап була 😊

Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Forwarded from Ai molodca 🤖 (Dobrokotov)
Прислал подписчик, хочу чтобы это увидел мир — Лоуфай башкирская бабушка слушает радио некоторое количество часов.
https://youtu.be/ktjIu2PA_S4?si=RUFRmSJ6C9ktUwAj
От автора: «Использовал ideogram как основную картинку и minimax для анимации, но пришлось попотеть, чтобы сшить это все в зацикленные часовое видео».
Идеально для вечера воскресенья.

YouTube
Bashkir retro radio (lo-fi style)
#ai #animation #lo_fi #bashkortostan #ufa #башкортостан #башкирия #уфа #башҡортостан #өфө #башҡортса
00:00 - Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаева - Ғәлиә менән Заhир йыры
04:25 - Фидан Ғафаров - Ҡышҡы романс
08:30 - Абрар Ғабдрахманов - Төнгө серенада…

Forwarded from Хомай/Homai/Һомай
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎉 Ура! Теперь и марийцы могут обращаться к колонке Һомай на родном языке! 🥳
Пока эта возможность доступна в тестовом режиме и только на определенных устройствах в песочнице. Надеемся, что это поможет сохранить и развивать марийский язык. Загляните в видео и оцените уровень "восторга" нашего эксперта 😄 Обещаем - дальше будет только лучше! 👇
Пока эта возможность доступна в тестовом режиме и только на определенных устройствах в песочнице. Надеемся, что это поможет сохранить и развивать марийский язык. Загляните в видео и оцените уровень "восторга" нашего эксперта 😄 Обещаем - дальше будет только лучше! 👇
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кем телде өйрәнер өсөн колонканы көтә, һеҙҙең өсөн был видео
Forwarded from Параллель һөйләмдәрҙе тикшереү
🌟 Яңы бәйге! 🌟
Хөрмәтле дуҫтар, туҡтап торғандан һуң, беҙ тағы бер бәйге ойошторорға булдыҡ! Был юлы Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләренең тәржемәләрен һәм төрлө сығанаҡтарҙан йыйған текстарҙы тейәнек.
📊 Эш күләме
Яҡынса 111'000 пар һөйләм, шул иҫәптән иҫке Башинформ материалдары (Хәмитов осоронан).
🎁 Бүләктәр
I урынға - "Һомай" аҡыллы колонкаһы
II-IX урындар ҙа бүләкһеҙ ҡалмай
💬 Аралашыу өсөн WhatsApp төркөме:
➡️ https://chat.whatsapp.com/LLdhVIKoGp0CAY3EMbO45Y
Ойоштороусылар, Искәндәр һәм Айгиз

WhatsApp.com
Параллель һөйләмдәрҙе тикшереү (чат-бот)
WhatsApp Group Invite
🎁 Яңы йылға беҙҙән бүләк! 🎄
📢 Оҙаҡ көттөргәндән һуң, беҙ колонканың программаһын йүнәлтеп бөттөк. Тимәк колонкаларҙы һата башлай алабыҙ.
📦 Ни бары 30 колонканы әлегә һатабыҙ:
➡️ 10 штугын кемдәргә вәғәҙә иткәнмен, кемдәр менән аралашҡанмын, шуларға бирәм. Миңә тағы берҙе яҙып иҫемә төшөрөгөҙ.
➡️ 10 штукты кем алдан сайт аша электрон адресын ҡалдырған, шуларға үҙебеҙ яҙабыҙ.
➡️ Һәм тағы 10 штугын был кем алдан өлгөрә, шуға һатабыҙ. Был постың аҫтына АЛАМ тип комментарий яҙығыҙ. Үҙебеҙ һеҙгә яҙырбыҙ
💰 Хаҡы: 7000 һум
💳 Түләү ысулдары:
• QR-код
• СБП
• Телефон номерына күсереү
⭐️ Был юлы алыусыларға:
• Абоннет хаҡы кәмендә 2 ай буш, йәйгә тиклем был акцияны оҙайтыуыбыҙ ҙа бар
📍 Алыу ысулдары:
• Өфөнән килеп алырға мөмкин
• СДЭК аша ебәрә алабыҙ (юл сығымын һеҙ түләргә тейеш) 📦

🎄 Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе етеп килгән Яңы 2025 йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! ✨
Үтеп барған йыл беҙҙең өсөн бик мөһим булды - Һомай аҡыллы колонкаһы башҡорт телендә һөйләшә башланы, һәм быйыл тәүгә кемдәрҙеңдер өйөндә Яңы йылды ҡаршылай.
Яңы йылда Һомай һеҙҙең тоғро ярҙамсығыҙ булыр тип ышанғы килә. Ә беҙ инде уның мөмкинлектәрен киңәйтеү өҫтөндә эштәрҙе дауам итәбеҙ.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ҡоростай һаулыҡ, ғаилә иминлеге, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Яңы йыл ҡыуаныстар һәм яҡты өмөттәр менән тулы булһын! 🎅
Һомай командаһы

Һауа торошон өҫтәр өсөн ярҙам кәрәк
Әлеге ваҡытта Һомай һеҙгә һауа торошон әйтә алмай. Ни өсөн? Сөнки беҙгә башҡорт ауыл, ҡалаларҙың исемлеге, һәм улар урыҫ телендә нисек атала, шуны белер кәрәк. Шулай уҡ ҡай бер ауылдың ике исеме бар, уларын да белһәк, яҡшы була. Шуға ла берәйгеҙ был мәғлүмәтте ҡайҙан табып була, шуны әйтһә, беҙ тиҙ генә Һомайҙы өйрәтер инек 🙏🏼

2021 йылдың 21 июнендә, башҡорт телендә тәүге тауыш синтезаторы эшләгәйнек. Уны эшләүҙә беҙгә Silero тигән егет ярҙам итте. Ул ваҡытта 15 сәғәт аудио яҙҙырырға тура килде.
Ә хәҙер уның командаһы Рәсәй һәм СНГ халыҡтарына бушлай тауыш синтезаторы эшләргә йөрөй. Шуға ла ярҙамсылар эҙләйҙәр.
Һеҙҙән 1 сәғәтлек рус телендә аудиояҙма һәм 2 сәғәтлек башҡортса аудиояҙма талап ителә. Әгәр ҡыҙыҡ булһа, тулыраҡ мәғлүмәтте ошонда уҡый алағыҙ, ә улар менән бәйләнешкә ошонда сыға алаһығыҙ. Тауыш яҙҙырған өсөн аҡса түләнә, хаҡын үҙегеҙ килешегеҙ.
Был тауыш синтезын аҙаҡ бөтәһе лә ҡуллана ала, шуға автор хоҡуҡлығын уларға бирергә кәрәк була.

Һомай
🌟 Яңы бәйге! 🌟 Хөрмәтле дуҫтар, туҡтап торғандан һуң, беҙ тағы бер бәйге ойошторорға булдыҡ! Был юлы Таңсулпан Ғарипованың хикәйәләренең тәржемәләрен һәм төрлө сығанаҡтарҙан йыйған текстарҙы тейәнек. 📊 Эш күләме Яҡынса 111'000 пар һөйләм, шул иҫәптән иҫке…
🎯 Иҫләйһегеҙме был бәйгене?
🔥 Бер ай эсендә ҡатнашыусылар 119'380 һөйләм тикшереп ҡуйҙылар!
⏳ Әлегә 26'000 тирәһе һөйләм ҡалды. Әгәр тағы ла текстар тапмаһаҡ, был һөйләмдәр бөткәс, бәйге лә тамамлана.
🎁 Ә бүләктәре һуң ниндәй!
🥇 I урын - Һомай колонкаһы менән Readme Note 50 телефоны
🥈 II урын - Readme Note 50 телефоны
🥉 III урын - Readme A3X телефоны
🎯 IV-IX урындарға ла шәп бүләктәр була
🔥 Әлегә ярыш бик ҡыҙыу бара. Беренсе урында барған 22'000 һөйләм тикшергән, ә өсөнсөлә барған 19'000 тикшергән. Шуға ла кем еңеүе әле лә билдәле түгел! ✨
👏 Был бәйгене ойоштороусылар Искәндәр Шакиров менән Айгиз Кунафин. Ә спонсоры булып беҙҙең Һомай командаһы һәм ике башҡорт егете торалар. Уларҙың бөтәһенә лә ҙур рәхмәт! ❤️
🌟 Әммә ярҙам иткән 125 кеше булмаһа, бер нәмә лә булмаҫ ине. Телем тип янып йөрөгән һәм был эштә беҙгә ярҙам иткән 125 кешегә айырым ҙур рәхмәт! 🙏

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн параллель һөйләмдәрҙе тикшереү бәйгеһен тамамлап, еңеүселәрҙе билдәләргә булдыҡ