Telegram Group & Telegram Channel
Был аҙнаның ғына түгел, артта ҡалған һәм алдағы биш йыллыҡтың мөһим ваҡиғаһы 13 декабргә билдәләнгән. Башҡортостан, Өфө VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын ҡаршы ала.

Үткәндәргә байҡау яһағанда, 2010 йылғы Ҡоролтай башҡорттар өсөн һынылыш осоро булып иҫтә ҡалды. Әйткәндәй, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Азамат Ғалин әҙерлегендә үтте. Һөҙөмтәлә, ҙур ҡор тамамланыуға теүәл бер ай тигәндә республика етәксеһе алышынды. Йәнә бер-нисә айҙан башҡарма комитет ағзалары ышанысһыҙлыҡ белдереү сәбәпле Азамат Ғалин да был вазифанан китте. Унан һуң Башҡарма комитет рәйесе итеп һайланған Ильгиз Солтанморатов, Әмир Ишемғоловтың эшмәкәрлеге һүҙ һөйләүҙән артыҡ китмәне. Данир Ғәйнуллин үҙен идеологтан да бигерәк, хужасыл, тынғыһыҙ етәксе итеп күрһәтте. Яңғылышмаһаҡ, тап шул осорҙа Ҡоролтай йортло булып ҡалды.

Ә былай, Р. Хәмитов республика етәксеһе булараҡ, донъя буйлап сәселгән башҡорттарҙы ҡорға йыйыуҙы кәрәк тип тапманы ла шикелле тиһәк, һүҙебеҙ хаҡ булһын өсөн билдәләйек, 2015 тә ҡоролтай үткән икән. Уныһы иҫтә лә ҡалмаған. Ә бына республика етәксеһенең башҡорт йәмәғәтселегенә булған мөнәсәбәтенән бер нисә әйбер иҫтә ҡалған. Ул да булһа, башҡорттар күпләп йәшәгән сит илдәрҙә, Мәскәү, Питерҙа башҡорт һабантуйҙарын үткәреүҙе тыйыуы. Башҡорт телен һаҡлау йә үҫтереү өсөн бер тин дә бүлмәүе. Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғоловтың Ағиҙел буйында Урал батырға һәйкәл ҡуйыу хыялы ла хыял булып ҡына ҡалды. Тап 2010-сы йылдаҙа башҡорт халҡының Минеғәле Шайморатовҡа герой исемен юллау инициативаһы менән ҙур акциялар ойоштороуы ла ул ваҡыттағы республика етәксеһе тарафынан бөтөнләй хупланманы.

Сираттағы Ҡоролтай Р.Хәбиров Башҡортостанға ҡайтҡас, 9 йыл ваҡыт үткәс, 2019-ҙың июнь айында үткәрелде һәм шул йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тулыһынса «перезагрузка» кисерҙе тиһәк тә була. Башҡарма комитет яңырҙы, Президиум рәйесе итеп Эльвира Айытҡолова һайланды, был Ҡоролтайҙың абруйын ныҡ күтәрҙе. Президиум – юғары ҡор һәм унан айырым башҡарма комитет һайланыуы ла дөрөҫ юл булды. Ниһайәт, республикалағы төп милли йәмәғәт ойошмаһы эше заманса ойошторолдо. Уларҙың бик күп башланғыстары республика етәксеһе тарафынан хуплау тапты. Һөҙөмтәлә, Башҡорт теле көнө барлыҡҡа килде. 2020 йыл Ҡоролтай тарафынан Башҡорт теле йылы, 2021 - Башҡорт тарихы, 2022 – Башҡорт мәҙәниәте йылы тип иғлан ителде. Әгәр Башҡортостанда башҡорт телен пропагандалау буйынса заманса мөмкинлектәр барлыҡҡа килһә, совет осоронда диалект үҙенсәлеге иҫәпкә алынмай, башҡорт әҙәби тел нормаларына бер ни тиклем тура килмәгәнгә берәүҙәр артыҡ иғтибар итмәгәнгә, икенселәр шунан файҙаланып аныҡ эштәр алып барыу һөҙөмтәһендә тарихы асылдары онотола, онотторола барған төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына иғтибар бүленә башланы. Ҡасандыр Ҡоролтай тарафынан барлыҡҡа килгән «Айыҡ ауыл» конкурсы дәүләт тарафынан хупланып, республика әһәмиәтендәге ҙур сараға әүерелде. Ҡоролтайҙың Башҡорт аты көнөн булдырырға тигән тәҡдиме халыҡ-ара әһәмиәттәге ҙур фестивалгә әүерелде. Башҡорт теленең милли корпусы барлыҡҡа килеүе туған телебеҙҙе һанлаштырыу йәһәтенән ҙур аҙым булды. Сит илдәрҙә башҡорт һабантуйҙары терҙеҙелде. Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ менән Республика Башлығы Радий Хәбров үҙе осрашты. Башҡорт теленән тоталь диктант халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде. Артта ҡалған биш йылда атҡарылған эштәрҙе барлай китһәң, осона тиҙ генә сығырмын тимә.

group-telegram.com/halykarba/272
Create:
Last Update:

BY ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА

Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260

Share with your friend now:
group-telegram.com/halykarba/272

View MORE
Open in Telegram

Telegram | DID YOU KNOW?

Date: |

Soloviev also promoted the channel in a post he shared on his own Telegram, which has 580,000 followers. The post recommended his viewers subscribe to "War on Fakes" in a time of fake news. For tech stocks, “the main thing is yields,” Essaye said. In addition, Telegram's architecture limits the ability to slow the spread of false information: the lack of a central public feed, and the fact that comments are easily disabled in channels, reduce the space for public pushback. Oleksandra Matviichuk, a Kyiv-based lawyer and head of the Center for Civil Liberties, called Durov’s position "very weak," and urged concrete improvements. "For Telegram, accountability has always been a problem, which is why it was so popular even before the full-scale war with far-right extremists and terrorists from all over the world," she told AFP from her safe house outside the Ukrainian capital.
from tw

Telegram ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
FROM American