Forwarded from Радий Хабиров
Сегодня – 105 лет со дня рождения нашего великого земляка, народного поэта Башкортостана Мустая Карима.
Уже почти 20 лет его нет рядом с нами. Но его слово продолжает жить и вдохновлять людей, помогает быть лучше, мудрее, терпимее и внимательнее друг к другу.
В жизни многих из нас он оставил удивительный след. И мне, на самом деле, очень повезло. Я хорошо его помню – общение с ним, наши совместные проекты, работу. Когда я был Руководителем Администрации Президента республики, мы часто встречались, он приходил по разным вопросам, просил помочь людям.
И, наверное, я был одним из последних, кто видел его живым. Он тяжело болел, лежал в кардиоцентре. И я попросил предупредить меня, если ситуация будет плохо разворачиваться. Поздно ночью мне позвонили, и я пришёл к нему в реанимацию. Ему уже было тяжело говорить. Я пытался его подбодрить, говорю: «Мустафа Сафич, как же так? Скоро День республики, мы уже готовим в президиуме ваше традиционное место». А он шутит: «А ты сделай так, оставь это место и напиши – здесь Мустай».
Это был мощный человек – настоящий гражданин, великолепный, величайший поэт, яркий общественный и политический деятель. И в то же время он был очень беззащитным – такое часто бывает у интеллигентных людей.
Большое наследие поэта по-прежнему актуально. Это подтверждают новые яркие культурные проекты по его творчеству. За последние годы мы увидели талантливейшие экранизации – «Долгое-долгое детство», «Отряд Таганок», «Помилование» и, конечно, моя любимая «Сестрёнка». И сегодняшняя премьера в Национальном молодёжном театре – спектакль «Чёрные воды» – ещё одно тому доказательство.
Спасибо авторам этой постановки и в целом коллективу театра, который носит имя поэта, за такие талантливые работы!
Особая благодарность – Фонду имени Мустая Карима и его директору, дочери писателя Альфие Мустаевне за бережное сохранение творческого наследия нашего народного поэта, большой вклад в развитие башкирского языка, литературы и всей нашей многонациональной культуры.

"Беҙ Мостайлы халыҡ!" тип ғорурланабыҙ. Шулай тигәндә әҙиптең бөйөк әҫәрҙәре генә күҙ уңында тотолмай. Беренсе сиратта, ул ысын патриот - яу килгәндә ҡулына ҡорал алып илен яҡлаған ябай һалдат. Кендек ҡаны тамған тыуған еренә, хис-тойғоларын, уй-фекерҙәрен әҙәби һүҙ аша кешелеккә еткереү һәләтен биргән туған теленә һис хыянат итмәгән ысын илһөйәрлек өлгөһө.
Мостай иҫән саҡта халыҡ та, етәкселәр ҙә сетерекле мәлдәрҙә "Мостай ни әйтер?" тип көттө. Бөйөк аҡыл эйәһе бер ваҡытта ла боҫманы, иң ҡатмарлы хәлдәрҙә халыҡ алдына сығып мотлаҡ үҙ һүҙен әйтер, аптырап ҡалған саҡта түрәләргә лә тура юл күрһәтер абруйлы йәмәғәт эшмәкәре булды.
Ул киткәндән алып етемһерне Башҡортостан. Бушлыҡты тулыландырырға тырышыусылар юҡ түгел, бар. Әммә йәмәғәт менән етәкселәр араһындағы бәйләнешкә ныҡлы таяу булып торған өсөнсө тағанды алмаштырырлыҡ шәхес әлегәсә табылманы. Үҙ халҡыңдың ысын улы итеп танылыр өсөн, һүҙҙең ялҡынлы, тауыштың көслө булыуы ғына етмәй шул. Шәхси яҙмыш һынауҙары, ил-көн хәсрәте аша тупланған тормош аҡылы, үҙеңә ышаныс биргән, башҡалар алдында йөҙөңдө йыртмағын, бер ниндәй аҡсаға һатылмаған таҙа намыҫ кәрәк шул.
Бушлыҡты тултырыусылар табыла тигәндән, үҙҙәрен халыҡ юлбашсыһы, ил инәһе, милләт әсәһе кимәленә күтәреүселәр өсөн шәхси ҡыҙыҡһыныуҙары беренсе урында. Уларҙың эшмәкәрлектәре әлегә халыҡ менән уйынға, етәкселәрҙе шантажлауға ғына ҡорола.
Социаль селтәрҙәр ҡолона әйләнә барған күпселек иһә ялтырауыҡлы тормошто үҙ иткән буш блогерҙар артынан ҡыуа...

Башҡортса ниндәй ТГ-каналдар уҡыйһығыҙ?
Башҡортостан гәзите Тг-каналы Ташбулат ауылын Ташбыуатҡа үҙгәртергә тәҡдим итә. Сәләмәтлек өсөн зарарлы тигән һылтау менән унда кәрәҙле телефон бәйләнешен тәьмин итеүсе станция ҡолатылған. Нимә сыҡһа, Әбйәлилдә сыға инде🙈
https://www.group-telegram.com/bash_news102/3995
Башҡортостандар шулай уҡ пандемия осоронда 21-се дауахананың "ҡыҙыл зонаһы" менән етәкселек иткән билдәле табип Руслан Ғүмәровтың 8-сегә атай булыуы тураһында хәбәр итә. Ғүмәровтар һигеҙенсе ҡыҙҙарына боронғо башҡорт исемен ҡушҡан. Ғәлиә, Гөлфиә, Гөлбикә, Гөлфиә, Рамаҙан, Рәшит, Рәхим, Ғәлимэ янына Гәҡиҙәне алып ҡайтҡандар 👍
Ә бына Йәшлектең йүкә телефоны Әбйәлил районынан 94 йәшлек Бәширә Усманованың башҡорт теле тураһында видео мәҙхиәһен баҫтырып ҡыуандырҙы. Йәнә Мостай Кәримдең 1989 йылда Бөрйән районында халыҡ менән осрашыуынан архив фотоларын һалды. https://www.group-telegram.com/yukatelephon/7188
Афарин, Майикмәкһеҙҙә контент табырға була🤣
Өфөнән 13 йэшлек Полина Симонова ишеү спорты менән шөғөлләнә, йәрәхәтләнеү сәбәпле ул Өфөлә үткән ярышта ҡатнаша ал алмаған. Әммә ярышта ҡатнашыусыларҙы ул ҡурай уйнап ҡаршы ала. Юлдаш радиоһы Тг-каналы видеояҙма тәҡдим итә. https://www.group-telegram.com/radiouldash/13475
Кем ҡыҙҙар ҡурай уйнамай ти? Бына һеҙгә тағы ла бер дәлил. Афарин, Полина. Сәләмәтлек һәм спортта ла яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Telegram
"Башҡортостан" гәзите
Бәпес ҡайтты! Төклө аяғың менән, Ғәҡиҙә
Ғәҡиҙә Ғүмәровтар ғаиләһендә һигеҙенсе балаһы
Ғүмәровтарҙың ғаиләһе ишле – Гүзәл менән Руслан ете балаға ғүмер биргән. Бөгөн һигеҙенсе ҡыҙҙарын бала табыу йортонан алып ҡайттылар. Ғаиләнең бәхетле минуттарына беҙ…

ХАЛЫҠТЫ ҠЫМЖЫТЫР ӨСӨН ТАҒЫ БЕР СӘБӘП. ЙӘКИ САЛАУАТ ЮЛАЕВ ҺӘЙКӘЛЕН РЕСТАВРАЦИЯЛАУ ТЕМАҺЫН ҠУЙЫРТЫУ КЕМДӘРГӘ КӘРӘК?
Башҡорт халҡының ғына милли геройы түгел ул Салауат Юлаев, ә тотош Башҡортостан республикаһы символы. Айырым төркөмдәрҙең провокацияһына бирелеп, уларҙың тирмәненә һыу ҡойорға ашыҡмағыҙ.
Бер-нисә аргумент:
1. Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаларының береһе - герб. Ундағы төп элемент - республикалағы милләт-ара татыулыҡты һәм берҙәмлекте сағылдырыусы Салауат батыр һәйкәле. Ә дәүләт символдары махсус законға ярашлы яҡлана. Шулай итеп, Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алырҙар ҙа, башҡаса ҡуймаҫтар тигән икеләнеүгә бөтөнләй сәбәп юҡ. Ул республикабыҙҙың рәсми символы. Әйткәндәй, дәүләт гербында тотош һәйкәлде сағылдырыу хәҙерге геральдика тарихындағы уникаль күренеш. Гербтар тураһындағы фән талаптарына ярашлы - дәүләт символдарында статуя, монументтар сағылдырыу тыйыла. Башҡортостандың төп символының республика гербында урын алыуы - берҙән-бер осраҡ һәм ул һәйкәлдең беҙҙең республика өсөн ни тиклем мөһим әһәмиәткә эйә булыуына асыҡ дәлил. Йәнә һәйкәлде реконструкциялау тирәләй шау-шыу ҡуптарыусылар Башҡортостанда Салауат Юлаев исеме менән бәйле бөтә ойошма, урам, ауыл, административ берәмек исемдәре реестрын төҙөп ҡараһындар - осона сыға алырҙармы? Бер блогер әйтмешләй, яңы ойошма төҙөп, ниндәй исем бирергә тип баш ватаһың икән, мәсьәләне хәл итеүҙең иң ябай юлы - ул Салауат исемен биреү. Был осраҡта дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ тип кенә әйтергә ҡала). Салауат Юлаев күптән инде башҡорт халҡының милли геройы тигәндән киңерәк мәғәнәгә эйә. Ул тотош республиканың визит картаһы.
2. Һәйкәлде ни өсөн ремонтлау мөһим. Һуҙылып йөрөп һуңлап ҡалмаҫ өсөн һәм төп символға ҡарата битараф ҡараш өсөн оят булмаһын өсөн!
Өфөгә килгән һәр ҡунаҡҡа Салауат Юлаев һәйкәлен барып күреү изге йола. Әгәр ҙә "беҙгә шулай ҙа ярай, тик теймәгеҙ" тип яу һалып, милли бәҫебеҙҙе төшөрөргә һеҙ риза икән, үҙ ҡаҙанығыҙҙа ҡайнауҙы дауам итегеҙ. Беҙ милләтебеҙ исемен йөрөткән берҙән-бер республиканың, ундағы милли символдарҙың заманса үҫеше, заманса сағылышы, заманса яңғырашы яҡлы.
3. Ремонт кәрәклеген күптәр таный. Үҙ һүҙҙәрен һүҙ итер өсөн уларҙың күбеһе һәйкәлде урынынан алмай төҙөкләндерегеҙ тип аҡыл өйрәтә. Үтә күренмәле быяла купол кәрәк ҡайһы берҙәренә. Көндә барып ҡарарға йыйыналар, йәнәһе. Диван тәнҡитселәре дивандан ятып ҡына аҡыл өйрәттеләр һәм артабан да шулай буласаҡ. Теләге булған кеше һәйкәл төҙөкләндереләсәк бинаға ла барып күрер. Шуға сит илдә ятып, аҡыл һатыусылар ҡурайына бейеүҙе туҡтатайыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә ҡала, тик ул майҙанда түгел, эште ойоштороу өсөн шарттары булған айырым бинала реконструкцияланасаҡ. Был дөрөҫ. Башҡортостандағы ҡырыҫ һәм оҙон ҡыш шарттарында асыҡ һауала йә ҡулайлаштырылған ангарҙа эш алып барыу, ремонт ваҡытын тотҡарлауға ғына сәбәп булмаҫмы? Икенсенән, параллель рәүештә һәйкәлдең курганын нығытыу эше ойоштороласаҡ!

Салауат Юлаев исемен мәңгеләштереү һәм популярлаштырыу маҡсатында һуңғы йылдарҙа нимәләр эшләнде:
1. Нисәмә йыллыҡ тынлыҡтан һуң быйыл ниһайәт республика кимәлендә "Салауат йыйыны" байрамы ойошторолдо.
2. Салауат Юлаевтың тыуған ауылы биләмәһе административ бүленеш йәһәттән 20-се быуат башынан алып Силәбе өлкәһенә ҡараған булып сыға. Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән күрше регион менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Ике төбәк араһындағы килешеү нигеҙендә Силәбе өлкәһе тарихи биләмәне яңынан Башҡортостанға ҡайтарып бирә. Унда быйыл "Салауат ере" тип исемләнгән туристик локация асыла.
3. Республиканың төп дәүләт премияһы Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Быйылдан башлап уның аҡсалата баһаһы 1 млн һумға тиклем күтәрелә. Премия элек ике йылға бер тапҡыр ғына тапшырылһа, быйылдан йыл һайын!
4. Милли батырыбыҙ һәм республикабыҙ символын ҙурлау, һаҡлау һәм яҡлау йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эштең сираттағыһы һәм иң мөһиме - Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау. Кем әйтмешләй, эттәр олоп торор, ҡарауан иһә үҙ юлын дауам итә.
Һәйкәл тирәләй шау-шыу тыуҙырыу республикала милли низах көҫәгән айырым бер төркөмгә генә кәрәк. Сөнки уларҙың үҙҙәренең сәйәси, иҡтисади ҡыҙыҡһыныуҙары. Йәғни милли тойғоларҙа уйнау, тотош халыҡ өсөн түгел, нәҡ улар өсөн генә отошло!

Промышленные предприятия башкирского ТЭК подверглись атаке трёх вражеских беспилотников.
В рамках антитеррористической комиссии и оперативного штаба мы сформировали комбинированную систему обороны от возможных подобных нападений, включающую в себя инструменты пассивной защиты, наблюдения и уничтожения.
Первый БПЛА упал на территории одного из предприятий и причинил минимальный ущерб в виде выбитых стекол в операторской. Два других упали в промзоне.
Жертв и разрушений нет. Предприятия функционируют в штатном режиме. На месте работают следственная группа, подразделения МЧС, оперативные службы. Ситуация под контролем.

Тағы ла көтмәгәндә, уйламағанда ҡыш килде❄️ Өфөнөң әлеге мэры ла тәүге ҡар матурлығына ҡарап һоҡлана алмай тоже йоҡлай ҙа ҡала шикелле. Өфө лимонарийында помпельмус бешкән тигәс тә , урамда ноябрь икәнен дә оноторға ярамай😂.
Forwarded from Ханзаман 🖋
Ней ите, ней һөтө. Тағы ла эт тиһәң йөнө, әҙәм тиһәң йүне юҡ тиҙәрме әле? Үҙен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип иҫәпләгән Ирек Ағишев тураһында шулай тип яҙһаҡ, ныҡ ҡаты булырмы икән. Но... шулай тимәһәң дә булмай.
1 ноябрҙә Салауат Юлаев һәйкәле янынына халыҡ йыйып маташҡан ул. Маҡсаты - һәйкәлде ҡайҙалыр алып китмәй, урында ғына реставрациялауҙы талап итеү. Шулай итеп, милли активистар һәйәлде реставрациялауҙың мөһимлеген инҡар итмәй. Әммә власть яғына таш атыу өсөн сәбәп кенә эҙләп йөрөгәстен, буш ерҙә яңы шау ҡуптарыу өсөн изем генә кәрәк бит. Шулай итеп айырым төркөмдәр “ә ни өсөн һәйкәл ниндәйҙер цехта ремонтланырға тейеш, юҡ, беҙ быға юл ҡуймайбыҙ, урында ғына эшләһендәр” тип хәл итә. Шулай итеп, Ирек Ағишевтың мөрәжәғәт әҙерләү өсөн нийәтләнгән «халыҡ йыйынына» саҡырыуҙы ҡабул итеп, халыҡтың үҙе әйтмешләй һин дә мин, ибн Әмин килә.
Нийәте тормошҡа ашмағас, үҙен бөйөк йәмәғәт эшмәкәре, милли хәрәкәт лидеры тип иҫәпләгән Ирек Ағишев чаттарҙа баймаҡтарға ташлана. Йәнәһе лә һеҙ Салауат Юлаев һәйкәлен яҡлап сыҡманығыҙ ҙа, саҡырыуҙы ҡабул итеп Өфөгә килмәнегеҙ.
Бер кем тарафынан танылмаған хөрмәтле үә ғиззәтле әүҙемсе, әйтер һүҙебеҙ һеҙгә. Баймаҡтар, власть вәкилдәрен ҡурҡытыусы бапаҡ түгел. Үҙегеҙҙе аҡыллыға ҡуйып, баймаҡтарға ҡулланыусы мөнәсәбәт менән ҡарарға һеҙ генә етмәгәйнегеҙ. Улар һеҙҙең кеүек үк фекерләгән, дөрөҫ, күпкә йәшерәк һәм ялҡынлыраҡ активистың һүҙен бер тыңлап сходҡа йыйылды инде. Һөҙөмтә барыбыҙға ла мәғлүм.
Милләтебеҙ киләсәге, милли символдар тураһында хәстәрләйһегеҙ икән, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарай башларға ваҡыт. Ну или үҙегеҙгә айнығырға...

Forwarded from Өфө йүкәләре🍃
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Афарин, патриот балалар!
Баймаҡтан «Саптар» өлгөлөлө бейеү ансамбле Санкт-Петербургҡа конкурсҡа барған саҡта Белореттан әрмегә юлланған егеттәр менән бер вагонға эләккән.
Илһөйәр балалар һалдаттар менән бергә республикабыҙ гимнын башҡарған.
Афарин! Киләсәгегеҙ яҡты, бәхетле булһын, балалар!

Кисә-бөгөн ТГ-каналдар, айырым аналитиктарҙың, бигерәк тә сит илдән аҡыл һатҡандарҙың яҙғандарын ҡарап сыҡтым да Мортаза Рәхимов булһа, халыҡсан ғына итеп ауыҙҙарын яптырыр ине тип уйлап ҡуйҙым. Юҡ-бар һөйләп баш ҡатырғандарға уның һүҙе ҡыҫҡа һәм хап-халыҡсан була торғайны «БУҠ СӘЙНӘМӘГЕҘ!»
Ваҡытында Рәхимов тураһында ла нимә генә һөйләмәнеләр. Хатта ялда булыпмы, әллә сирләү сәбәплеме, аҙна самаһы киң мәғлүмәт сараларында эшмәкәрлеге яҡтыртылмай торғанда «Рәхимов үлгән икән» тип хәбәр сығарҙылар). Интернет, социаль селтәрҙәр булмағас – имеш-мимештәр ул саҡта «боҙоҡ телефон» аша таралды.
Рәсми мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән «Комсомольская правда» гәзитенең Башҡортостандағы редакцияһы (ә етәксеһе ул ваҡытта Рәүфә Рәхимова ине), әлбиттә, тынлыҡ һаҡланы. Тикшерелмәгән, раҫланмаған мәғлүмәтте, йәғни фейк таратмау – ысын журналистар өсөн ул ваҡытта ла алтын ҡағиҙә ине.
Кем өсөндөр нимәлер үҙгәреүе ошо миҫалда ап-асыҡ күренеп тора. Рәсми мәғлүмәт саралары элекке көн республика етәксеһен награда алыуы менән ҡотланы ла, кисә ҡәҙимгесә үҙ эштәрен дауам итте. Шул иҫәптән, Башҡортостан Башлығы эшмәкәрлеген яҡтыртты. Ә айырым мәғлүмәт сығанаҡтары Хәбировты үҙҙәренең хыялдарындағы отставкаға ебәреү йырын йырланы.
Хөрмәтле йәмәғәт, үҙҙәрен иң ғәҙел һәм яңылыҡтарҙы иң оператив еткереүсе мәғлүмәт сараһы тип танытыусыларҙың бөтәһенә лә ышанып, улар яҙғанды чаттан-чатҡа һелтәп йонсомағыҙ.
Радий Хәбировты вазифаһынан бушатыу өсөн бер сәбәп тә юҡ. Эш уға барһа, ил Президенты Өфөгә килеп, килһә – республика етәксеһе менән айырым осрашыу үткәреп тормаҫ ине. Икенсенән, Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә барып отставка буйынса ғариза яҙып ҡайтҡанында түшенә миҙал-орден ҡаҙап торманылар. Ул үҙе лә ҡайтты ла, шул уҡ сәғәтендә отставкаға китеүе тураһында хәбәр итте. Һорау Мәскәүҙә хәл ителһә, бында ваҡыт һуҙыуҙан бер фәтеүә юҡ!
Рәхимовтың коронный фразаһын ҡабатлап тормайбыҙ, бөтәгеҙгә лә матур ялдар теләйбеҙ😉!

Бөгөн Урал аръяғы райондарында. Сәбәпһеҙгә төнгө юлға, оҙон юлға сығыуҙан тотҡарланып тороу хәйерле.
Forwarded from Максим Zабелин
Сегодня для меня особенный день — я завершаю свою работу на посту руководителя Администрации Главы республики и перехожу на новую должность, с новыми сложными и интересными задачами.
Шесть лет, проведённые в Башкортостане, стали важной и насыщенной частью моей жизни. За это время я не только обзавёлся новыми друзьями, но и приобрёл бесценный опыт. Я искренне полюбил красоты башкирского края, его уникальную культуру и богатую историю.
Сердечно благодарю Главу республики Радия Фаритовича Хабирова за доверие и возможность служить на благо и процветание жителей нашей замечательной республики. Это важный опыт для меня, который безусловно, пригодится в будущем.
Особую признательность хочу выразить Премьер-министру Правительства Андрею Геннадьевичу Назарову и всем коллегам, которые поддерживали меня, делились мудрыми советами и помогали в работе. В Башкортостане живут удивительные, добрые люди, и я горжусь тем, что имел возможность быть частью этой дружной команды.
Башкортостан занял особое место в моём сердце, и я уношу с собой только самые тёплые и светлые воспоминания.
Спасибо вам за всё!
#РеспубликаБашкортостан #Спасибо

Forwarded from Ильяс Батыргариев | Журналист из Уфы
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Каково же реальное состояние памятника Салавату Юлаеву?
17 ноября 1967 году Уфа обрела самый главный символ республики. Он встречает нас, когда мы заезжаем в город по Бельскому или ЖД мосту. Для нас это символ, образ героя, предмет гордости.
Реставрация необходима уже вчера, об этом рассказал в своем сюжете.

1967 йылдың тап 17 ноябрендә Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Ул шунда уҡ башҡалабыҙ символына әүерелә. Ағиҙелдең бейек ярында урынлашҡан милли батырыбыҙ һәйкәле шулай уҡ тотош Башҡортостандың визит картаһы булып тора.
Был монументаль һынды башҡорт халҡы өсөн генә мөһим тип иҫәпләү хата. Салауат Юлаев шәхесе, тәү сиратта, халыҡтар берҙәмлеге өлгөһө. Был һүҙҙәргә тағы ла бер миҫал. Совет режиссёры Яков Протазановтың "Салауат Юлаев" фильмы 1941 йылда төшөрөлә. Был кино ул осорҙа оло ваҡиға тип баһалана. Кино сәнғәтенең көсө иҫ китмәле юғары ваҡытта тап Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрөүгә дәүләт заказы булыуы күп нәмә тураһында һөйләй. 1941 йылда Салауат Юлаев кинотаҫмаһы ауылда йәшәгән башҡорт халҡына нисек күрһәтелгәндер, ғөмүмән, күрһәтелгәнме, әйтеүе ауыр. Ә бына Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары уның тәүге тамашасылары була. Фильм бөтә ҙур госпиталдәрҙе урап сыға. Ул милләтенә ҡарамай һәр һалдатты еңеүгә рухландырыусы мәҙәни көс булып тора. Бына шуға ла Генерал Шайморатов башҡорт һыбайлыларын "Салауат вариҫтары сигенә белмәй!" тигән саҡырыу менән алға әйҙәй.
Башҡорт халҡының милли батыры исемен Рәсәй, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән һыҙып ташлап булмаған кеүек, һәйкәлде лә Ағиҙелдең текә ярынан алып ташлап булмаясаҡ. Шуға реставрация мәсьәләһенә бәйле ығы-зығыға ҡушылыу йүләрлек. Был осраҡта ла берҙәмлекте һаҡлап, йәмғиәттә, бигерәк тә йәш быуында ҡиммәттәр буталған осорҙа милли батырыбыҙға дәүләт иғтибары булыуын лайыҡлы баһаларға кәрәктер. Һәйкәлдең яңырып үҙ урынына ҡайтыуы ла оло ваҡиға буласаҡ. Йылдар дауамында онотола, онотторола килгән Генерал Шайморатовҡа асылған һәйкәл асыҡ миҫал. Бөгөн Башҡортостанда "кем ул Миңлеғәле Шайморатов?" тигән һорауға яуап бирә алмағандар һирәктер.
Европалағы өс терәүҙә торған иң ҙур монументаль һәйкәл, йә хоккей командаһы тигән тар ҡарашты киңәйтеү өсөн дә бик урынлы булыр был реставрация.
Салауат Юлаев һәйкәле асылған көн менән!

Пруфы электрон баҫмаһының ТГ-каналын ни өсөн БСТлағы хәлдәр борсой? Ошо теманы улар ике аҙнаға бер тапҡыр мотлаҡ ҡалҡытып тора. Һуңғы материалға туҡталғанда, Рәүфә Рәхимова ысынлап та Рита Өмөтбаеваның хеҙмәт хаҡын ҡайғыртамы, әллә ғиллә икенселәме?
Пруфының редакция сәйәсәте ап-асыҡ сағылып ята. Уларҙың төп маҡсаты – башҡорттарҙы ҡыҫалар тигән яр һалыу. Өмөтбаеваның хеҙмәт хаҡы улар өсөн барыбер. Был осраҡта иң мөһиме башҡорт ижади интеллегенцияһы тупланған коллективта сыр-бор ойоштороу. Тап шуның өсөн дә ҡапма-ҡаршы ҡуйыу алымы ҡулланыла. Бер яҡтан башҡорт телевидениеһында милли рухлы проекттар ойоштороусы, (тағы ла эмоцияларға тиҙ бирешеүсән, Башҡорт домохозяйкаһы менән тарихты иҫләйһегеҙҙер)) Рита Өмөтбаева – икенсе яҡтан Радий Хәбировтың элекке уң ҡулы - Елена Прочаковская. Йәнәһе лә һеҙ өндәшмәй генә халыҡ өсөн, милләт өсөн баш баҫып әллә күпме эштәр эшләйһегеҙ, ә ул ҡайырып аҡса ала.
Утһыҙ төтөн булмай тиҙәр. Хеҙмәт хаҡы, эш шарттары, компания етәксеһенең коллективын бүлеп ҡарауы - көсө еткәндәрҙе баҫып (әммә ул исемлеккә точно Рита Өмөтбаева инмәйҙер), урынын һаҡлау өсөн ҡайһы берәүҙәргә яраҡлашып эшләүсе гендиректор хаҡында һүҙ компаниянан ситкә лә сыҡмай тормайҙыр. Әммә былар барыһы ла туранан-тура Рөстәм Зәрәфетдиновтың проблемалары. Төп телеканалда төп хужа вазифаһын биләргә татар милләтенән булыуы һис ҡаршылыҡ түгел. Ә бына коллективта эште ойоштора, өҫтөнлөктәрҙе тиң һәм дөрөҫ билдәләй алмауы, төп белеме буйынса иҡтисадсы булһа ла, көрсөк шарттарында мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын билдәләүҙә тәжрибә - белеме етмәүен һәм башҡаларҙы инҡар итмәйек. Шуға ла, әгәр БСТла проблемалар бар тип белдерелә икән, дәғүәләрҙе туранан-тура уның етәксеһенә еткереү урынлы түгелме? Пруфылар иһә был осраҡта ла башҡорттарҙы сәйәси ҡорал итеп ҡулланырға тырыша, йәнә республика етәксеһе репутацияһына ҡара яғыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуя.
Һәм при чем бында Азамат Әлмөхәмәтов (ғәфү итегеҙ, Йәнбирҙин)? Уның БСТ-нан киткәненә хан заман. Әгәр ҙә был компанияға генераль директор вазифаһында ҡайтарыу кәрәк тип табылһа – Пруфыһыҙ ҙа эшләй алаларҙыр. Юҡһа логика аңлашылмай. Ул Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы вазифаһында эшкә ашмаған, ә бына БСТға генераль директор булараҡ ҡайтырырға мөмкин. Генераль директор иңендәге яуаплылыҡ күпкә киңерәк һәм ҙурыраҡ түгелме икән. Шуға, алло, ҡайҙа логика тип һорағы килә?
Беҙҙеңсә был БСТ-лағы 2012 йылдағы ваҡиғалар тураһында кинәйәләп кенә иҫкәртмә. Гүзәл Ибраһимоваға ҡаршы Азамат Әлмөхәмәтовтар менән бергәләп баш күтәргәндә Хәмитов бөгөлдө. Һеҙҙе республика халҡы яҡланы. Йәнәһе лә бөгөн тауышланырға нимә ҡамасаулай?
Беҙҙең интеллегенцияны ул тиклем дә аңра хәленә төшөргә юл ҡуймайыҡ. Рита Өмөтбаеваның Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда, мәсьәләләр бар икән, эске сәйәсәт, мәғлүмәти тармаҡ өсөн яуап биреүсе етәксегә туранан-тура мөрәжәғәт итергә лә мөмкинлеге барҙыр, моғайын...

ТУҠҺАНЫНСЫЛАР ИСЕМЕНӘН ҘУР РӘХМӘТ!
Радик Юльяҡшинға "Халыҡ артисы" исеме бирелгәндән һуң тыуған шау-шыуға яуап итеп пост яҙғайныҡ. Тар күңелле милләттәштәребеҙгә миҫал итеп Дим Мәннәнде килтерҙек. Ул 90-сы йылдарҙың иң сағыу йондоҙо булды. Башҡорт эстрадаһында рок йүнәлешен барлыҡҡа килтереүселәрҙең береһе. Бөгөн булһа уға ла исем-дәрәжәләр бирелер ине, йырсы-сәсән арабыҙҙа ғына юҡ, тип яҙғайныҡ.
Бөгөн башҡорт эстрадаһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған Дим Ҡоләхмәтовкә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән (үлгәндән һуң) "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән юғары исем бирелде. 90-сылар исеменән 90-сылар өсөн ҙур рәхмәт!
Дәрүиш, Рух, Ант, Карауанһарай, Сая, Ҡышҡы йәйғор, Аҡйондоҙ - улар барыһы ла сағыу, үҙенсәлекле төркөмдәр. Тап улар ижадында бер нисә быуын тәрбиәләнде. Уларҙың йырҙары башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Урыҫ телле роктан айырмалы, беҙҙекеләрҙең ижады үҙебеҙҙең ерлеккә, милли рухҡа, башҡортлоҡҡа бәйле ине. Тап шуға ла милли рок, Дәрүиш рухы һаман да йәшәй! Лайыҡлы мөнәсәбәт булғас, артабан да йәшәйәсәк!