Яҙырға кире повестка тапмағанда, республикалағы иң һары баҫма вәкилдәре, "күршеләрҙең тауығы ҡаҙҙай, ҡатыны ҡыҙҙай" тигән принципҡа таянып, Башҡортостан Башлығын мотлаҡ күрше Татарстандыҡы менән сағыштырып маташа. Иғтибар үҙәгендә берҙә Силәбе йә Удмуртия, йә башҡа регион Башлыҡтары түгел. Башҡортостан менән Татарстан араһында элек электән килгән сәләмәт көнәркәшлекте үҙ файҙаһына шулай ҡулланып маташа улар. Йәнәһе лә уларҙың етәксеһе ана ниндәй шәп!
Бөгөнгө уау инфоповод - кисә Рөстәм Миннеханов социаль селтәрҙә атайҙарса хәстәрлек күрһәтеп "һауа торошо насар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ" тип пост элгән тигәндән ғибәрәт😂. Ай-яй-яй, беҙҙә лә ҡар яуып тора, ә Радий Хәбиров һис кенә лә водителдәргә ҡарата хәстәрлек күрһәтә белмәй, пост яҙып элмәгән 😂
Яңылыҡтар таҫмаһына ҡараһаң, Яңы хеҙмәт йылының тәүге көнөн ул үҙе юлда, эш сәфәрендә үткәргән икән. Радий Хәбиров бөгөн Кушнаренко районында сафҡа ингән яңы поликлиниканы асыу сараһында ҡатнашҡан, урындағы һөнәри колледж, сыр етештереүсе фермер һәм башҡалар менән осрашҡан, танышҡан. Кушнарендар өсөн яңы поликлиника күптән көтөлгән мөһим объект. Рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарын ҡараһаң, уны төҙөү тураһында күрһәтмә Хәбиров тарафынан бынан дүрт йыл элек, районға эш сәфәре барышында бирелә.
Рәхимов менән Шәймиев кеүек Хәбиров менән Миннеханов та көслө, абруйлы, үҙаллы, халыҡсан һәм халыҡ тураһында хәстәрлек күрә белгән етәкселәр. "Иң объектив" киң мәғлүмәт сараһында баҫылған сүп-сарҙан уларға эҫе лә һыуыҡ та түгел. Һәр икеһе үҙҙәре етәкләгән төбәкте үҫтереү тип эшләй һәм йәшәй. Икеһенең үҙҙәренә генә хас холҡо, ҡыҙыҡһыныуҙары, донъяға ҡараштары, идара итеү стиле бар. Мәҫәлән, Беренсе Президенттар хоккей тип йән атты, уларға алмашҡа килгән әлегеләре көрәш һәм ралли тип ҡыҙыға, береһе буш ваҡытында Аҡдуҫы, икенсеһе ҙубрҙар менән маҡтана😉. Икеһе лә Башлыҡ булыуҙан тыш ябай кеше, ғаилә башлығы булараҡ яҡындары менән ялға ла лайыҡлы - шуға каникулдар ваҡытында тап уларҙан "мәғлүмәт көҫәгәндәргә" "консерва" ашатып та тора ала. Әйткәндәй, Яңы йыл каникулдары ваҡытында Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси битендә ете пост ҡуйған, Миннеханов дуртте генә. Әлеге лә баяғы беҙҙең күпте күргән, күпте белгән мәғлүмәт сараһы хәбәрселәре үҙҙәренең сығанаҡтарында "үҙе күренмәй, Хәбиров юҡҡа сыҡты" тип яу һала һала, ә күршеләрҙең, бер бер артлы килгән Яңы йыл роликтарынан һуң донъя күргән ябай ғына бер постын оло ваҡиға итеп ҡабул итә. Бына шундай ул беҙҙә үҙҙәрен иң ғәҙел, халыҡҡа иң яҡын киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре тип иҫәпләгәндәр, дөрөҫөрәге, ябай халыҡтың башын юҡ-бар менән бутағандар.
Я.Ө. (йәғни, яҙылғанға өҫтәп)
Һүҙҙең дөрөҫө мөһим тигәндән ике төбәк етәксеһенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрен байтаҡ байҡау һөҙөмтәһендә, ҡайһы бер һылтанмаларҙы ла беркетергә булдыҡ. Атайҙарса, ағайҙарса һәм, әлбиттә, Башлыҡ булараҡ хәстәрлек Радий Хәбировтың яҙмаларында бик күп. Әгәр ҙә ул, әйтәйек, яңы дауахана асыу, йә мәғариф учреждениеларында заманса шарттар тыуҙырыу, СВОла ҡатнашҡандарға, уларҙың ғаилә ағзаларына ҡарата мөнәсәбәтенән дә бигерәк, киҫкен һауа торошона бәйле иҫкәртеүҙәрҙә тип бер яҡлы ҡарашты алға һөрөүселәр һеҙҙең арала ла булһа - иғтибарығыҙға бер нисә һылтанма😉:
https://vk.com/wall413272232_1159245
https://vk.com/wall413272232_1057053
https://vk.com/wall413272232_579414

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әйткәндәй, көслөләрҙең дә баҙап ҡалған сағы була. Быныһы Хәбиров Ил Президенты килгәндә юғалып ҡалғайны, ситтә генә торҙо, ҡыйыуһыҙ ине тигәндән интернетта бик ҡыҙыҡ видеоға тап булдыҡ. Дивандан ятып тәнҡит таратыусылар, башта Башлыҡ булып, шунан үҙҙәренән дә елле етәкселәрҙе ҡаршылап ҡараһындар ине😂
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың атаһы тураһында мәҡәлә. Ғинуарҙа уның тыуыуына 95 йыл тулған.
https://vk.com/wall-226019445_2643
https://vk.com/wall-226019445_2643
VK
Башҡорт донъяһы. Пост со стены.
ҺАЙРАН АУЫЛЫНЫҢ "ПАПКАЛЫ БАШҠОРТО"
📌Фәрит Барый улы Хәбиров. Изге төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш... Смотрите полностью ВКонтакте.

Бөгөн Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың вафат булған көнө. Ил ағаһы бынан ике йыл элек оҙаҡ сирләгәндән һуң 89-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте
Рәхимовҡа булған халыҡ һөйөүенең сере нимәлә?
Беренсенән, үҙ иңендәге йөк - дүрт миллион кеше өсөн яуаплылыҡты тойоп, ана шул йөктө тап улар мәнфәғәтендә алһыҙ-ялһыҙ тартыуында. Ысын хужа! Уның тураһында тулы инаныс менән тап шулай тип әйтергә мөмкин.
Икенсе сер, ябайлыҡта. Ул һәр кем менән тап улар телендә, улар кимәлендә һөйләшә белгән Президент булды. Рәсәй төбәктәре губернаторҙары корпусында иң әһәмиәтле урын биләп тороусы Башҡортостан Бабайы кәрәк саҡта принципиаль, ҡәтғи, кәрәк булһа өс тинлек яп-ябай була белде.
20-се быуат башында алдынғы ҡарашлы башҡорт сәйәсмәндәре беренсе автономиялы республика төҙөүгә ирешһә, М. Рәхимов шул уҡ быуаттың һуңғы ун йыллығында беренсе булып Горбачевтың "үҙгәртеп-ҡороу" сәйәсәте алып килгән һынылыштан һуң Ельцин менән үҙаллылыҡ тураһында килешә. Әммә бер ваҡытта ла Оло Рәсәйҙән айырылыу темаһын күтәрмәй. 90-сы йылдарҙағы сәйәси ҡоролош киреһенсә һынылыш мәлендә айырым республикаларҙы ғына түгел, тотош илде һаҡлау көсөнә эйә була.
М. Рәхимов беҙҙең республикаға һәр ваҡыт беренсе булыу амбицияһын һеңдерә. Ошо планка бөгөн һаҡлана. Ни тиһәң дә, әле Башҡортостан менән тап Рәхимов мәктәбен үткән кеше идара итә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
М. Рәхимов: "Хоккейға килгәндә, теләһә кемгә еңелергә мөмкин, тик татарҙарға ғына түгел".
Был һүҙҙәр уҫал көнсөллөк билдәһе түгел, ә ихлас йылмайыу менән әйтелгән дуҫтарса шаяртыу, сәләмәт көнәркәшлек сағылышы.
Татарстандың Беренсе Президенты Минтимер Шәймиевтың Мортаза Рәхимов менән хушлашыу сараһында әйткәндәре быға асыҡ дәлил:
"Беҙ ярышып, бер-беребеҙҙән көнләшеп эшләнек. Ҡайсаҡ бәхәсләшә инек. Әммә һәр ваҡыт уртаҡ фекергә килә инек. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки яҙмыш менән бирелмәгән. Беҙ тотош Рәсәй өсөн ныҡ әһәмиәтле республикаларҙы етәкләнек. Ике туғандаш республиканың роле һәр дәүерҙә лә бик юғары".

"Осҡондан ут сыҡһын, афарин башҡорттар!" тигән комментарий һағайта.
Һүҙем Бөрйән ваҡиғалары хаҡында. Урындағы училище студенттарының Рәсәй империяһы флагы менән төшкән берғатлы фотоһын оло ғауғаға әйләндереп, уны нисек булһа ла туктатмау сит илдән һөскөртөп ятҡан һатлыҡйәндәр өсөн бик мөһим, күрәһең. Тәүҙә улар был үҫмерҙәрҙе фотолары өсөн ғәфү иттерҙеләр. Һөҙөмтәлә иноагент һәм тыйылған ойошма вәкилдәре менән хеҙмәттәшлеге өсөн Бөрйән егеттәренә баҫым яһаған тиҫтерҙәренә ҡарата эш асылды. Тағы ла бер емерелгән яҙмыш.
Артабан Бөрйән районы сигендәге стела янында махсус күрһәтеп әлеге лә баяғы Рәсәй империяһы флагы яндырыла. Хәҙер килеп Иҫке Собханғолда кәртә - диуарҙарҙа провакацион яҙмалар.
Киң йәмәғәтселеккә һәр яңылыҡ сит илгә ҡасҡан оппозиционерҙар тарафынан еткерелә, таратыла. Сөнки уларҙың төп маҡсаты беҙҙәге тотороҡлолоҡто емереү. Аңын-тоңон аңламаған ябай кешеләргә йоғонто яһау. Яҙма аҫтындағы махсус комментарийҙар ниәттәрен тағы ла бер тапҡыр сағылдыра, беҙҙең фекерҙәрҙе дәлилләй. Улар Сибай, Баймаҡ башҡорттарының сәменә тейеп маташа. Ҡыҫҡаһы йәнә башҡорт райондары халҡы менән уҫал уйын башланы улар. Провокациялар тағы ла булмаҫ тимә. Шуға милләттәштәребеҙ, бөрйәндәр аҡыл менән эш итер тип ышанғы килә. Бынан теүәл бер йыл элек ут көҫәп осҡондо тап улар сәсте. Баймаҡ ваҡиғалары һөҙөмтәһе иһә һәр кемебеҙгә мәғлүм.

⚡Рәсәй Президенты В. В. Путин Указы менән Ишембайға - Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы тигән звание бирелде.
Forwarded from Радий Хабиров
Мы благодарны Президенту России за решение присвоить Ишимбаю почетное звание «Город трудовой доблести». Сегодня Владимир Владимирович Путин подписал соответствующий указ.
Символично, что это произошло в год празднования 80-летия Великой Победы. Во время Великой Отечественной войны именно Ишимбай – «второе Баку» – обеспечивал потребности фронта. Здесь добыли 4,5 млн тонн нефти – четверть от всей полученной в СССР в годы войны.
Ишимбай стал вторым после Уфы «Городом трудовой доблести» в Башкортостане. Жители республики своими подвигами на фронте и в тылу, ежедневным самоотверженным трудом приближали Победу.
В последние годы Ишимбай очень активно развивается. В городе появились прекрасные парки, скверы, благоустроили главную площадь –Первооткрывателей башкирской нефти. Хорошо работает экономика – в том числе благодаря особой экономической зоне «Алга» и, конечно, трудолюбивым жителям Ишимбая.
Преобразования в городе происходят и благодаря компании «Башнефть», которая многое вкладывает в социальную сферу Ишимбая. В этом году городу исполняется 85 лет. Впереди – новые решения и интересные проекты для ишимбайцев.
P.S. А стелу «Ишимбай – город трудовой доблести» установим в одном из лучших мест. Посоветуемся с жителями и выберем его вместе.

Юбилей йылы быйыл - Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылайбыҙ, Башҡортостан өсөн һөйөнөслө яңылыҡ менән.
Бөгөн ил Президенты В. Путин ҡатнашлығында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын ойоштороу һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеменә тәҡдим ителгән ҡалалар теҙмәһе яңғыратылды. Ил етәксеһе тарафынан улар хупланып, тиҙ арала тейешле Указға ҡул да ҡуйылды.
Шулай итеп, маҡтаулы исемгә Башҡортостандың Ишембай ҡалаһы лайыҡ булды.
Был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда алһыҙ-ялһыҙ эшләгән, Еңеүҙе яҡынайтыуға хәләл көсөн индергән ябай Башҡортостан хеҙмәтсәндәренә оло хөрмәт билдәһе.
Иҫәпләүҙәр буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәр өсөнсө танкка Башҡортостанда етештерелгән яғыулыҡ ҡойола, һуғыш ваҡытында СССР-ҙа табылған ҡара алтындың 25 проценты Ишембай нефть ятҡылыҡтарына тура килә. Ошо бәләкәй генә ҡаланың Оло Еңеү өсөн индергән өлөшөн аңлар һәм баһалар өсөн ошо һандар ғына ла етә. Ә улар артында меңәрләгән кешенең хәләл хеҙмәте.
Юғары званиега Ишембайҙы тәҡдим итеү республика етәкселегенең тарихи үткәндәрҙе лайыҡлы баһалау, быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеү йәһәтенән алып барған эҙмә-эҙлекле сәйәсәтенең тағы ла бер һөҙөмтәһе. Афарин! 1941-1945 йылдаҙа көндө төнгә ялғап ал-ял белмәй эшләгән олатай, өләсәйҙәрҙең хеҙмәт батырлыҡтарына ихтирам өсөн рәхмәт!
Яҙылғанға өҫтәп: баш ҡалабыҙ "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исеменә Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан тәҡдим ителеп, 2020 йылдың 2 июлендә ил Президенты Указы менән Өфөгә лә ошо исем бирелгәйне.

Бик күп ғаиләләрҙе бәләгә алып барып тыҡҡан ваҡиғаға теүәл бер йыл. Был телеграм-канал да ана шул ваҡиғаларҙан һуң уйланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәйне. Шуға был юлы ла фекер менән уртаҡлашыу кәрәктер тигән инаныу менән тыуған яҙма.
Һарайға ут үртәп, ҡапҡаларын шар асып шунда йөҙәрләгән кешене һарыҡ ише алып барып тығыусылар исемен ҡабатлап барлауҙан фәтеүә юҡ. Ошо сараның төп режиссерының төп ролде лә үҙенә самалап «халыҡ геройы» образына саманан тыш мөкиббән китеүе - беҙҙең халыҡты оло трагедияға килтерзе. Шул геройҙы бөтөнләй белмәгән ир-егеттәр СИЗО, төрмәләргә барып эләкте.
Ни өсөн? Власте халыҡ менән ҡурҡытып, уларҙы урамға алып сығыу менән шантажлап һәр саҡ һыуҙан ҡоро сығып өйрәнгән "халыҡ геройы" был юлы ла кешеләрҙе бары тик үҙ мәнфәғәтендә файҙаланды. Мәғлүм, ул тап ошо ысул менән үҙенә реаль мөҙҙәт түгел, шартлы хөкөм ителеүгә өмөт итте. Әммә барыһы ла уйлағанса килеп сыҡманы. Был сәйәси уйын ҡасан да туҡталырға тейеш ине. Өҫтәүенә хәҙер ваҡыты икенсе, илеңә ҡарата ярты донъя ҡаршы сыҡҡан ваҡытта, эстәге провакаторҙар ыңғайына торор саҡ түгел.
Иң үкенесе - ҡаза күреүселәр күп булыуы. Бала-сағаларының үҫкәнен күреп, уларға терәк - кәрәк булып йәшәр саҡта - ғүмерҙәрен зинданда үткәрә ирҙәр.
Урамда 21 быуат. Алдынғы технологиялар заманы. Халыҡ булараҡ һаҡланыу, көс туплау, милләт бәҫен күтәреүҙең яңы кимәле – белемдә, малтабарлыҡта, ғаилә ҡиммәттәрендә. Тиңдәр араһында тиң булырлыҡ итеп балалар үҫтереүгә, тапҡанды ике итеүҙә, мөмкинлектәргә таянып заманса үҫешеүҙә. Эмоция менән түгел, аҡыл менән йәшәргә өйрәнеүҙә. Башҡорт йәштәре, йәш ғаиләләр ошо юлды һайлаһа, мөмкин тиклем ошондай принциптарға ынтылһа яҡшы булыр ине.
Әммә бөтә яуаплылыҡты халыҡ иңенә генә һалыу ҙа дөрөҫ түгел. Ауылдарҙа һорауҙар етерлек - быны берәү ҙә инҡар итмәй.
Урындағы етәкселәргә кешеләр менән эшләү, уларҙы ишетә, аңлай һәм аңлата белеү кәрәк. Шул уҡ Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттары эшенә байҡау яһағанда. Улар шәхси имидж тураһында түгел, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү хаҡында уйларға тейеш түгелме икән. Ураған һайын уларҙан тыш та төҙөлгән, төҙөлөп ятҡан социаль объекттарға инспекция эшләп, барыһы ла яйлы урындарҙа осрашыуҙар үткәреп социаль селтәрҙәрҙә фото баҫтырыуҙан тыш халыҡ менән туранан - тура, асыҡтан-асыҡ аралашыу - депутаттар эшмәкәрлегендә бына нимә етмәй!!! Халыҡ депутаттарҙы тап уларҙың мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүсе итеп күрә. Ә Баймаҡ ваҡиғалары мәлендә уларҙан, хәлде аңлатыу, халыҡты тынысландырыу маҡсатында кем Баймаҡҡа сыҡты, кем социаль селтәрҙәрҙә пост яҙҙы. Бер кем!
Әлеге лә баяғы шул уҡ социаль селтәрҙәрҙән күренеүенсә, йәмғиәтте ҡымжытырға тырышып һаман да провакация ойоштороусылар табылып ҡына тора. Улар үҙ эшен аҫтыртын алып бара, быныһы иң ҡурҡынысы. Тағы нимә күрәбеҙ - халыҡ вәкилдәре һәр ваҡыттағыса ләм-мим. Йәл...

Пятница – особенный день для мусульман.
Мы завершили еще один этап строительства мечети «Ар-Рахим» – выполнили все виды работ на четырех минаретах.
В ближайших планах – начать делать кровлю, она, к сожалению, пришла в негодность. Здесь нас тоже ждет достаточно большой объем работ.
А главная задача на этот год – приступить к облицовке фасада. Все необходимые обследования мы выполнили, технические решения есть. С Божьей помощью мы все сделаем.
Спасибо тем, кто нам помогает.
Всем мира и добра!

Әр-Рәхим мәсетен төҙөү тарихына байҡау
Бик күп йылдар дауамында Башҡортостандың мосолман әһелдәре республика Хөкүмәтенә яңы мәсет төҙөү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Төп фекер - Өфөләге ике йәмиғ мәсете - Туҡай һәм Ләлә мәсеттәре байрам мәлдәрендә бөтә мосолмандарҙы ла һыйҙырыу ҡеүәтенә эйә түгел.
Шулай итеп, был тәҡдимде Башҡортостандың Беренсе Президенты хуплай һәм 2007 йылдың көҙөндә төҙөлөш урынына тәүге таш һалына.
Генераль подрядсы тарафынан баштан уҡ мәсет төҙөлөшө өсөн республика ҡаҙнаһынан бер тин дә йәлеп ителмәйәсәк, төҙөлөш эштәре физик һәм юридик шәхестәр индергән иғәнәгә башҡарыласаҡ тип белдерелә.
Әммә төҙөлөш 2009 йылда туҡтатыла. Сәбәбе - тупланған аҡсаларҙы урлау, тәғәйенләнеше буйынса ҡулланмау. Шулай итеп, 2009 йылда был объектҡа "Коррупция һәйкәле" тигән исем бирелә.
Күп тә үтмәй Республика Президенты Мортаза Рәхимов вазифаһынан бушатыла. 2015 йылға тиклем мәсет төҙөлөшө Рәхимов етәкләгән Фонд иҫәбенә яйлап дауам итә. Әммә 2015- тәр тирәһендә төҙөлөш йәнә туҡтатыла. Сәбәбе - тағы ла аҡсалар урланыуында.
Артабан
М. Рәхимов мәсетте төҙөп бөтөү өсөн финанс ярҙам һорап республика башлығы Рөстәм Хәкимовҡа мөрәжәғәт итә, әммә ул файҙа килтермәй. Һөҙөмтәлә Өфөгә килеүселәрҙе "Европалағы иң ҙур мәсеттең" төҙөлөп бөтмәгән һоро күләгәһе генә ҡаршы алыуын дауам итә.
Эштәр ни бары 2019 йылда республика башлығы итеп Радий Хәбиров тәғәйенләнгәс урынынан ҡуҙғала. Әммә берәү ҙә "төҙөлөш тиҙ арала тамалана!" тип вәғәҙә итмәй. Сөнки республика бюджетында 2007 йылдағы кеүек үк был төҙөлөш өсөн сығымдар ҡаралмаған. Хаҡы бер-нисә миллиард һум менән баһаланған быуат төҙөлөшө өсөн аҡсаны ҡапыл сығарып һалыр өсөн Президент Мортаза Рәхимовтыҡылдай карманный фонд та юҡ.
Табылған аҡса бушҡа тотонолмаһын өсөн оҙайлы төҙөлөш объектының торошо буйынса экспетиза үткәрелә. Һөҙөмтәлә бик күп етешһеҙлектәр, эштәрҙең сифатһыҙ башҡарылыуы асыҡлана. Күп тә үтмәй был һығымтаны тормош үҙе дәлилләй. Көслө ел ваҡытында мәсет манараларының бер көмбәҙе ҡолап төшә.
Аҡ эттең бәләһен ҡара эткә тағып Әр-Рәхим мәсетенең көмбәҙе ҡотлауын да, төҙөлөштөң һаман тамаланмауын да республиканың бөгөнгө етәксеһенә япһарып маташыусылар табыла. Ә Р. Хәбиров әлеге шарттарҙа ни тиклем ҡатмарлы һорау булыуына ҡарамаҫтан, эште яйлап ҡына урынынан ҡуҙғата ала.
Кисә ошо эштең беренсе этабы тамалана - мәсет манаралары аҡ мәрмәр менән көпләнеп бөтә. Артабан ҡыйыҡты йүнәтеү һәм тышҡы биҙәкләү эштәренә күсеү планлаштырылған.
Аллаға шөкөр😊

Зекәриә Аҡназаров Башҡортостан үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән етәксе, арҙаҡлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре
Бөгөн тыуған төбәге - Баймаҡ районында уға бюст асылды. Ул шәхестең 100 йыллығын билдәләү тураһында Республика Башлығы Указына ярашлы сафҡа инде.
Зекәриә Аҡназаров 1962 йылдан 1986 йылға тиклем 24 йыл дауамында Башҡорт АССР-ы министрҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Ошо осорҙа Башҡортостан иң ҡеүәтле аграр һәм сәнғәт төбәге тигән исемгә лайыҡ була. Башҡортостанда мөһим социаль объект - республика клиник дауаханаһы тағы сәнғәт училищеһы, рус драма театры төҙөлә. Тап ул республика менән идара иткән осорҙа Өфөлә Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Ленин урамында тәүге 9 ҡатлы йорт сафҡа инә ( Хрусталь магазины урынлашҡан йорт) . Йәнә Матбуғат йорто, Дәүләт циркы төҙөлөп бөтә, Республика милли музейы ойошторола. Бик оҙаҡ йылдар Башҡортостандың күп функциялы төп спорт объекты булған Спорт һарайы асыла, хоккей үҫешә. Тағы ла тап 60-70 йылдарҙа республика ауылдары инфраструктураһы, республикабыҙҙың башҡа ҡалалары үҫешә. Объектив фекер йөрөткәндә хәҙерге Башҡортостан үҫешенә шул осорҙа нигеҙ һалына.
Үҙ ваҡытында төбәгебеҙ үҫешен яңы кимәлгә күтәргән етәксенең исемен тергеҙеп, мәңгеләштереүе бик хуп!

Өфө тураһында "Урамдары көҙгөләй асфальт" тип йырлағанда ҡышын ялтырап ятҡан боҙ күҙ уңында тотолмай шул.
Тәүҙә баш ҡала проблемаларын хәл итеп өйрәнһенсе 🤣
Генерал имеш. Рәхимов әйтмешләй, өс тауыҡ менән командовать итеп өйрәнмәйсә йә иһә "Работать надо!"
7 февраль бөгөн - Башҡортостандың Беренсе Президентының тыуған көнө. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 91 йәш тулған булыр ине.

Forwarded from Яҡты-media
Өфө мэры Башҡортостан башлығы булырға теләй.
Ратмир Мәүлиев үҙенең матбуғат конференцияһында төбәктә карьераһының үҫешенә ынтылыуын белдерҙе. "Генерал булырға теләмәгән һалдат насар" - журналистарҙың һорауына чиновник шулай тип яуап бирҙе. Әммә Радий Хәбировҡа проблемалар яһарға теләмәүен белдерҙе.
⭐️ Яҡты-mediaға яҙыл

Баймаҡ ваҡиғалары башҡорт халҡы өсөн һабаҡ
Валитов Тимурҙың Баймаҡ фажиғәләренә арналған фильмын, ниһайәт, ҡарағандан һуң тыуған төп фекер ошо.
Фильм быға тиклем беҙҙең каналда тап Баймаҡ ваҡиғалары буйынса яҙылған фекерҙәр менән тулыһынса ауаздаш һәм уларҙы тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Бер генә фактка туҡталғанда.
Фәнзил Әхмәтшин видео яҙҙырып ябай халыҡтың хис-тойғоларында уйнап ҡыланыуҙан тыш, эйе, халыҡты беҙ ойошторҙоҡ, бының өсөн минең үҙемә лә алдан Баймаҡҡа барып, егеттәрҙе туплап ҡайтырға кәрәк булды тип белдерҙе.
Берәү ҙә теленән тартмай, көсләмәй, интервью барышында Фаил Алсынов* менән һөйләшеүҙәре хаҡында үҙ ирке менән бәйән итә. "Һине ултыртасаҡтар, бер ысул - Ҡуштау ваҡытындағы һымаҡ урамға халыҡты алып сығырға кәрәк" тигән кәңәш биреүен белдерә. Йәғни шантажлау, власты ҡурҡытыу өсөн улар халыҡты файҙалана. Урынға барып ойоштороу эштәрен (үҙе лә әйтеүенсә, Баймаҡта 40-лап ир-егетте туплай) тамамлағандан һуң ул ябай халыҡты суд бинаһы янында йыйыу өсөн "илай-илай" ана шул видеоһын төшөрә лә инде. "Егеттәр, ҡыҙҙар, Фаилды* яҡлап сыҡмаһағыҙ нисек йоҡларһығыҙ? " имеш.
Бөгөн 80-гә яҡын ир-егет төрмәлә. Фәнзил Әхмәтшин хәҙер үҙе нисек йоҡлай икән? Беҙҙеңсә нормально йоҡлай. Беҙҙә тыйылған социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙының сәхифәһенән билдәле - Баймаҡ ҡорбандары халыҡтан аҡса йыйып, кредитҡа батып адвокаттар ялланғанда, Фәнзил Әхмәтшин Әбйәлил районында тотош Динопаркты ҡуртымға алып балаһына гөрләтеп туй үткәрә, районында мал үрсетә, ит-мал һатып аҡса эшләй. Һис тартынмай, ана, интервью бирергә лә йөрөгән.
Ә бына фильмды ҡарағанда күҙҙәргә йәш төйөлдө. "Яңылыш барып эләктек, үкенәбеҙ" тип рәшәткә артынан интервью биргән ир-егеттәрҙе йәлләп. Бигерәк тә тәү ҡарамаҡҡа
алтмышты күптән үткән оло ғына ағайҙың бер ҡатлы, үкенесле ҡарашы битараф ҡалдырманы. Уларҙы яҡлар өсөн Әхмәтшин да, блогерҙар ҙа халыҡты йыймай, үҙҙәре лә йөрөмәй. Сөнки һәр береһенә үҙҙәре, яҡындары, балалары ҡәҙерле.
Ә ни өсөн барған был ҡорбандар Баймаҡтың Суд бинаһы алдына? Был һорауға яуапты хөкөмгә тарттырылыусылар үҙҙәре белдерҙе. Баймаҡ, Урал аръяғы райондары халҡы араһында социаль селтәрҙәрҙә "ерҙәрегеҙҙе тартып алалар, яҡлап сығырға кәрәк" тигән саҡырыу таратылған. Кемдәр тарафынан икәне хәҙер инде аныҡ билдәле. Бер ҡатлы ябай халыҡ уларҙың алдағына ҡаба.
"Аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк, банк картаһы номерын ебәрегеҙ" , йә "яҡынығыҙ ауыр хәлдә ҡалған тиҙ генә аҡса ебәрегеҙ" тип ябай халыҡты алдаған мошенниктарҙан былар күпкә ҡурҡынысыраҡ, яманыраҡ. Сөнки, халыҡ әйтмешләй, баш иҫән булһа, аҡса табыла. Ә былар күрәләтә үҙ халҡын ут эсенә алып барып тыҡты, уны уйынсыҡ итеп ҡулланды, яҙмыштар, ғаиләләр, бала бәхеттәрен емерҙе.
Я.Ө (яҙылғанға өҫтәп) Тимур Валитовтың ҡапыл сәйәси күҙәтеүсе, блогер, журналист булып китеүенә ҡараш икеле ине. Был хаҡта ла үҙ ҡарашыбыҙҙы белдергәйнек. Башҡортса һүҙ байлығы аҡһауы, фекерен еткереү ҡеүәһе етмәүе ышаныс уятмай килде. Ә русса сығарылыш шәп, ышаныслы килеп сыҡҡан✅
*Фаил Алсынов - террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.

Forwarded from Өфө йүкәләре🍃
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
17 йәшлек үҫмер украин хеҙмәтенә ялланған
Уға Хәйбулла районындағы баҡыр ятҡылыҡтарын төшөрөү, мосолман ҡыҙының хижәбен сисеү кеүек заданиелар биргәндәр. Студент быларҙың күбеһен үтәгән, аҡса «һуҡҡан», һөҙөмтәлә уны бөгөн хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға алған. Иң аяныслыһы, үҫмер МХО яугирының улы.

Беренсе сиратта тотош Рәсәйҙәге именлекте ҡаҡшатыу маҡсатын ҡуйған көстәр ҡармағына эләкмәйек тигәнде йәмәғәтселеккә, тәү нәүбәттә үҙебеҙҙең халыҡҡа, урында теркәлгән ҡатмарлы сыуалыштар миҫалында аңлатырға тырышыусылар бар. Рәсми рәүештә тыйылған ойошмаларҙың йоғонтоһона бирелмәҫкә саҡырыуҙы, болғаныштар артында экстремистик ҡарашлы кешеләр тороуын аңлатыуҙы, үкенескә күрә, йәмәғәтселек ҡабул итергә һаман да әҙер түгел.
Әлеге лә баяғы бер балыҡ башы булһа ла Баймаҡ ваҡиғаларына йәнә туҡталғанда. Төп аргумент - беҙҙең арала ниндәй экстремистар булһын, беҙ бары тик үҙ еребеҙҙе яҡлап сыҡтыҡ!
Ә бит уҙған йылдың ғинуарында Баймаҡта ябай халыҡты урамға алып сығыуҙы ойоштороусылар экологик проблемалар артына йәшеренеп үҙҙәренең бысраҡ эшен атҡарырҙы. Беҙҙең маҡсат власҡа ҡаршы сығыу, республикала болғаныш ойоштороу тип асыҡтан-асыҡ һөрән һалһалар һәр кем уйланыр ине. Ә улар беҙҙең халыҡтың бер ҡатлы булыуын файҙаланды, республикаға исем биргән, аҫаба милләт вәкилдәре менән "уйнау" әлеге шарттарҙа үтә лә ҡулай ине - уларға илде эстән ҡаҡшатыу, Башҡортостан кеүек һәр йәһәттән терәк төбәктәрҙәге тотороҡлолоҡто емереү мөһим.
Бөрйән районында Рәсәй империяһы флагы менән бәйле ваҡиғалар, ошо флагты башҡорт районында демонстратив рәүештә яндырыу тарихи ла быға асыҡ миҫал. Әләмде яндырыусылар Бөрйәнгә һис ҡыҫылышы булмаған, бары тик аҡсаға алданған Өфө студенттары. Ә интернетта был ваҡиға - Бөрйәндәр (йәғни башҡорттар! ) Рәсәйгә ҡаршы тигән баш аҫтында таратыла.
Тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ аҫтына алайыҡ - беҙҙең халыҡты ҡулланыу Рәсәйгә ҡаршы алып барылған ҙур кампанияның бер өлөшө.
Был постан алдағы видеоны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Унда әлеге лә баяғы бер ҡатылығы, аҡты ҡаранан айыра алмауы һөҙөмтәһендә Украинаның махсус хеҙмәттәренә ялланып беҙгә зыян килтерерлек заданиелар үтәгән үҫмер егеттең һөйләгәндәре.
Ни өсөн мосолман ҡыҙының хиджабына бәйле эш ҡушыла уға? Күп милләтле, төрлө конфессия вәкилдәре йәшәгән төбәктә ыҙғыш тыуҙырыу өсөн! Эре предприятиелар, мөһим объекттарҙың фото, видеолары ни өсөн кәрәклеге бөгөн аңлатып тороуҙы талап итмәй. Ошо эштәрҙе башҡарған, йәғни мәҫәлән, айырым көстәргә террор ғәмәлен ойошторорға ярҙам иткән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Үкенескә ҡаршы, тормошо саҡ башланып торған был егетте лә ҡаты хөкөм ҡарары көтөүе көн кеүек асыҡ.
Бәлки ошо миҫалдан һуң "беҙ экстремист, террорсы түгел, беҙ бары тик власть өсөн уңайһыҙ кешеләр" тип үҙҙәрен, йә яҡындарының яңылышлыҡтарын аҡларға тырышыусылар уйланыр. Эйе, әле СИЗОла ултырған
Урал аръяғы ир-егеттәре лә, ошо үҫмер бала ла, Бөрйәнгә барып флаг яндырып йөрөүсе малайҙар ҙа төрлө тыйылған ойошма вәкилдәре түгел, ә уларҙың ҡорбаны. Әммә ғәмәлдәрҙе аңлап ҡына түгел, аңы-төңөнә төшөнмәй атҡарған өсөн дә, үкенескә ҡаршы, яуап тоторға кәрәк - закон алдында барыһы ла тиң.
Я.Ө. (яҙылғанға өҫтәп) Иң ҡурҡынысы - яуыз көстәрҙең беҙҙең балалар яҙмышына ҡул һоноуы. Көнө-төнө интернетта ултырған, инстаграм*, тик-токта ялтырауыҡлы тормош күҙәтеп, еңел тормош, еңел аҡсаға ҡыҙыҡҡан балалар - улар өсөн иң еңел ҡорбан. Әсе ысынбарлыҡты аңлап, уйланып, ошо юҫыҡта асыҡтан-асыҡ аңлатыу эше алып барырға ваҡыт еткәндер, йәмәғәт.
*Рәсәйҙә тыйылған