group-telegram.com/tamasha1995/885
Last Update:
📚 Ғүмер - вагон. Ултырҙыңмы,
Бараһың да бараһың.
Һиҙмәйенсә үткәнеңде,
Йәшәү-үлем араһын.
Юлың оҙон, ҡыҫҡалырмы?
Белеп булмай самаһын.
Мөғжизәле тирә-йүнгә
Тәҙрәнән күҙ һалаһың.
Унда – тауҙар, сихри урман,
Әкиәти киң донъя.
Ваҡыт етмәй күҙәтергә
Поезд шәп, алға ҡыуа.
Туҡталыш һайын тулалар,
Бар әҙәмдең төрлөһө:
Керә уҫал ҡарашлыһы,
Керә – парлы, яңғыҙы.
Туғандар ҙа ултырғандар:
Береһе бүлә ҡабымын,
Ауыр саҡты күрмәҫ өсөн,
Шәбәйткән бар аҙымын.
Һинең менән дуҫтар бара:
Аҫтыртыны гел күҙләй,
Ҡайҙа, нисек батырырға
"Яҡшыраҡ" урын эҙләй.
Ысын дуҫ бара сер бүлешеп,
Өҫтөн ҡуймайса үҙен.
Һәммәһен дә барлап барам,
Ғүмер юлында күҙем.
Шул ҡыҙғаныс!.. Туҡталышта
Берәм-һәрәм ҡалалар.
Әйтелмәгән һүҙҙәр ҡала
Һирәгәйә баралар.
Ғүмер-поезд саба ғына,
Сабабыҙ үҙебеҙ ҙә.
Кемгә – ҡыйын, кемгә – яйлы
Уйламай беребеҙ ҙә.
Тын алырға ваҡыт та юҡ,
Килә барыһын уҙаһы,
Етмәгәнде еткерәһе,
Еткәнен туҙҙыраһы.
Ни көткәнен уйламайбыҙ,
Ашығып уҙа ғүмер.
Ҡайтарып булмай кирегә,
Ул – ҡәҙерле, ул – бит бер.
Һуңғы туҡталышҡа етмәй,
Әллә төшөп ҡалырға?
Донъя ҡыумай, үҙем өсөн
Бер аҙ йәшәп алырға.
Һалмаҡ ҡына аҙым менән
Урмандарҙа йөрөрмөн.
Дуҫ-туғанды барлап сығып,
Ҡәҙерҙәрен белермен.
Балалар бар, ейәндәр бар
Бер туйғансы уйнармын,
Ә һуңынан.., ә һуңынан...
Ә һуңынан уйлармын...
Бәлки, ҡабат ултырырмын
Төшөп ҡалған вагонға.
Донъя ҡыуып маташырмын
Булдыра ла алғанда.
...Поезд саба... кешеләре
Ултыра, төшә бара.
Ҡабат мин дә ултырҙым әле,
Күпме ҡалғандыр ара.
Һуңғы туҡталышҡа еткәс
Булмаҫ та инде ҡасып.
Ҡыуырҙар ҙа төшөрөрҙәр
Вагон ишеген асып.
Фәйрүзә Саяпова
BY «Тамаша» журналы
Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260
Share with your friend now:
group-telegram.com/tamasha1995/885