Telegram Group Search
Оло йәштәге ҡатын йәш коллегаһы "бөгөн Лениндың тыуған көнө", ти икән. Тегеһе уға
"саҡырҙымы, бараһыңмы?" тип яуап биргән. Ҡыҙыҡмы был көләмәс, әллә ҡыҙғанысмы...

Кисә ил Президенты В. Путин гуманитар йүнәлеш һайлаған сығарылыш уҡыусылары өсөн рус теле һәм математикаға өҫтәп мотлаҡ тапшырылырға тейешле имтихандар исемлегенә тарих предметын индереү идеяһын хупланы. Хуп! Бик хуп!

Бөгөн иһә ил етәксеһе йәмәғәт урындарында ҡулланыусылар өсөн тәғәйенләнгән мәғлүмәти алтаҡталарҙа сит ил һүҙҙәрен ҡулланыуҙы тыйыу хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Кәрәк икән, киң таралған sale, shopping, barbershop, laungе, саsual, HR һүҙҙәрен Рәсәй халыҡтары телдәрендә ҡулланырға мөмкин, йәнәшендә рус теленә ауҙарма менән.
Был указды башҡорт телен заманса һүҙҙәр менән байытыу мөмкинлеге тип тә баһаларға була. Үрҙә телгә алынған сит ил һүҙҙәрен һеҙ башҡортсаға нисек тәржемә итер инегеҙ?
Әйткәндәй, республикала алтаҡталарҙың башҡортса вариантында хаталар осратҡанда https://www.group-telegram.com/ufabezoshibok - "Өфө - хатаһыҙ ҡала" телеграм каналына яҙырға мөмкин. Етешһеҙлектәрҙе эҙләп табып, уларҙы төҙәтеү буйынса эш бара. Өфө урамында хата күрһәгеҙ, битараф булмағыҙ. Юғиһә, әлеге каналға килгән мәғлүмәттәрҙе уҡығандан һуң да ни иларға, ни көлөргә белеп булмай...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Закир улы Шәкүровтың исемен мәңгеләштереү тураһындағы Башҡортостан Республикаһы Башлығы указына ярашлы баш ҡалабыҙ урамдарының береһенә Рәшит Шәкүр исеме бирелде.
2025/06/28 14:08:21
Back to Top
HTML Embed Code: