Telegram Group Search
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теленән белемегеҙ ниндәй кимәлдә?

Баһалап ҡарар өсөн онлайн олимпиадала ҡатнашып ҡарарға мөмкин икән.

Видео Башҡорт телен үҫтереү фондының ВК-лағы сәхифәһенән.

https://basholimpiada.ru/ - ошо һылтанма буйынса теркәлеү үтергә мөмкин.
Рәүфә Рәхимова - һуңғы аҙнала көн ҡаҙағындағы тема булды. Күҙәтеүсе позицияһын һайлап, яҙылғандарҙы ҡарап барырға ғына ине иҫәп.

Суд үтте. Ханым административ яуаплылыҡҡа тарттырылып күпмелер штраф һалынды. Республикала ярайһы билдәле медиаменеджерҙы яҡлап әллә ни һүҙ атыусылар булманымы. Суд бинаһы алдына уны яҡлап сығыусылар табылманы.

Теманы ошо урында ябырға мөмкин булыр ине. Хатта попкорн да кәрәкмәне. Әммә Рәүфә Рәхимова үҙе артыҡ тынысланырға ашыҡмай ахыры.

Уҡытыусылар көнө уңайынан пост яҙған да, тәк торғанда Рәми Ғариповты иҫкә алмаҡ булып киткән. Йәнәһе лә башҡорт теле өсөн янған шағир власть тарафынан ситләтелә.

Уның яҙмаһында тәү иғтибарға ташланғаны республика башҡорт гимназия -интернатының тарих уҡытыусыһы тураһындағы иҫтәлеге. "Дамир Ғөзәйер улы үтә сабыр холоҡло ине. Ауылда башҡортса ғына уҡып килгән балаларға тәүге сиректә генә дәрестә башҡортса яуап бирергә рөхсәт итте, әммә шунда уҡ "артабан бары тик рус теленә күсәбеҙ" тип киҫәтеп ҡуйҙы тип хәтирәләре менән уртаҡлаша...

Үҙен башҡорт теле һаҡсыларының береһе тип иҫәпләгән Рәүфә Рәхимова был талапты норма тип ҡабул итә. Һәм был ысынлап та норма, айырыуса бөгөн. Туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәренә, балаларҙы тәрбиәләү теленә талап ҡәтғи ҡуйылһа, башҡа фәндәр заманса шарттарҙа рус телендә укытылыуы хуп. Ә бына башҡорт теле тураһында һүҙ ҡуйыртыусы килеп сыҡһа, Рәүфә апайыбыҙ бөтөнләй икенсе төрлө йыр һуҙып "ниңә башҡорт гимназияһында тик башҡортса ғына уҡытылмай?" тип яр һалыуы ла бик ихтимал 😂 Сөнки уға 2010-сы йылдан һуң тырнаҡ аҫтынан кер эҙләп йәшәргә тура килә.

Уҡытыусылар көнө уңайынан яҙылған пост та тарих уҡытыусыһынан Рәми Ғарипов шәхесенә күсеп, Азат Бадранов менән тамамлана. Һуңғыһы кеше башы аша йөрөүҙә, тап шундай ысул менән карьера төҙөүҙә ғәйепләнеп ҡуя. Бына ҡайҙа ул парадокс😂

Ә һеҙ бары алған белеменә генә таянып, бер кемдең ярҙамына өмөт итмәй тик хәләл көсө менән генә карьера төҙөгән, бер ваҡытта ла шәхси байығыуҙы өҫтөн ҡуймаған, намыҫлы хеҙмәте менән бары тик ябай кешеләр тормошон яҡшыртыу тип йәшәгән, улай ғына түгел, тотош республикаға файҙа килтереп йәшәгән Рәүфә Рәхимованан ниндәй файҙа күрҙегеҙ?

Тик бер генә иҫкәртмә. Республикабыҙҙың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов атҡарған эштәр һеңлеһенең иҫәбенә теркәлмәй 😉
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, 10 октябрь - Ҡурай көнө. Был хаҡта ул Башҡортостан дәүләт ҡурай ансамбленең исем туйы - концертында иғлан итте!
«Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ – ара спорт форумы беҙҙең илдә спорт тармағындағы иң төп ваҡиға. Сара Рәсәй Президенты Указына ярашлы
2009 йылдан алып ойошторола. Ошоғаса абруйлы спорт форумы Мәскәү, Саранск, Якутск, Чебоксар, Владимир өлкәһенең Долгоград ҡалаһында, шулай уҡ Ульяновск, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Кузбасс һәм Пермдә үтте. Өфө иҫәп буйынса 12-се фоумды ҡабул итә.

2012 йылдан алып «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ – ара спорт форумында ил Президенты Владимир Путин үҙе ҡатнаша. Дөрөҫ, Якутск, Ҡазан һәм Кузбаста үткән форумдарҙы Владимир Путин видеобәйләнеш аша сәләмләй.

Өфөлә үтәсәк форум иң күләмлеһе булмаҡсы. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәй тәбәктәре һәм 100-ҙән ашыу сит илдән 5 меңгә яҡын делегат килеүе көтөлә. Сара федераль кимәлдәге спорт белгестәре, спортсыларҙы бер урында туплап кәңәш ҡороу урыны ғына түгел, айырым төбәктәрҙең ошо тармаҡтағы тәжрибәһе менән уртаҡлашыу майҙаны ла. Ә Башҡортостан спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса илдең иң алдынғы төбәктәренең береһе. Башҡортостан спорт объекттары һаны буйынса ла Мәскәүҙән ҡала икенсе урында килә.

Һуңғы бер-нисә йылда ғына Өфөлә донъяуи кимәлдәге спорт сараларын ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә булған күп функциялы әллә нисә уникаль объект сафҡа инде. Мәҫәлән, Затонда Спорт әҙерлеге үҙәге, Йәшәл сауҡалыҡ микрорайонында Спорт гимнастикаһы һарайы, йәнә ябыҡ типтағы футбол манежы, Өлфәт Мостафин исемендәге спорт үҙәге.

Август аҙағында асылған Көрәш һарайы Рәсәй һәм Европалағы иң ҙур көрәш спорты объекты тип баһаланды. «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ – ара спорт форумы сиктәрнедә Рәсәй Президенты ҡатнашлығында йәнә Фехтование үҙәге һәм Ишеү слаломы комплексы асыласаҡ.

Ишеү слаломына килгәндә, бындай үҙәктәр донъя кимәлендә ундан ашмай. Спортсылар башлыса тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында шөғөлләнә. Былтыр Рәсәйҙәге тәүге Ишеү үҙәге Мәскәү өлкәһендә асылһа, икенсеһе ошо көндәҙә Өфөлә эшләй башлаясаҡ.
Forwarded from Яҡты-media
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ишеү слаломы буйынса "Ҡурай яғы" халыҡ-ара ярыштары старт алды.

⭐️ Яҡты-mediaға яҙыл
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Президент выступил на пленарном заседании «Спорт – комплексный взгляд в будущее» XII Международного спортивного форума «Россия – спортивная держава»

В начале выступления Владимир Путин поздравил жителей республики с 450-летием Уфы, которое отмечается в этом году, поблагодарил их за огромный вклад в развитие России, её ратные, трудовые, научные и спортивные триумфы.

👉🏻Моя Уфа. Подписаться | Прислать новость
Сегодня – 105 лет со дня рождения нашего великого земляка, народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Уже почти 20 лет его нет рядом с нами. Но его слово продолжает жить и вдохновлять людей, помогает быть лучше, мудрее, терпимее и внимательнее друг к другу.

В жизни многих из нас он оставил удивительный след. И мне, на самом деле, очень повезло. Я хорошо его помню – общение с ним, наши совместные проекты, работу. Когда я был Руководителем Администрации Президента республики, мы часто встречались, он приходил по разным вопросам, просил помочь людям.

И, наверное, я был одним из последних, кто видел его живым. Он тяжело болел, лежал в кардиоцентре. И я попросил предупредить меня, если ситуация будет плохо разворачиваться. Поздно ночью мне позвонили, и я пришёл к нему в реанимацию. Ему уже было тяжело говорить. Я пытался его подбодрить, говорю: «Мустафа Сафич, как же так? Скоро День республики, мы уже готовим в президиуме ваше традиционное место». А он шутит: «А ты сделай так, оставь это место и напиши – здесь Мустай».

Это был мощный человек – настоящий гражданин, великолепный, величайший поэт, яркий общественный и политический деятель. И в то же время он был очень беззащитным – такое часто бывает у интеллигентных людей.

Большое наследие поэта по-прежнему актуально. Это подтверждают новые яркие культурные проекты по его творчеству. За последние годы мы увидели талантливейшие экранизации – «Долгое-долгое детство», «Отряд Таганок», «Помилование» и, конечно, моя любимая «Сестрёнка». И сегодняшняя премьера в Национальном молодёжном театре – спектакль «Чёрные воды» – ещё одно тому доказательство.

Спасибо авторам этой постановки и в целом коллективу театра, который носит имя поэта, за такие талантливые работы!

Особая благодарность – Фонду имени Мустая Карима и его директору, дочери писателя Альфие Мустаевне за бережное сохранение творческого наследия нашего народного поэта, большой вклад в развитие башкирского языка, литературы и всей нашей многонациональной культуры.
"Беҙ Мостайлы халыҡ!" тип ғорурланабыҙ. Шулай тигәндә әҙиптең бөйөк әҫәрҙәре генә күҙ уңында тотолмай. Беренсе сиратта, ул ысын патриот - яу килгәндә ҡулына ҡорал алып илен яҡлаған ябай һалдат. Кендек ҡаны тамған тыуған еренә, хис-тойғоларын, уй-фекерҙәрен әҙәби һүҙ аша кешелеккә еткереү һәләтен биргән туған теленә һис хыянат итмәгән ысын илһөйәрлек өлгөһө.

Мостай иҫән саҡта халыҡ та, етәкселәр ҙә сетерекле мәлдәрҙә "Мостай ни әйтер?" тип көттө. Бөйөк аҡыл эйәһе бер ваҡытта ла боҫманы, иң ҡатмарлы хәлдәрҙә халыҡ алдына сығып мотлаҡ үҙ һүҙен әйтер, аптырап ҡалған саҡта түрәләргә лә тура юл күрһәтер абруйлы йәмәғәт эшмәкәре булды.

Ул киткәндән алып етемһерне Башҡортостан. Бушлыҡты тулыландырырға тырышыусылар юҡ түгел, бар. Әммә йәмәғәт менән етәкселәр араһындағы бәйләнешкә ныҡлы таяу булып торған өсөнсө тағанды алмаштырырлыҡ шәхес әлегәсә табылманы. Үҙ халҡыңдың ысын улы итеп танылыр өсөн, һүҙҙең ялҡынлы, тауыштың көслө булыуы ғына етмәй шул. Шәхси яҙмыш һынауҙары, ил-көн хәсрәте аша тупланған тормош аҡылы, үҙеңә ышаныс биргән, башҡалар алдында йөҙөңдө йыртмағын, бер ниндәй аҡсаға һатылмаған таҙа намыҫ кәрәк шул.

Бушлыҡты тултырыусылар табыла тигәндән, үҙҙәрен халыҡ юлбашсыһы, ил инәһе, милләт әсәһе кимәленә күтәреүселәр өсөн шәхси ҡыҙыҡһыныуҙары беренсе урында. Уларҙың эшмәкәрлектәре әлегә халыҡ менән уйынға, етәкселәрҙе шантажлауға ғына ҡорола.
Социаль селтәрҙәр ҡолона әйләнә барған күпселек иһә ялтырауыҡлы тормошто үҙ иткән буш блогерҙар артынан ҡыуа...
Башҡортса ниндәй ТГ-каналдар уҡыйһығыҙ?

Башҡортостан гәзите Тг-каналы Ташбулат ауылын Ташбыуатҡа үҙгәртергә тәҡдим итә. Сәләмәтлек өсөн зарарлы тигән һылтау менән унда кәрәҙле телефон бәйләнешен тәьмин итеүсе станция ҡолатылған. Нимә сыҡһа, Әбйәлилдә сыға инде🙈
https://www.group-telegram.com/bash_news102/3995
Башҡортостандар шулай уҡ пандемия осоронда 21-се дауахананың "ҡыҙыл зонаһы" менән етәкселек иткән билдәле табип Руслан Ғүмәровтың 8-сегә атай булыуы тураһында хәбәр итә. Ғүмәровтар һигеҙенсе ҡыҙҙарына боронғо башҡорт исемен ҡушҡан. Ғәлиә, Гөлфиә, Гөлбикә, Гөлфиә, Рамаҙан, Рәшит, Рәхим, Ғәлимэ янына Гәҡиҙәне алып ҡайтҡандар 👍

Ә бына Йәшлектең йүкә телефоны Әбйәлил районынан 94 йәшлек Бәширә Усманованың башҡорт теле тураһында видео мәҙхиәһен баҫтырып ҡыуандырҙы. Йәнә Мостай Кәримдең 1989 йылда Бөрйән районында халыҡ менән осрашыуынан архив фотоларын һалды. https://www.group-telegram.com/yukatelephon/7188
Афарин, Майикмәкһеҙҙә контент табырға була🤣

Өфөнән 13 йэшлек Полина Симонова ишеү спорты менән шөғөлләнә, йәрәхәтләнеү сәбәпле ул Өфөлә үткән ярышта ҡатнаша ал алмаған. Әммә ярышта ҡатнашыусыларҙы ул ҡурай уйнап ҡаршы ала. Юлдаш радиоһы Тг-каналы видеояҙма тәҡдим итә. https://www.group-telegram.com/radiouldash/13475
Кем ҡыҙҙар ҡурай уйнамай ти? Бына һеҙгә тағы ла бер дәлил. Афарин, Полина. Сәләмәтлек һәм спортта ла яңы үрҙәр теләйбеҙ.
ХАЛЫҠТЫ ҠЫМЖЫТЫР ӨСӨН ТАҒЫ БЕР СӘБӘП. ЙӘКИ САЛАУАТ ЮЛАЕВ ҺӘЙКӘЛЕН РЕСТАВРАЦИЯЛАУ ТЕМАҺЫН ҠУЙЫРТЫУ КЕМДӘРГӘ КӘРӘК?

Башҡорт халҡының ғына милли геройы түгел ул Салауат Юлаев, ә тотош Башҡортостан республикаһы символы. Айырым төркөмдәрҙең провокацияһына бирелеп, уларҙың тирмәненә һыу ҡойорға ашыҡмағыҙ.

Бер-нисә аргумент:
1. Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаларының береһе - герб. Ундағы төп элемент - республикалағы милләт-ара татыулыҡты һәм берҙәмлекте сағылдырыусы Салауат батыр һәйкәле. Ә дәүләт символдары махсус законға ярашлы яҡлана. Шулай итеп, Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алырҙар ҙа, башҡаса ҡуймаҫтар тигән икеләнеүгә бөтөнләй сәбәп юҡ. Ул республикабыҙҙың рәсми символы. Әйткәндәй, дәүләт гербында тотош һәйкәлде сағылдырыу хәҙерге геральдика тарихындағы уникаль күренеш. Гербтар тураһындағы фән талаптарына ярашлы - дәүләт символдарында статуя, монументтар сағылдырыу тыйыла. Башҡортостандың төп символының республика гербында урын алыуы - берҙән-бер осраҡ һәм ул һәйкәлдең беҙҙең республика өсөн ни тиклем мөһим әһәмиәткә эйә булыуына асыҡ дәлил. Йәнә һәйкәлде реконструкциялау тирәләй шау-шыу ҡуптарыусылар Башҡортостанда Салауат Юлаев исеме менән бәйле бөтә ойошма, урам, ауыл, административ берәмек исемдәре реестрын төҙөп ҡараһындар - осона сыға алырҙармы? Бер блогер әйтмешләй, яңы ойошма төҙөп, ниндәй исем бирергә тип баш ватаһың икән, мәсьәләне хәл итеүҙең иң ябай юлы - ул Салауат исемен биреү. Был осраҡта дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ тип кенә әйтергә ҡала). Салауат Юлаев күптән инде башҡорт халҡының милли геройы тигәндән киңерәк мәғәнәгә эйә. Ул тотош республиканың визит картаһы.

2. Һәйкәлде ни өсөн ремонтлау мөһим. Һуҙылып йөрөп һуңлап ҡалмаҫ өсөн һәм төп символға ҡарата битараф ҡараш өсөн оят булмаһын өсөн!
Өфөгә килгән һәр ҡунаҡҡа Салауат Юлаев һәйкәлен барып күреү изге йола. Әгәр ҙә "беҙгә шулай ҙа ярай, тик теймәгеҙ" тип яу һалып, милли бәҫебеҙҙе төшөрөргә һеҙ риза икән, үҙ ҡаҙанығыҙҙа ҡайнауҙы дауам итегеҙ. Беҙ милләтебеҙ исемен йөрөткән берҙән-бер республиканың, ундағы милли символдарҙың заманса үҫеше, заманса сағылышы, заманса яңғырашы яҡлы.

3. Ремонт кәрәклеген күптәр таный. Үҙ һүҙҙәрен һүҙ итер өсөн уларҙың күбеһе һәйкәлде урынынан алмай төҙөкләндерегеҙ тип аҡыл өйрәтә. Үтә күренмәле быяла купол кәрәк ҡайһы берҙәренә. Көндә барып ҡарарға йыйыналар, йәнәһе. Диван тәнҡитселәре дивандан ятып ҡына аҡыл өйрәттеләр һәм артабан да шулай буласаҡ. Теләге булған кеше һәйкәл төҙөкләндереләсәк бинаға ла барып күрер. Шуға сит илдә ятып, аҡыл һатыусылар ҡурайына бейеүҙе туҡтатайыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә ҡала, тик ул майҙанда түгел, эште ойоштороу өсөн шарттары булған айырым бинала реконструкцияланасаҡ. Был дөрөҫ. Башҡортостандағы ҡырыҫ һәм оҙон ҡыш шарттарында асыҡ һауала йә ҡулайлаштырылған ангарҙа эш алып барыу, ремонт ваҡытын тотҡарлауға ғына сәбәп булмаҫмы? Икенсенән, параллель рәүештә һәйкәлдең курганын нығытыу эше ойоштороласаҡ!
2025/06/28 22:47:09
Back to Top
HTML Embed Code: