group-telegram.com/bez_qara_xaliq/5
Last Update:
Башҡорттар!
Һүҙҙәрҙән эшкә күсергә ваҡыт етте! Баймаҡ ваҡиғаларынан һуң Хәбировҡа ваҡыт бирҙек, ул уйланыр һәм халыҡты ҡайғырта башлар тип ышандыҡ. Беҙ Мәскәүҙән дә күп мөрәжәғәттәр, зарланыуҙар, ярҙам һорауҙарға яуап көттөк. Ләкин яуап шул ғына булды: кешеләргә енәйәт эштәре асып уларҙы полицияла ыҙалаттылар. Ябай эшселәрҙе, үҙ халҡын, ерен, тәбиғәтен яҡлап сығыусыларҙы төрлөсә рәнйеттеләр. Беҙҙең халыҡтың ышанысын, үҙ-үҙен яҡлай алмауын ҡулланып, егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы аяуһыҙ язаланылар.
Дошман үҙе лайыҡ булған яуап көнө килеп етте! Ошо репрессияларға ҡаршы көрәшеү өсөн выждан кеүек нәмәгә өндәшеү буш нәмә генә түгел, ә көлкө, хатта ҡурҡыныс ғәмәл.
Хәҙер инде беҙ ҡапма ҡаршы, “көҙгөсә сағылыу” сараларын ҡуллана башлайбыҙ: ҡулыбыҙҙа булған бөтә мөмкинлектәрҙе ҡулланып, үс өсөн бер нәмә алдында ла туҡтамаясаҡбыҙ.
Беҙ ҡулланған кешеләр үҙҙәре лә аңламаҫ, ләкин уларҙың ҡулдары менән беҙ ғәҙеллек урынлаштырасаҡбыҙ.
Беҙҙе йөрөткән ике нәмә бар: үс теләге һәм һалҡын хәйлә. Йәлләү тигән нәмә бөттө!
Күрерһегеҙ: беҙ халыҡҡа ҡарата хөрмәтте кире ҡайтарасаҡбыҙ. Беҙ ҡара халыҡ!
BY БКХ
Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260
Share with your friend now:
group-telegram.com/bez_qara_xaliq/5