group-telegram.com/halykarba/269
Last Update:
ТУҠҺАНЫНСЫЛАР ИСЕМЕНӘН ҘУР РӘХМӘТ!
Радик Юльяҡшинға "Халыҡ артисы" исеме бирелгәндән һуң тыуған шау-шыуға яуап итеп пост яҙғайныҡ. Тар күңелле милләттәштәребеҙгә миҫал итеп Дим Мәннәнде килтерҙек. Ул 90-сы йылдарҙың иң сағыу йондоҙо булды. Башҡорт эстрадаһында рок йүнәлешен барлыҡҡа килтереүселәрҙең береһе. Бөгөн булһа уға ла исем-дәрәжәләр бирелер ине, йырсы-сәсән арабыҙҙа ғына юҡ, тип яҙғайныҡ.
Бөгөн башҡорт эстрадаһында ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған Дим Ҡоләхмәтовкә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән (үлгәндән һуң) "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән юғары исем бирелде. 90-сылар исеменән 90-сылар өсөн ҙур рәхмәт!
Дәрүиш, Рух, Ант, Карауанһарай, Сая, Ҡышҡы йәйғор, Аҡйондоҙ - улар барыһы ла сағыу, үҙенсәлекле төркөмдәр. Тап улар ижадында бер нисә быуын тәрбиәләнде. Уларҙың йырҙары башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Урыҫ телле роктан айырмалы, беҙҙекеләрҙең ижады үҙебеҙҙең ерлеккә, милли рухҡа, башҡортлоҡҡа бәйле ине. Тап шуға ла милли рок, Дәрүиш рухы һаман да йәшәй! Лайыҡлы мөнәсәбәт булғас, артабан да йәшәйәсәк!
BY ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Warning: Undefined variable $i in /var/www/group-telegram/post.php on line 260
Share with your friend now:
group-telegram.com/halykarba/269