group-telegram.com/Qazaq_Bashqort/96
Last Update:
❓Нимә ул туған тел - тигән һорауға бер тапҡыр яуап биргәйнем. Ҡабатлауҙың зыяны булмаҫ.
✅Бөтөн башҡа милли телдәр кеүек, башҡорт теле лә ике төргә бүленә: башҡорт әҙәби тел һәм башҡорт туған тел.
✅Әҙәби башҡорт теле төрлө ырыуҙарҙан, мин башҡорт тип, Уралда төйәкләнгән, "Геродотлыҡ аңҡыған" (Л. Толстой) боронғо башҡортҡа һыйынған, уның бар булмышын ҡабул иткән башҡа халыҡтарҙы берләштереү өсөн булдырылған уртаҡ тел.
✅Туған башҡорт теле - һин тыумаҫ элек үк йәнеңә йылылыҡ биргән, ҡолағыңды наҙлаған, хәтерләүҙәр, иҫтәлектәр, йолалар менән бергә заңыңа һеңгән, ят ерҙәрҙә бер генә ауазы ла моң кеүек һиҫкәндереп ебәргән күңел теле ул. Ошо тел ул быуындарҙы- быуындарға ялғап халыҡты һаҡлай килә. Шуның өсөн тәбиғәт кешегә иҫ китмәле һәләт бүләк иткән: ул - кеше мейеһенең телдәр белеү һәләте.
✅Нисә тел өйрәнһәң дә өйрән, нисә телдә һөйләшһәң дә һөйләш, тик ТУҒАН ТЕЛЕҢ ИҪӘБЕНӘ булмаһын, тигән фекер һалынған баһалап бөткөһөҙ был бүләккә.
✅Күңелен яланғасландырма, туған теленән яҙҙырма балаңды, тигәндәр боронғолар.
Мәрйәм Бураҡаева
BY "Достық" қазақ-башқұрт мәдениет клубы. "Дуҫлыҡ" ҡаҙаҡ-башҡорт мәҙәниәт клубы.
Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260
Share with your friend now:
group-telegram.com/Qazaq_Bashqort/96